Китап - белем шишмәһе

Китап - белем шишмәһе
Китапханаларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы үткәрелде. Дауыт Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре был сара ѳсѳн "Китап уҡып ҡына бөтә донъя, тирә-яҡты белергә була" тигән һүҙҙәрҙе төп тема итеп алды.
Аҙналыҡты ҡала лицей- интернатында асып ебәрҙек. "Тыуған ере менән һоҡланыусы" тип аталған әҙәби кисә Баҡый ауылынан сыҡҡан башҡорт яҙыусыһы Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналды. Ул Зөлфирә Сөләймәнованың "Сабир ағайға" шиғыры менән башланып китте. Яҙыусының биографияһы, ижады менән таныштырылды. Бигерәк тә Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнашып, ундағы ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнап, хәрби хеҙмәттән һуң яҙған "Хушлашмайым" романы уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. "Һалсылар" хикәйәһенең йөкмәткеһен бергәләшеп асып һалғас, төп герой Маликтың батырлығына, сослоғона, түҙемлегенә хайран ҡалдылар. Ябай ауыл кешеләренең тормошон һүрәтләгән был әҫәр тыуған ергә, яҡындарға, дуҫтарға тоғро, ярҙамсыл, ихтирамлы булырға саҡыра. Сара Сабир Шәриповтың китаптары күргәҙмәһенә байҡау яһау менән тамамланды.
Флүрә ШАКИРОВАның материалын гәзиттең 28-се һанында (06.04.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий