Эт дуҫ ине...

Эт дуҫ ине...
Ине, тим, сѳнки кисә генә ҡойроҡ болғап, күҙгә мѳлдѳрәп ҡарап ишек тѳбѳн һаҡлар тоғро дуҫтар, ҡай аралалыр, бер кемгә кәрәкмәгән урам эттәренә әйләнгән, имеш. Ҡала, ауыл урамдарында үткән-һүткән кешеләрҙе өркөтөп, арттарынан теш ыржайтып лауҡылдап ҡалған был ѳйѳр-ѳйѳр берәҙәктәр ѳсѳн кем яуаплы? Нилектән килеп тыуған бындай сетерекле мәсьәлә? Уны нисектер гуманлы рәүештә хәл итеү юлдары бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса был проблеманан ситен булмаған байтаҡ ҡына кеше менән аралашырға тура килде.
Иң башта муниципаль район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын, хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге мѳдире Максим Мансур улы СѲЛӘЙМӘНОВҡа мѳрәжәғәт иттем.

“Берәҙәк хайуандар, атап әйткәндә, эттәр, үкенескә ҡаршы, район-ҡала биләмәһендә бик күп. Айырыуса яҙ-көҙ айҙарында күҙгә ташлана был күңелһеҙ күренеш. Бер төркөмгә тупланған бихисап эт ауыл- ҡала урамдары буйлап иркенләп “туй үткәрә”, кешеләргә, ваҡ малға, ҡош-ҡортҡа ынтыла. Үҙебеҙгә бирелгән вәкәләт арҡылы, был мәсьәлә буйынса йыл башынан уҡ халыҡтан әллә күпме шикәйәт алдыҡ. Эйәһеҙ йорт хайуандарын аулау, артабан уларҙы аҫрау йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы менән килешеү төҙөп, улар тарафынан бер йылға район һәм ҡала өсөн 1 млн. 370 мең күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Ҡағиҙә булараҡ, тейешенсә аукцион үткәреп, еңеп сыҡҡан подрядсы ойошма менән 16 февраль көнө контрактҡа ҡул ҡуйылды. Минеңсә, эттәрҙе тотоу, ҡарау, бестереү, ғөмүмән, дүрт аяҡлы йән эйәһенең артабанғы яҙмышын хәл итеү менән шөғөлләнгән был ойошма хеҙмәтенең ыңғай һөҙөмтәләре бар, сөнки һуңғы арала әлеге ҡатмарлы мәсьәлә буйынса мөрәжәғәттәр һиҙелерлек кәмене. Ҡалала, беҙҙән тыш, кәрәкһеҙ әйбер ише яҙмыш ҡосағына ташланған йорт хайуандарының тын алышы менән ҡыҙыҡһынған, уларға ярҙам ҡулы һуҙған йәмғиәт эшмәкәрҙәре лә бар. Улар тарафынан “Өмөт” хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте тип аталған тѳбәк ойошма булдырылған. Хәйриә фонды ярҙамы менән эшләп килгән приютта бихисап эттәр тәрбиәләнә. Үкенескә ҡаршы, уларға финанс йәһәттән ярҙам итерлек мөмкинлек юҡ әлегә. Әммә яҡын киләсәктә был йәһәттән ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булырына өмөтләнәм. Күңелдәрҙе шөбһәләндереп, темеҫкенеп йөрөгән хужаһыҙ эттәрҙең күп булыуында кем ғәйепле, тиһегеҙ. Әлбиттә, кеше үҙе. Ҡасандыр йомшаҡ ҡына йомроҡас көсөккә ҡыҙығып, үҙ ѳйѳнә алып ҡайтҡан, ә инде ҙурайғас, уны ҡарауҙы ҡыйын күргән, яуаплылыҡтан ҡасҡан бәғзе хужалар арҡаһында урамда уғата уҫалланған берәҙәк эттәр өйөрө хасил була ла инде”, - тип һүҙен тамамланы Максим Мансур улы.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ысынлап та, хайуандарға ҡағылышлы ғәмәлгә ашырырлыҡ йүнле ҡарар-ҡанундар булмауҙа дәүләт башлыҡтарын, түрәләрҙе һәм башҡаларҙы ғәйепләп һөрән һалырға яратабыҙ. Ул проблеманың һәр беребеҙҙең башта яралыуын, үҙебеҙҙең яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ, йүнһеҙлек һөҙөмтәһендә дүрт аяҡлы дуҫтарҙың бер көн килеп дошманға әүерелеүен уйлап та бирмәйбеҙ түгелме ни?! Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тарафынан 1997 йылдың апрель айында ҡабул ителгән 336- сы ҡарарына ярашлы, тиҫтә йылдар инде халыҡ төйәк иткән урындарҙа эт-бесәй ише йорт хайуандарын тотоуҙың үҙ тәртибе, ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, ҡарауға алынған эткә мотлаҡ рәүештә теркәлеү үтеп, паспортлы булыу, ветеринар тарафынан даими рәүештә тикшерелеп тороу, юғала ҡалһа тип, муйынына ҡаптырылған ҡайышына белешмә беркетеү зарури һанала. Дүрт аяҡлы дуҫығыҙ менән һауа алыштырырға сыҡҡан осраҡта иһә, балалар майҙансыҡтарын, кибет-ашхана кеүек йәмәғәт урындарын урап үтеү хәйерле. Хужаһы тарафынан морондоҡһоҙ, бәйһеҙ йөрөтөлгән эттәр ҙә ҡағиҙәне боҙа. Йәнә шуны ла билдәләп үтер инем - эт нәжесе менән бысранған подъезд, йорт алды, йәмғиәт урындары өсөн дә тап хужа яуаплы.
Бер уйлаһаң, үрҙә телгә алынған ҡағиҙәләрҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ һымаҡ. Әммә беҙҙең халыҡ әллә ялҡаулыҡтан, әллә әйләнә-тирәләге мөхиткә ҡарата хаттин ашҡан битарафлыҡтан, әллә ҡанун-язаларҙың йомшаҡлығынан күп осраҡта уны үтәүҙе кәрәк тип тапмай. Белешмә ѳсѳн Словенияны миҫалға килтергем килә. Был илдә берәҙәк эттәр юҡ кимәлдә икән. Нисек, тиерһегеҙ. Йорт хайуандарын аҫрау тураһындағы ҡанундарҙың һәммәһен дә теүәл тормошҡа ашырыу зарурлығы, уны һанға һуҡмағандарҙы тейешенсә язаға тарттырыу, ҙур күләмле штраф һалыуҙар ҙа быға үҙ өлөшөн индергәндер. Ғөмүмән, Словения халҡы социаль йәһәттән бик яуаплы һәм хайуандар тураһындағы закондарға ла етди ҡарай. Ғаилә ағзаһына әйләнгән дүрт аяҡлы дуҫты урамға сығарып ташлау был илдә башҡа һыймаҫлыҡ хәл һанала. Ҡарай алмаған осраҡта иһә, йорт хайуандары мотлаҡ рәүештә приютта ҡалдырыла. Әйткәндәй, Словенияла хайуандар өсөн тәғәйенләнгән приюттарҙың күп булыуы һәм уларҙың дәүләт иҫәбендә тороуы ла берәҙәк эттәр мәсьәләһен ыңғай хәл иткәндер, моғайын. Тағы шуныһы: эттәрҙе мотлаҡ чиплау, стерилләү был төр хайуандарҙы яратҡан граждандар өсөн тайпылмаҫлыҡ ҡанун бында. Ошоноң кеүек илдәр миҫалында, беҙҙең дәүләттә лә хайуандарға бәйле хәлдәр бер кѳн килеп яҡшырыр, тип өмөт итәм.
Нәркәс Сөләймәнованың тулы материалын гәзиттең 27-се һанында (3 апрель) уҡығыҙ.

Оставить комментарий