Күмәк тырышлыҡ менән

Үткән йыл экологик темаларға арналған сараларға бай булды. Уларҙың маҡсаты йәмәғәтселектең иғтибарын экологик үҫеш проблемаларына, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, йәш быуынға экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән.
Районда яҡшы экологик мѳхит булдырыу ѳсѳн тѳрлѳ предприятие- ойошмалар ҙа ѳлѳш индерә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Белорет металлургия комбинатында яңы линия сафҡа ебәрелде. Иҫкергән ҡорамал урынына ҡуйылған яңы линия экологик талаптарға яуап бирә һәм сымды кислотаһыҙ етештереү мөмкинлеге бирә. Яңы проект предприятие файҙаланған һыуҙың да зыянһыҙ булыуын тәьмин итә.
Шулай уҡ “Селена” ағас эшкәртеү компанияһы ла яңы яғыулыҡ гранулалары, пеллеттар етештерә башланы. Был иһә ағас ҡалдыҡтарын зыянһыҙ эшкәртеүгә лә булышлыҡ итә.

“Экобокс” Бѳтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау социаль проектына ярашлы Белоретта 6 экоконтейнер ҡуйылған. Был контейнерҙар тирә-яҡҡа хәүеф тыуҙырмайынса 0.5 тонна энергия һаҡлау батареяларын һәм лампаларын юҡҡа сығарырға ярҙам итә.
Ирәмәл паркында кеҫә телефоны бәйләнешен булдырыусы станция сафҡа ебәрелде. Һѳҙѳмтәлә Ҙур Ирәмәл тауының кѳньяҡ-кѳнсығыш битләүендә һәм түбәһендә, ошо биләмәлә йәшәгән Мәхмүт һәм Николаевка ауылдары халҡы “МегаФон”, “МТС” бәйләнеше менән тәьмин ителде. Телефон бәйләнеше туристарҙың хәүефһеҙлеген булдырыуға, ҡотҡарыу-эҙләү хеҙмәтенең эшен еңеләйтеүгә лә ярҙам итә.
Районда таҙа һыу сығанаҡтары ла күп. Нәҡ беҙҙә республиканың тѳп һыу артерияһы - Ағиҙел йылғаһы баш ала. Шуға күрә, ойошторолған күп кенә экологик саралар һыу ресурстарын һаҡлауға йүнәлтелгән. Был йүнәлештә ҙур эштәр башҡарыла, 18 һыу ятҡылығы таҙартылып, 2,0 тонна сүп-сар сығарылған. Ҡала паркында, Ағиҙел, Мата йылғалары буйында ѳмәләр ойошторолдо. Был сараларҙа муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, студенттар, Йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүселәре, хәрби-патриотик клуб ағзалары әүҙем ҡатнашты. Ауыл ерҙәрендә бындай сараларҙы ауыл хакимиәттәре ойошторҙо. Былтыр апрель-май айында үткән экоѳмәләрҙә кѳнкүреш ҡаты ҡалдыҡтары полигонына 1,5 тонна сүп-сар сығарылған. Тѳрлѳ ойошма һәм предприятиелар тарафынан 11 000 кв. метр. майҙандағы санкцияланмаған 20 сүплекте юҡҡа сығарыу эше алып барылған. Мәғариф идаралығы ла был эштән ситтә ҡалмай. Улар 120- нән ашыу тѳрлѳ профилактик сара ойошторған. Мәғариф идаралығы, Йәш натуралистар станцияһы, БР Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты, мәҙәниәт идаралығы, ҡаланың “БелЭко” тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте бергәләп “Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә” муниципаль конкурсын ойошторҙо. Һәр мәктәптә, балалар баҡ- саһында, ѳҫтәмә белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа Экология йылына арналған тематик стендтар сығарылды, күргәҙмәләр ҡуйылды һәм шулай уҡ класс сәғәттәре, экология белгестәре ме- нән осрашыуҙар ойошторолдо. “Парктар маршы” сараһына ярашлы ла тѳрлѳ конкурстар, викториналар, фестивалдәр, лекциялар, күргәҙмәләр уҙғарылды. Был акцияла бѳтәһе 1973 кеше ҡатнашты. Уларҙы киләсәктә лә уҙғарыу планға индерелгән.
Экологик хәүефһеҙлек булдырыу ѳсѳн районда контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Былтыр 70 тикшереү, рейд үткәрелгән. Прокуратура, эске эштәр органы дәүләт техник күҙәтеүе органдары менән берлектә ойошторолған 59 тикшереүҙә 74 тәртип боҙоу асыҡланған. 403 кв. метр майҙанда санкцияланмаған 20 сүплек табылған, уларҙың 19-ы юҡҡа сығарылған. 1860 куб. метр файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙың 41 осрағы асыҡланған. Был йәһәттән 214 мең һумға 61 административ штраф һалынған. Һалынған дѳйѳм штраф күләме 4 млн. 877 һум. Шулай уҡ 69 ялыу һәм мѳрәжәғәт ҡаралған, 226 рѳхсәт ҡағыҙы бирелгән. Йыл барышында тирә-яҡ мѳхиткә негатив йоғонто яһаған объекттарҙы иҫәпкә ҡуйыу буйынса 589 материал ҡаралған һәм 384 ыңғай ҡарар сығарылған.
Әлеге ваҡытта халыҡҡа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ѳлкәһендә дәүләт сәйәсәтен аңлатыу эше алып барыла. Хәҙер ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу түләүле буласаҡ, бының ѳсѳн сүп-сар хужаһы үҙе түләргә тейеш һәм был эште алып барған ойошмалар менән килешеү тѳҙѳргә тейеш. Бѳгѳн районда 120 гектарҙа 41 сүплек бар. Уларҙы юҡҡа сығарып, шул ер участкаларын таҙартыу һәм рекультивациялау ѳсѳн ѳҫтәмә сығымдар кәрәк. Районда таҙа экологик мѳхит булдырыу ѳсѳн күмәк тырышлыҡ һалына һәм бының һѳҙѳмтәһе лә үҙен кѳттѳрмәй. Был эш киләсәктә лә уңышлы тормошҡа ашырылыр тип ышанабыҙ.
А. ИБРАҺИМОВ,
Башҡортостан Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы.




Оставить комментарий