Әхмәрҙәр сәләмәт тормош яҡлы

Әхмәрҙәр сәләмәт тормош яҡлы
Алкоголизм, наркомания - меңәрләгән емерелгән яҙмыштар, тарҡалған ғаиләләр, енәйәттәр. Алкоголдең, наркотиктарҙың ағыу булыуы тураһында күптән һөйләнелеп, ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы көрәш маҡсатында күп кенә саралар үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны кәмемәй әле.
Ғаилә йылы сиктәрендә Ҡоҙғон- Әхмәр мәҙәниәт йортонда “Беҙ эскелеккә ҡаршы!”, “Наркотиктарға - юҡ!” акциялары үтте. Осрашыуға бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәрҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү системаһында эшләүсе белгестәр - Эске эштәр министрлығының Белорет районынан бәлиғ булмағандар эше буйынса подразделение инспекторы, полиция капитаны С. Вәлиева, ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге белгесе Н. Наумова саҡырылды. Сарала шулай уҡ Ҡоҙғон-Әхмәр фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Ә. Ғәлина, ауыл активы, балалар, ололар ҡатнашты.
Фәһемле осрашыуҙы мәҙәниәт йорто мөдире Наил Хәмзин асып, кешелекте ғүмер буйы борсоп килгән алкоголизм, наркомания проблемаһы бөгөн айырыуса киҫкенләшеүен әйтеп үтте.
- Эскелек, наркомания, токсикомания, енәйәттәр йәмғиәтебеҙҙе яулай бара. Типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәрҙең ниндәй түбәнлеккә төшөүҙәрен күреп, йән әрней. Ә ундайҙар араһында йәштәрҙең дә булыуы бигерәк аяныслы. Быларҙың барыһы ла ғаиләнән килә. Ауылыбыҙҙа эшһөйәр, өлгөлө ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, амораль тормош алып барыусы ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Шуға ла ошондай күңелһеҙ күренештәрҙе әҙерәк булһа ла иҫкәртеү, кәметеү маҡсатында ошо акцияны ойошторҙоҡ, - тине мәҙәниәт йорто мөдире.
Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙың зыяны хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртте, бүлектәре, эшмәкәрлектәре тураһында һөйләне. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, йәш быуында актив тормош позицияһын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙылар. Сығыштарҙан һуң, йыйылыусыларға насар ғәҙәттәр тураһында видеоролик күрһәтелде. Һуңынан ҡатнашыусылар фекерҙәре, тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән үткәрелгән осрашыуға балалар төрлө темаларға плакаттар ҙа эшләгән.
Мәҙәниәт йортонда ғаилә, балалар һәм башҡа темаларға осрашыуҙар, конкурстар, фестивалдәр, “түңәрәк өҫтәл”дәр артабан да үткәреләсәк.
Эльвира КӘБИРОВА.
Оставить комментарий