Йыуасаға кил, ҡоҙаса!

Әле лә хәтеремдә, беҙ бала саҡта әсәйем һолонан бер ҙур күнәк буҙа ҡойор ҙа, бер табаҡ йыуаса бешереп, тиҙ арала күрше- күләндәрҙе саҡырып алыр ине. Байрамдарҙы буҙаһыҙ, талҡанһыҙ, йыуасаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай торғайны. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барыр булһалар ҙа, майҙа бешкән йыуасаны күстәнәскә тоҡсай тултырып һалып алырҙар ине. Әле лә туйҙарҙа “Ҡоҙағый йыуасаһы” - төп йолаларҙың береһе булып тора.
Мөхәмәт клубында башҡорттоң милли ризығына арналған “Йыуаса” байрамы үтте. Сараға бөтә ауыл ҡыҙҙары дәррәү ҡушылды. Өҫтәлдәр төрләндереп бешерелгән йыуасаларҙан, ҡайнатмаларҙан, тәм-томдарҙан һығылып торҙо. Рәйсә Таһирова, Сәүиә Фәйзуллина күпереп торған буҙа ҡойҙолар. Борхоп ҡайнап ултырған самауырҙар, милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байрамға йәм өҫтәне. Ҡатнашыусылар өс командаға бүленеп ярышты. “Йыуасаны тәҡдим итеү” конкурсында матур шиғырҙар, таҡмаҡтар, йырҙар яңғыраны. “Ҡоҙағый күстәнәсе” йолаһы күрһәтелде. Гөлсәсәк Хөбөтдинова йыуаса тураһында яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. “Йөрәк һүҙе” конкурсында Фәнисә Низамованың “Балаларыма әйтер һүҙем” мөнәжәте барыһының да йөрәгенә үтеп инде. Зөлфиә Таһирова Айһылыу Ғәрифуллинаның “Китек” шиғыры менән ауылдаштарҙы бер-беребеҙгә битараф булмаҫҡа, аралашып йәшәргә, бергә булырға өндәне. Рима Дәүләткилдина әсәйҙәргә арналған шиғырында ҡәҙерлеләрен һаҡларға, хөрмәт итергә саҡырҙы. Иң иҫтә ҡалырлыҡ конкурс “Йәшлегемә ҡайтам әле...” булғандыр. Мәктәп урамы ҡатын- ҡыҙҙары “Йәшерәм яулыҡ” уйынын сәхнәләштерҙе, Үрге урамдар йырҙары аша йәшлеккә ҡайтты, Рәйсә Фәйзуллина уҡыусы бала булып матур бейеү башҡарҙы. Түбәнге урам йәшлектә бейегән “Етегән”, “Өс таған”, “Наза” бейеүҙәрен күрһәтте. Байрам өҫтәл артында дауам итте, сәй менән һыйландыҡ, йыр-бейеү тынманы. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, һәр береһе бүләк алып ҡыуанды. Байрамды ойоштороуҙа матди ярҙам күрһәткән Радмир Мансуровҡа рәхмәтлемен. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ, һәр ваҡыт шулай дәртле, берҙәм булып ҡалығыҙ.
Гөлниса МАНСУРОВА,
клуб мөдире.
Мөхәмәт ауылы.
Оставить комментарий