Йорттарыбыҙ йылы булһын

Йорттарыбыҙ йылы булһын
Йылылыҡ менән тәьмин итеү энергетиканың ижтимағи мѳһим секторының береһе булып тора. Ул, тәү сиратта, кешеләрҙең йәшәү һәм эш урынында уңайлы шарттар булдырыуҙы бурыс итеп алған.
Бѳгѳн Белорет ҡалаһын, Октябрьский биҫтәһен, Тирлән, Ломовка һәм Тимер юл ауылдарын йылылыҡ энергияһы һәм йылы һыу менән тәьмин иткән “Белорет йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙ бурыстарын теүәл үтәү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау ѳсѳн тырышҡан 152 кеше эшләй. Компанияның эшмәкәрлеге йылылыҡ энергияһын һатыуҙы һәм бүлеүҙе, производство, транспортты йәлеп иткән. Уларҙа эксплуатациялауҙа 161,05 саҡрым йылылыҡ селтәре: 200 диаметрға тиклемге - 92,55, 200-ҙән 400 диаметрғаса - 59, 400-ҙән 600-гәсә - 9,5 саҡрым үткәргес торба, 151,75 саҡрым ер аҫты ҡатлауы бар.
“Белорет йылылыҡ селтәре”ндә 12 ҡаҙанлыҡ булһа, шуларҙың 5-әүһе ҡалала, Тирләндә - 4, Ломовка, Тимер юлы ауылдарында һәм Октябрьский биҫтәһендә 1-әр модуль-блоктары урынлашҡан. 4 үҙәк йылытыу пункты, 7 насос станцияһы иҫәпләнә. Компания ҡаланың 450-нән ашыу объект инфраструктураһын йылылыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итә. Үҙәк йылытыу пунктына һәм насосҡа йылылыҡ энергияһын биреүсе булып “Белорет пружинаһы” акционерҙар йәмғиәте һәм “Мечел- Энерго” яуаплылығы сиклән- гән йәмғиәте тора.
2017 йылда Ҙур, Киров, Октябрҙең 50 йыллығы, В. Косоротов, Ф. Алексеев һәм Пушкин урамдарындағы йорттарҙа квартал эсендәге йылылыҡ селтәрҙәре, Октябрҙең 50 йыллығы, Точисский урамы саттарындағы һәм бассейн бинаһы буйындағы магистраль селтәрҙәр, 1-се үҙәк йылытыу пунктындағы йылылыҡ камераларына капиталь ремонт үткәрелгән.
Ағымдағы йылда ҡаланың 16-сы мәктәбе районында квартал эсендәге йылылыҡ селтәрҙәре һәм үткәргес торбаға косметик ремонт, ҡаланың 17-се гимназияһы районында, Ленин, Крупская, Стахановсылар, Пушкин, Баҡса, Ф. Алексеев, Ҡыҙыл, Ленин урамдарында урынлашҡан йорттарҙа, 4-се ҡаҙанлыҡта квартал эсендәге йылылыҡ селтәрҙәренә ошондай уҡ капиталь ремонт эшләү планға алынған.
Йылытыу миҙгеле тамамланыуға күп ҡалманы. “Белорет йылылыҡ селтәре”ндә был тәңгәлдә барыһы ла ҡәнәғәтләнерлек, ваҡ аварияларҙы иҫәпкә алмағанда, проблемалар күҙәтелмәй. Хеҙмәткәрҙәр эштәренә йомғаҡ яһап, киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәренә план тѳҙѳй, халыҡҡа сифатлы хеҙмәт итеү ѳсѳн тырыша.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
ҺҮРӘТТӘ: “Белорет йылылыҡ селтәре” эшселәре Белорет тѳҙѳлѳш колледжы эргәһендәге авария эҙемтәләрен бөтөрөү мәлендә.
Автор фотоһы.


Оставить комментарий