300 мең һумды нисек алырға?

300 мең һумды нисек алырға?
«Беренсе бала өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе алыр ѳсѳн ниндәй документтар кәрәк? Был һорау буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Рөстәм Хәмитовтың ҡарары нисәнсе йылға тиклем ғәмәлдә булыр икән?»
Р. ӘФЛӘТҮНОВА,
Белорет районы.

Билдәле булыуынса, 2017 йылдың 9 мартында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәлмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Был ҡарар буйынса, 2017 йылдың башында тәүге сабыйы тыуған, йәштәре 35-тән өлкән булмаған торлаҡҡа мохтаж йәш ғаиләләр, шул иҫәптән тулы булмаған ғаиләләр ҙә, торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү, шулай уҡ ипотека кредитын ҡаплау өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә хоҡуғы бар. Уны Әсәлек капиталы менән дә берләштерергә мөмкин. Субсидияны юллау өсөн урындағы район-ҡала хакимиәтенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Әйткәндәй, бындай ярҙамға республиканан ситтә йәшәгән, әм- мә Башҡортостанда теркәлгән граждандар ҙа хаҡлы.
Социаль түләүҙе торлаҡ (фатир, бүлмә, шәхси йорт) һатып алыу йәки торлаҡ төҙөү өсөн ҡулланғанда түбәндәге документтарҙы йыйыу зарур:
а) ике экземплярҙа формаға ярашлы ғариза (береһе кире үҙегеҙгә ҡайтарыла);
б) бөтә ғаилә ағзаларының шәхес танытмаһын белдереүсе документтың күсермәһе (тултырылған биттәр);
в) никахҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе (булған осраҡта);
г) бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе;
д) бала тыуыу тураһындағы медицина таныҡлығы күсермәһе (ғаилә ағзаларының береһенең мөрәжәғәте буйынса Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органдары (ЗАГС) тарафынан бирелгән РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының 2011 йылдың 27 декабрендә раҫланған N 1687н формаһы);
е) урындағы үҙидаралыҡ органынан субсидияға ғариза яҙған ғаиләнең ысынлап та торлаҡҡа мохтаж булыуын раҫлаусы документ.
Нәркәс Сөләймәнова әҙерләгән материалды гәзиттең 29-сы һанында (10 апрель) уҡығыҙ.
Оставить комментарий