Китап менән ял итәм

Исмаҡай китапханаһында Балалар китабы аҙналығы ойошторолдо. Башланғыс класс уҡыусылары каникулдарын китапханала бик күңелле һәм файҙалы үткәрҙе.
Аҙналыҡ балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың китаптар йәшәгән йорт менән танышыуынан башланып китте. Улар тәрбиәсе апайҙары Диләрә Сәитғәли ҡыҙы Мөхәмәҙиева менән “Әкиәт батшалығында ҡунаҡта” тип аталған уйын-сәйәхәттә ҡатнашып, башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышып, “Беҙ ниндәй әкиәттән?”, “Йомаҡты сис” һәм башҡа конкурстарҙа күпте белеүҙәрен күрһәтте.
Аҙналыҡтың икенсе көнө башланғыс класс уҡыусылары китапханаға “Китап - балаларҙың дуҫы” тип аталған сараға йыйылып, байрамдың тарихы менән танышып, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Өсөнсө көндә улар “Белемле - көслө” тип аталған интеллектуаль уйында ҡатнашты. 17 балл менән I урынды IV класс уҡыусыһы Элина Сафина яулаһа, II урын (14 балл) II класс уҡыусыһы Азалия Шакироваға булды. III урынды инде Искәндәр Хафизов менән Данис Мөхәмәтшин алды. Сараға килгән әсәйҙәр Гөлнара Ғүмәр ҡыҙы Хафизова менән Гөлнара Рим ҡыҙы Мөхәмәтшинаға уйын оҡшаны. Улар үҙҙәре лә китап уҡырға ярата һәм балаларында китапҡа һөйөү тәрбиәләй.
Аҙналыҡтың дүртенсе көнөндә “Кем аҡыллыраҡ?” уйынында ҡыҙҙар менән малайҙар командалары көс һынашты һәм ҡыҙҙар аҡыллыраҡ булды.
Аҙналыҡта уҡыусылар юбиляр яҙыусылар Борис Полевой, Фәрит Иҫәнғолов, Сергей Михалковтың тормош юлдары һәм әҫәрҙәре менән дә танышты. Китапханала аҙна буйы үткәрелгән саралар, “Мөғжизәләр яланы”, “Йондоҙло сәғәт” уйындары балаларға бик оҡшаны. Аҙна буйы китапханаға йөрөгән II, IV класс уҡыусыларына һәм уларҙа китапханаға, китапҡа һөйөү тәрбиәләгән класс етәксеһе Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаковаға рәхмәтемде белдерәм.
Наилә ШАКИРОВА,
китапханасы.
Исмаҡай ауылы.
Оставить комментарий