Тирләндәрҙең шатлығы

Тирлән ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы тѳҙѳлѳшѳ аҙағына яҡынлаша. Эштәрҙең күбеһе һәм ауыры аҙағына еткән.
Инженер-коммуникация селтәрҙәре үткән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм фасад яңыртылған.

Тирлән ауылында физкультура-һауыҡтыру комплексын төҙөү былтыр октябрь айында башланғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында ике ҡатлы, 500 квадрат метр майҙанлы мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты. Спорт комплексы тимер бетондан, металл конструкцияларҙан, стеналары сэндвич панелдән төҙөлгән. Объекттың подрядсыһы Ѳфѳнѳң «Д-Арт» производство-төҙөлөш фирмаһы. Тѳҙѳүселәр эште планлаштырылған ваҡытҡа ярашлы башҡара, эштәр иртәнән кискә тиклем бара. Әлеге ваҡытта металл конструкция эштәре тулыһынса тамамланған, эске биҙәү эштәре бар, иҙән һәм стеналар йылытыла. Бинаның проекты Тимер юл ауылындағы спорт- һауыҡтыру комплексы менән оҡшаш. Беренсе ҡатта сисенеү, душ, тренер бүлмәләре, ә икенсе ҡатта тренажер залы, врач кабинеты эшләйәсәк.
Яңы объектты быйыл яҙ аҙағында файҙаланыуға тапшырырға тип планлаштырылған. Бында төрлө спорт секциялары һәм ярыштар ойоштороласаҡ. Ауылда яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөү ауылдаштар ѳсѳн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Сөнки быға тиклем бөтә спорт секциялары ла тейешле талаптарға тура килмәгән мәктәп спорт залында үткәрелә ине. Тиҙҙән балалар яңы бинала заманса шарттарҙа шөғөлләнә башлаясаҡ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий