Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде

Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде
Районда янғынға ҡаршы кѳрәш мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән тѳрлѳ профилактик саралар йыш уҙғарыла һәм күнекмә үткәреү объекттары ла тѳрлѳ була. Райондың ведомстволы һәм муниципаль янғынға ҡаршы көрәш командаларының янғын һүндереүгә әҙерлек кимәлен билдәләү, уларҙың янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин ителешен тикшереү, янғын һүндереү машиналарының махсус агрегаттар менән эшләүенең практик ысулдарын тәрәндән өйрәнеү маҡсатында Абҙаҡ мәктәбе базаһында күнекмәләр үтте.
Унда «Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 18-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, айырым янғын посы командалары, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп администрацияһы һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Мәктәптә янғын хәүефһеҙлеге сигналы эшләү менән бѳтә уҡыусылар һәм уҡытыусылар тиҙ арала эвакуацияланды. Шулай ҙа ѳс кеше кабинетта ҡамалып тороп ҡалды. Шунда уҡ, мәктәптең икенсе ҡатындағы физика кабинетында янғын сығыуы тураһында Берҙәм дежур хеҙмәтенә хәбәр ителде. Янғын машиналары тиҙ арала килеп етеп, эште бәләгә ҡалғандарҙы ҡотҡарыуҙан башланы. Кабинетта ҡамалып ҡалғандарҙың береһен бейек баҫҡыс ҡуйып, тәҙрә аша ҡотҡарырға тура килде. Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде
Бындай саралар Абҙаҡ мәктәбендә тәүге тапҡыр ғына үтмәй. Шуға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа паника тыуҙырмай ғына, иптәштәренә иғтибарлы булып, хәүефле урынды тиҙерәк ҡалдырыу, кѳтѳлмәгән хәлдә үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен яҡшы белә. Абҙаҡ мәктәбендәге уйлап сығарылған янғында Ѳфѳ, Белорет ҡалаһының, Үрге Әүжән, Абҙаҡ, Инйәр, Тирлән ауылдарының һәм Учалы районы Миндәк ҡасабаһының, Әбйәлил районы Күсем ауылының авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм янғынға ҡаршы айырым постары ҡатнашты. Бындай күнекмәләр ваҡытында тѳрлѳ ҡотҡарыу хеҙмәттәре һәм янғын сыҡҡан объект администрацияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек, ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде дѳрѳҫ тотоу ҡағиҙәләре нығытыла.
Ут һүндерелгәндән һуң янғын техникаһының әҙерлеге тикшерелде. Машиналарҙың береһе ҡеүәтле насос менән йыһазландырылған һәм һыуҙы асыҡ һыу ятҡылығынан һурҙырыу мөмкинлегенә эйә. Бындай техника башлыса ҙур янғын осраҡтарында файҙаланыла. Янғын һүндереү күнекмәләре тейешле талаптарға ярашлы рәүештә уңышлы үтте. Техниканың әҙерлеге яҡшы тип баһаланды.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий