Барыһы ла бер урында

Барыһы ла бер урында
«Газпром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтенең Белорет филиалына йортон төҙөп бөтөп, хәҙер һыу индереү, ут, “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү теләге менән янып йөрөгән йәш ғаилә башлығы килеп инде. Был мәшәҡәттәрҙең дә өй һалыу менән бер кимәлдә икәнен аңлап, хәҙер инде ҡайһы бер эштәрҙең “һә” тигәнсе башҡарылыуын белеп килде ул Белорет филиалына...
Ысынлап та, халыҡты быға тиклем әлеге структурала төрлө бурысты йөкмәгән ике ойошма хеҙмәтләндерҙе. Газ тоташтырырға ғаризаны бер урында яҙған, яғыулыҡ өсөн икенсе урында түләгән халыҡҡа ауырға тура килә ине. Хәҙер инде был мәшәҡәттәрҙе уңайлыҡ алыштырҙы. “Газпром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтенең Белорет филиалында халыҡты Берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәге асылды. Белорет филиалында Берҙәм үҙәкте асыу тантанаһында “Газпром төбәк-ара Өфө” компанияһының генераль директоры Альберт Әхмәтшин, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, компанияһының генераль директоры урынбаҫарҙары Өлфәт Мостафин, Дмитрий Солоницын, Белореттағы филиал етәксеһе Владимир Мосунов, филиал хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Хәҙер Үҙәктә проект эшләтергә, газды тоташтырырға, ремонт һәм башҡа эштәрҙе атҡарыу буйынса ғаризаларҙы ла бер урында ҡабул итәләр, түләүҙәрҙе башҡарырға була.
- Республикала 70-кә яҡын халыҡты хеҙмәтләндереү офистары, участкалары бар. Бөгөнгө көндә шуларҙың яртыһында Берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәктәре булдырылған. Эш артабан да бөтә Башҡортостан буйлап дауам итәсәк. Райондарҙа һәм башҡа эре тораҡ пункттарында ла ошондай үҙәктәр булдырырға уйлайбыҙ. Быға тиклем ойошмалар, бүлмәләр ишеген күп шаҡырға, төрлө магазиндар юлын тапарға тура килә ине. Хәҙер иһә барыһы ла бер ерҙә. Магазинда ла һайлап алыу мөмкинлеге ҙур. Тауарҙың эконом, премиум варианттары ла бар. Билдәне беҙгә ҡулланыусылар бирәсәк, сөнки беҙ улар өсөн эшләйбеҙ, - тине Үҙәкте асыу тантанаһында “Газпром төбәк-ара газ Өфө” компанияһының генераль директоры Альберт Әмир улы.
Йәмғиәттең Белореттағы филиалы директоры Владимир Мосунов әйтеүенсә, белгестәр йорттарға газ үткәреү, ҡорамалдар һайлау, уны бинала ҡайһы ерҙә урынлаштырыу кеүек һорауҙарға яуап бирәсәк. Яңы Үҙәк халыҡҡа газ менән тәьмин итеү, газ ҡорамалдарын һатып алыу һәм сервис буйынса бөтә хеҙмәттәрҙе лә бер урында алыу мөмкинлеге бирә. Ҡулланыусы үҙәккә килеп ғариза яҙа һәм икенсе тапҡыр, хеҙмәткәрҙәр саҡырыуы буйынса, килеп, документтарға ҡул ҡуйып, килешеү төҙөргә генә ҡала.
Үҙәк биләмәһендә магазин да эшләй. Магазинда йәнең теләгән газ плитәһен, ҡорамалын һатып алырға мөмкин. Клиенттарға процентһыҙ бүлеп түләү ҡаралған, алып барыу ҙа бушлай. Етештереүсенән гарантия ҡаралған. Теләгән маркаға заказ биреп, заводтан килтерергә була.
Үҙәктә клиенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, хеҙмәтләндереү ҙә юғары кимәлдә. Заманса ремонт эшләнгән. Сират көткәндә уңайлы диванда ял итергә лә мөмкин, балалар менән килеүселәргә махсус урындар булдырылған. Терминалдар эшләй, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар бар.
...Газ плитәһе, иҫәпләү, хәүефһеҙлекте тәьмин иткән ҡорамалдар һатып алырға ла кәрәк бит әле... Йәш егет, ҡағыҙ мәшәҡәтен бөтөргәс, Үҙәктә урынлашҡан махсус магазинда ла булды һәм шунда уҡ кәрәк-яраҡтар һатып алды.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий