Аҡса урлауҙа ғәйепләнә

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә Тирлән ауылы кешеһе банк картаһы менән бергә 27 мең һумдан ашыу аҡса юғалтыуы тураһында хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ғариза менән мөрәжәғәт итеүсенең йортона барып, хәл-ваҡиғаларҙың барышын тергеҙә. Баҡһаң, юғалтыуҙы асыҡлағанға тиклем зыян күреүсенең өйөндә ҡыҙы, кейәүе булып киткән икән. 25 йәшлек ир тәртип һаҡсыларының шиге аҫтына эләгә һәм полиция бүлегенә алып киленә. Ул үҙ ғәйебен танмай. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, йәш кеше ҡайныһы йортонда ҡунаҡта булғанда тумба өҫтөндә ятҡан банк картаһына иғтибар итә һәм, уның пин-кодын белгәнгә күрә, бер кемгә һиҙҙермәй, кеҫәһенә һалып ҡуя. Шул уҡ кистә карталағы 12 мең һум аҡсаны еңел машина алыуға тотона. Ир- тәгәһе көнө ҡалған аҡсаны ла үҙ ихтыяжында файҙаланып, картаны ырғытып китә. Ир кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Гүзәл ДРОНОВА,
эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.
Оставить комментарий