Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора

Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе йөкмәткеле генә эшләп килә. Йылына дүрт ултырыш ҡаралған, һәр уҡытыусының был йыйылыштарҙа булыуы мөһим. Һәр сығыш протоколға теркәлә бара, рәсми өлөш тулыһынса үтәлә. Үткәреләсәк сараларға әүҙемлек, реаль төҫ бирер өсөн план уйланылып төҙөлә.
Элегерәк күп асыҡ сараларыбыҙ Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала ине. Актуаль итеп былтырғы йылдан 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнөн алға әйҙәйбеҙ. Үткән йыл «Әй, һѳйѳклѳ, алсаҡ, ипле туған телем!» темаһы аҫтында асыҡ семинар-фестиваль ҡаланың 20-се мәктәбендә үтһә, быйыл 21-се, 17-се мәктәптәр әүҙемлек күрһәтте. Ҡаланың үҙәк мәктәптәре һәр яҡтан да район белем усаҡтарынан алда, сөнки төрлө тикшереүҙәр ҙә, инновация алымдары ла тәүҙә беҙҙең аша үтә. Район мәктәптәренең эшен активлаштырып алыуҙы методик берекмәлә төп маҡсат итеп алдыҡ. Уҡыу йылының көтөлмәгәнсә киҫкен башланыуы ла быға этәргес булды. Башҡорт балаларын рус мәктәптәренең программаһына күсереү, шовинизм тырнаҡтарының иң осло, мәкерле, әрһеҙ ҡаҙалыуы. Киләсәктә был ғәләмәт ғәмәл өсөн кемдән, ҡайҙа яуап алырҙар икән? Телһеҙ милләттәр йәшәй беҙҙә тип оран һалырҙар ҙа, әммә.... Терһәкте яҡын булһа ла тешләп булмай. Рәсәй күп милләтле федерация тип яр һалдылар ҙа, ҡармаҡтың иң аяуһыҙын ырғыттылар. Күптәр был хәлдең нимә икәнен аңламай шаңҡып ҡалды. Аңлағандарҙың һаулығы ҡаҡшаны, эштән бушатылды, ҡыҫыуҙарға тиклем барып етте. Ауҙа сәбәләнгән балыҡ кеүек күренеш бөтә милли региондарҙы аптырашта ҡалдырҙы. Алда нимә көткәнен белмәй, күҙҙалламай эшләгән уҡытыусыларҙың хәлен ошо ҡаҙанда ҡайнаған кеше генә беләлер.
Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВАның материалын гәзиттең 28-се һанында (06.04.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий