Ныҡлы ғаилә - ил ҡото

Ныҡлы ғаилә - ил ҡото
Ғаилә… Был төшөнсә ҙур мәғәнәгә эйә. Тулы ғаилә тәрбиәһе алып үҫкән бала ғына көслө, таяулы, йәмғиәттә үҙен ышаныслы тоя. Беҙҙең республикала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, уның именлеген тәьмин итеүгә дәүләт тарафынан етди иғтибар бүленә. Быйылғы йылдың республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе лә ғаиләнең абруйын күтәреүгә, бәҫен, мәртәбәһен арттырыуға иғтибар йүнәлтеү ул.
Мәхмүт ауылында ла күркәм, өлгөлө ғаиләләр бик күп. «Ныҡлы ғаилә - ил ҡото» тип аталған байрам кисәһе ауылыбыҙҙа йәшәгән һәм 2018 йылда никахтарының 10, 20, 30, 35, 40, 45 һәм 55 йыллығын билдәләгән парҙарға арналды. Был байрам Мәхмүт урта мәктәбендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм Николаевка ауыл хакимиәте башлығы ҡатнашлығында үтте. Кисәнең тәүге өлөшөндә ауыл хакимиәте башлығы Надир Ҡәйүм улы Нәбиуллин “ил” һәм “ғаилә” төшөнсәләренең айырылғыһыҙ булыуын һәм “Ныҡлы ғаилә - ил ҡото” әйтемен ҡеүәтләп, юбиляр ғаиләләрҙе ҡотланы, уларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Бына ул Мәхмүт ауылының күркәм юбиляр ғаиләләре: 55 йыл бергә ғүмер кисергән, балаларын уҡытып, тәрбиәләп, үҙаллы тормош юлына баҫтырып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашҡан, кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ике аралағы йылы хистәрен, ихтирамдарын юғалтмаған күркәм ғаиләләр Нажия Кирам ҡыҙы менән Шамил Ғиниәтулла улы Ниғмәтуллиндар, Гәүһәр Хөсәйен ҡыҙы һәм Сәйәр Исмәғил улы Әбдрәхимовтар, 5 балаға матур тәрбиә һәм белем биреп, 45 йыл татыу ғүмер итеүсе Сәбилә Бәхтиәр ҡыҙы һәм Рәшит Фитрат улы Һибәтуллиндар, 40 йыл матур ғүмер кисереүсе Әлмира Шаһабал ҡыҙы һәм Ринат Камил улы Ғатауллиндар, шулай уҡ 35 йыл тырышып, мул тормошта бер-береһен күҙ ҡара- шынан аңлап тормош көткән Рәйлә Сәлмән ҡыҙы менән Сафа Сәғәҙәт улы Иҡсановтар, Рәшиҙә Юриян ҡыҙы менән Артур Әхәт улы Вәлиуллиндар, 30 йыл бергә йәшәп, 3 бала тәрбиәләп үҫтереүсе Әлфиә Әхәт ҡыҙы менән Шаһабал Мортаҙа улы Әбдрәхимовтар, Гөлсирә Сәйәр ҡыҙы менән Илдар Булат улы Иҫәнғоловтар, Рәсилә Нурғәли ҡыҙы менән Әхмәр Әхәт улы Вәлиуллиндар, Гөлшат Сәйәф ҡыҙы менән Илдус Ишмырҙа улы Мансуровтарҙың өлгөлө, бергә матур йәшәүҙәренә 25 йыл. Ә Гөлгөнә Батыр ҡыҙы менән Ғүмәр Рәжәп улы Сәлимовтар 20 йыл бергә йәшәп, 5 бала тәрбиәләйҙәр. Мәхмүт ауылындағы йәш ғаиләләрҙең береһе - Таңһылыу менән Азамат Һибәтуллиндарҙың ғаилә ҡороуҙарына ла 10 йыл тулды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашлығындағы концерт номерҙары ла ғаилә ҡиммәттәре, Тыуған ил, тел кеүек төшөнсәләрҙең мәңгелек икәнен иҫкәртеп, тамашасыларҙың күңел хистәрен тирбәлтте. “Йөрәк һүҙе” шиғырҙар шәлкеме әсә һәм бала мөнәсәбәтенең нескәлеген тойҙороп тәрән уйландырһа, мәктәп уҡыусылары Айлина Камалетдинова, Нурия Мөхөтдинова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Сәғәҙәтованың моңло тауыштары үткән йәшлеккә, ҡабатланмаҫ хәтирәләргә алып ҡайтты. Ә 4-5 йәшлек ҡыҙҙарҙың “Аҡ сәскәләр” һәм уҡыусылар, уҡытыусылар башҡарыуындағы “Бәпес ҡайтты” бейеүҙәре байрам тантанаһына шатлыҡ өҫтәп, биҙәп ебәрҙе.
Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа кисәнән ҡәнәғәт ҡалды. Байрамды ойоштороусыларға һәм бағыусыларға рәхмәттәрен әйтеп, ошондай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен теләп ҡалды. Кисә сәй табыны менән тамамланды.
Эйе, байрам кисәһе Ғаилә йылын асыу тантанаһы булһа, киләһе байрамдарҙа күп балалы әсәйҙәр ҙә, патронат ғаиләләр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ. Ә улар Мәхмүттә бик күп.
Мәхүбә ҺИБӘТУЛЛИНА.
Мәхмүт ауылы.

Оставить комментарий