Декрет отпускыhы ялмы?

Артабанғы яҙма Шығай ауылына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килен булып тѳшкән Гѳлнара ҒӘЛЕКӘЕВА тураһында булыр. Иҫ киткес егәрле, һәр яҡлап та уңған, оҫта вә һәләтле, тиҙәр уның хаҡында шығайҙар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында кейем бесеүсе, тегенсе һѳнәрен үҙләштергән ҡыҙ, диплом алғас, был йүнәлеш буйынса түгел, ә сауҙа ѳлкәһендә эшләргә мәжбүр була. “Кейәүгә сығып, бәпәй тапҡас, тормоштоң ѳр-яңы битен асҡандай булдым”, - ти Гѳлнара декрет ялының нисек үтеүен һорағас.
Иҫ киткес тәмле итеп аш-һыу бешерергә, баҡса үҫтерергә, йәшелсә-емештән ҡышҡылыҡҡа тѳрлѳ ҡабымлыҡ- ҡайнатмалар әҙерләргә маһирлана ҡаланы ауылға алыштырған килен. Ә иң мѳһиме, күптән инде ҡулы етмәй торған тегенеү, бесеү, моделләштереү эшенә тотонорға, ниһайәт, форсат сыға. Гѳлнараның оҫталығын белеп ҡалған ауыл халҡы ла бик һѳйѳнә йәш әсәйҙең был шѳғѳлѳнә. Ана, бит, заказдары яуып ҡына тора. Берәүҙәргә башҡорт милли кейеме, кемгәлер ҡупшы пальто, бәғзеләргә зауығына яраҡлы, кәүҙәһенә ятышлы күлдәк-итәк һ.б. кәрәк. Мәрйен-таштар менән биҙәлгән ҡашмауҙы ла йыш ҡына тектерәләр икән. Милли биҙәктәр менән нағышланған традицион кейемдәргә айырыуса етди ҡарашта оҫта. Ундай заказға тотонор алдынан әллә күпме тарихи материал аҡтара, ерле халыҡтың милли орнаментын, тамғаларын ѳйрәнә. Ғѳмүмән, клиенттарының һәр заказы таһыллы хужабикә ѳсѳн фиҙаҡәрлек, тәпсирлек, түҙемлек талап иткән оло хеҙмәт ул. Ҡайһы бер эштәрҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә атҡарырға тура килә. Ул саҡтарҙа Гѳлнараның эш сәғәте таңғы алтынан тѳнгә ҡәҙәр дауам итә. Әлдә, әсәйем, тип ѳлтѳрәп торған кескәй улын ҡарашырға хәстәрлекле вә ярҙамсыл ҡайны-ҡәйнәһе, тормош иптәше бар. Гѳлнараға Белорет ҡалаһы һәм ауылдарынан, Ѳфѳнән, Стәрлетамаҡ яҡтарынан бихисап кеше мѳрәжәғәт итә. Эшлекле әсәйҙең тегеү, моделләштереү һәләтен һынап ѳлгѳргән клиенттар, әлбиттә, уға ҡабаттан килә. Киләсәктә лә был яратҡан шѳғѳлдән айырылмаҫмын, ти ул. Үҙенең шәхси ательеһын да асырға ниәтләй. Хеҙмәтте ихлас яратҡан, үҙ эшенең һѳҙѳмтәһенән кинәнес алған ныҡышмал, тәүәккәл Гѳлнараның хыялдары, һис шикһеҙ, асманға ашыр.
Дыуан районының Мәсәғүт бала табыу йортонда неонатолог булып эшләгән Белорет ҡыҙы Эльза ҒӘНИЕВА ла декрет ялынан сикһеҙ ҡәнәғәт. Һуңғы йылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында популярлыҡ яулаған милли биҙәүестәр - традицион һәм стилләштерелгән һаҡал-селтәрҙәр, күҙ яуын алырлыҡ үҙенсәлекле алҡалар эшләй ул. “Ҡул эштәренә маһирлығым әсәйемдән килә, әсәһенән күргән - тун бескән, тигән ҡарһүҙҙең ни ҡәҙәр дѳрѳҫ булыуына инандым бына. Янымда ѳйѳрѳлѳп-сѳйѳрѳлгән кескәй ҡыҙым да, ана, миңә ярҙам итергә маташа”, - ти Эльза күҙҙәрендә нур уйнатып. XXI быуат гүзәл заттарының зауығына яраҡлаштырып, замансалатып эшләнгән селтәр-һаҡалдар һорап мѳрәжәғәт итеүселәр бихисап икән. Бындай селтәр эшләр ѳсѳн Эльзаға ике кѳн етә. Ә инде традицион һаҡалға күберәк ваҡыт талап ителә. Декрет ялы булыуға ҡарамаҫтан, был әсәй ҙә иртәсел, юғиһә, милли биҙәүестәр менән бер рәттән, заказ буйынса сувенир һабындар ҙа эшләй бит. “Ютуб” каналынан ѳйрәнеп, ғаиләм ѳсѳн тәбиғи компоненттарҙан торған һабындар эшләнем башта. Һуңғараҡ иһә һәр байрамға тәғәйенләп, һатыу, бүләк итеүҙе күҙ уңында тотоп, һабындың сувенир тѳрѳнә күстем”, - ти уңған хужабикә. Бѳгѳнгѳ кѳндә Эльза һаҡал-селтәр эшләү йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрергә йыйына. Мәҫәлән, Ѳфѳ ҡалаһынан ике коллектив был һорау буйынса уға мѳрәжәғәт иткән дә инде.
Эйе, яратҡан шѳғѳлѳң күңел йыуанысы ғына түгел, иш янына ҡуш булып, үҙенә күрә бер кәсепкә лә әйләнһә, бик мәслихәт. Сираттағы эшлекле әсәй ҙә быны ҡеүәтләр хәҙер.
Декрет отпускыhы ялмы?Белорет ҡалаһында йәшәүсе Юлиә ХӘЛИЛОВАның да кѳйһѳҙләнеп ултырырға шыпа ваҡыты юҡ. Декрет отпускыһына тиклем Гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу бүлегендә эшләгән был һылыу, сабыйы бер аҙ ҙурайғас, матурлыҡ индустрияһына ҡараған шѳғѳлдәргә ѳҫтѳнлѳк би-рә. Тәүҙә туғандары, әхирәттәре керпектәрен ҡуйыртып, тырнаҡтарын ипкә килтерһә, хәҙер инде оҫта әсәйҙең бихисап даими клиенттары бар. Әйткәндәй, декрет ялына сыҡҡас, Юлиә эштә ҡыҫҡартыуға эләгә. Һәм бындай хәлдең килеп сығыуына хатта ҡыуанып та ҡуя. Сѳнки тәүәккәл йәш ҡатын яҡын киләсәктә әленге кәсебе буйынса шәхси салонын асырға уйлай. Ҡатын-ҡыҙҙы күркәмләндереүҙән тыш, һорау буйынса сағыу вә килешле кәпәс-шарфтар, бейәләй-ойоҡтар, кофта-кардигандар бәйләй, матур итеп йомшаҡ уйынсыҡтар, балалар бәүелсәгенә мендәрҙәрҙән торған йомшаҡ ҡырҙар тегә, ѳй түрҙәрен йәмләр, күҙ яуын алырлыҡ топиарий ҙа эшләй. “Ваҡыт тигән нәмә бѳтѳнләй етмәй, клиенттарым иртәнге һигеҙҙән киске алтығаса килә. Тормош иптәшемдең сабырлығы, мине аңлап, дәртләндереп тороуы, хәленән килгәнсә ярҙам итеүе, әлбиттә, алтынға бәрәбәр”, - ти бәхетле әсәй. Декрет отпускыhы ялмы?
Үҙ күҙлегенән сығып ҡына тар фекер йөрөткән ҡайһы берәүҙәрҙең, хәҙер ҡыҙҙар донъя көтөргә һәләтһеҙ, үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтен ҡайғыртыуҙан, кәйеф-сафа ҡороуҙан башҡаны белмәй, тигән мыҫҡыллы ауыҙ ҡыйшатыуҙарына яуап итеп, шуны әйтке килә: бар, һис шикһеҙ, бар ул донъя тотҡаһы булырҙай, ҡулдарынан гөл тамыҙған, булмышынан нур ағылған тәүәккәл вә тырыш, илһамлы вә ныҡыш, сабыр вә бай рухлы гүзәл заттар! Улар дауам ҡылған нәҫел ебе лә, тимәк, емешле, сәләмәт булыр. Хәйер, шундайҙарҙың бер нисәүһе менән таныштығыҙ ҙа инде...
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
(Аҙағы. Башы 30-сы һанда).
Оставить комментарий