Иҫкәртеү мөһимерәк

Иҫкәртеү мөһимерәк
Хәүефле осор башланыр алдынан республикала урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк күнекмәләре үтте. Урман яныуы теркәлгән осраҡта янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә идара итеү тәжрибәһен үҫтереү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм граждандар оборонаһы эштәрен дөрөҫ ойоштороуға өйрәнеү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау сараның төп маҡсаты булды. Тирлән урмансылығы биләмәһендә үткән ошондай сараларҙың береһендә райондың Тирлән, Инйәр, Әүжән, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы урман хужалыҡтары, ҡуртымға алыусылар - “Селена” урман-сәнәғәт компанияһы” йәмғиәте, Өфө фанера комбинаты, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, Николаевка ауыл хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Сарала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының райондарҙағы айырым подразделениеларындағы янғынды химик һүндереү станцияһы, Белорет янғын һүндереү часы ҡеүәте файҙаланылды. Күнекмәләрҙе Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов үткәрҙе. Урман янғындарын һүндереү буйынса төбәк күнекмәләрендә 100-гә яҡын кеше ҡатнашты, 2 тиҫтә махсус техника йәлеп ителде.
Э.ХӘМЗИНАның тулы материалын гәзиттең 28-се һанында (06.04.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий