Яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы

Яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы
Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 12 декабрендәге Ҡарарына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет йәки куртка кейергә тейеш. Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс, йәғни 18 мартта ғәмәлгә инде.
Юл йөрөү ҡағиҙәһендәге жилеттар тураһындағы үҙгәрештәр, төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү маҡсатында индерелде. Беренсенән, күңелһеҙ статистика, икенсенән, Европаның уңышлы тәжрибәһе Рәсәйҙәге юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүгә мәжбүр итте. Европа илдәрендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы кейем ут һүндергес, аптечка кеүек үк мотлаҡ атрибут. Тағы ла, ҡайһы бер илдәрҙә водитель үҙенә генә түгел, пассажирҙары өсөн дә автомобилендә жилеттар һалып йөрөтөргә тейеш.

Төнгө трассала өҙөлгән ғүмер, әллә күпме селпәрәмә килгән яҙмыш... Төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән авариялар һаны барыбыҙҙы ла уйланырға мәжбүр итә. 2017 йылдың алты айында ғына илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водителде тапау осрағы теркәлгән, 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк. Ҡараңғыла юл ситенән китеп барған йәйәүлене генә түгел, автомобилде лә күреүе ауырлаша. Былтырҙан Рәсәйҙә йәйәүлеләргә ҡараңғы сәғәттәрҙә кейемдәренә яҡтылыҡты ҡайтарыусы фликерҙар тағырға тигән ҡарар индерелгәйне. Ҡала һәм ауыл еренән ситтә йөрөгәндә уларҙың кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш ине. Һөҙөмтәлә, алты айҙа йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын 10,2 процентҡа, йәғни 7,5 мең осраҡҡа тиклем кәметеү мөмкин булды. Рәсәйҙә яңыраҡ ингән ҡағиҙә Европа илдәрендә күптән ғәмәлдә. Яза ла һиҙелерлек ҡаты. Австрияла, мәҫәлән, төндә автомобилдән жилетһыҙ сыҡҡан өсөн, беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, 150 мең һумды сығарып һалырға тура килә. Бельгияла - 95 мең, Португалияла - 41 мең, Болгарияла 2 мең һум штраф ҡаралған.
Яңы закон ҡабул ителеүе автоһәүәҫкәрҙәр араһында һорауҙарҙы арттырҙы, бәхәстәр тыуҙырҙы.
- Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре машиналарҙы туҡтатып тикшереү үткәрә башлағанлыҡтарын ишеткәс, жилет һатып алып ҡуйҙым. Был закон дѳрѳҫ тип уйлайым, әммә һәр яҡлап уйланылмаған һәм эшләнеп бѳтѳлмәгән. Авария, йә былай ғына тѳнѳн туҡтаған ваҡытта салонда, водителдән тыш, башҡа кеше лә булыуы бар бит, - ти автоһәүәҫкәр Рәсимә Сәлихова.
Ҡайһы берәүҙәрҙе, автомобилдән сыҡһаҡ беҙ ҙә йәйәүлегә әйләнәбеҙ, фликерҙар тағыу ғына етмәйме ни тигән һорау борсоһа, икенселәрендә, жилеттар машина эсендәге һәр кешенеке булыуы шартмы, тигән һорау тыуа. Мин бөтөнләй туҡтамайым, төнгө сәғәттәрҙә оҙон юлға сыҡмайым, тигәндәре лә бар. Һорауҙар күп тә, әммә закон ҡабул ителде һәм ғәмәлгә инде. Әлеге документ авторҙары ла яңы ҡарар үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышана. Фликер йөрөтөү мәжбүр ителгәс, йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡтар 10 процентҡа кәмей төшкән кеүек, бында ла улар юл фажиғәләренең кәмеүенә өмөт итә. Хәҙер юл ситендә туҡтаған машина янындағы кеше йыраҡтан, 200 метр арауыҡтан күренеп торасаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, жилеттар водителдәргә генә ҡағыла. Пассажирҙарға элекке ҡағиҙәгә ярашлы, фликер беркетеү ҙә етә. Машинала жилеттың булмауы ҡағиҙә боҙоуға һаналмай. Ул тышта ғына кәрәк. Мин төндә йөрөмәйем тиеүсе водителдәргә яҡшы аҡланыу, әлбиттә. Әммә жилеттың багажникта ятыуы артыҡ булмаҫ. Ә, икенсенән, тышҡа сығып, ана шул багажникта ятҡан жилетты алып кейәйем тигәндә лә әллә нимәләр булып бөтөүе ихтимал. Был ваҡытта ла һорау тыуа.
Ҡасан жилетты кейергә? Ҡағиҙәнең яңы 2.3.4 пункттарын тулыһынса килтерәбеҙ. Водитель ҡараңғы ваҡытта тирә-яҡ насар күренгәндә тораҡ пункттан ситтә транспортты туҡтатырға мәжбүр булған осраҡта йәки юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә юлда ГОСТ талаптарына тура килгән яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет йәки куртка кейергә тейеш. Ниндәй шарттарҙа кейергә? Урамда ҡараңғы ваҡытта йәки юл насар күренгәндә, водитель юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһа, машина емерелһә йәки водитель үҙен насар тойоп транспорттан сыҡҡанда кейергә бурыслы. Жилетты һәр ваҡыт машинала йөрөтөргә кәрәкме тигән һорау тыуыр. Әгәр ҙә автоһәүәҫкәр тораҡ пункттан ситкә китмәһә, тейешле махсус кейемдең булыуы мотлаҡ түгел. Ә икенсе яҡтан уйлағанда, жилеттың булыуы алыҫ юлға сыҡҡанда транспорт хужаһының хәүефһеҙлеген арттыра.
Жилет-курткаларҙы табыуы ауыр түгел. Запас частар магазиндары ғына түгел, башҡа магазиндар ҙа һата уларҙы. Жилеттарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Улар 120-250 һум самаһы тора. Яҡтылыҡты ҡайтарыусы жилеттарҙың ҡыҙыл, һары, ҡыҙғылт һары төҫтә булыуы мөмкин. Ҡағиҙәлә водителдәр мотлаҡ бер төҫтәге жилетта булырға тейеш тигән аңлатма юҡ. Йәнең теләгәнен һайла. Иң мөһиме уның яҡтылыҡты ҡайтарыу һәләте юғары булһын. Шуның өсөн дәүләт стандартының билдәһе булғанын алыу дөрөҫөрәк булыр.
Былтыр “Ш” хәрефенә бәйле аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡайны. 20 һум торған билдәне әллә күпмегә арттырып һатҡан осраҡтар булды. Был күп водителдәр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Әле хәл башҡасараҡ. Автоһәүәҫкәрҙәр фекеренсә, юлда йөрөгән һәр кем үҙенең һәм яҡындарының именлеген ҡайғыртырға бурыслы.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.
Оставить комментарий