Ултырайыҡ әле бөгөн кис!

Инйәрҙең “Елмәрҙәк” халыҡ театры етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары район мәҙәниәт йортонда “Ултырайыҡ әле бөгөн кис!” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтте.
Сараға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр йыйылды. Тамашаның маҡсаты - боронғо онотолоп барған уйындарҙы тергеҙеү, йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү.
Сараға ағинәйҙәр ныҡлап әҙерләнде. Боронғо уйындар, йыр-бейеүҙәр тарихын өйрәнделәр. Ҡатай ырыуына ғына хас тыпырҙатып бейеүҙәр, таҡмаҡтар, төрлө уйындар бер-бер артлы алышынып торҙо. Ағинәйҙәрҙең иң олоһо Шәрғиә Яҡшыдәүләтова “Наза” бейеүен аңлатып үтһә, Баҡалынан килгән Ямашты килене Зөлфиә Бәҙретдинова баҡалыларҙың дүртмөйөш бейеүен өйрәтте. Күмәк уйындар араһында фантик уйнатыуҙар, “Комсомол маршы”, “Өсмөйөш” бейеүҙәрен рәхәтләнеп бейенеләр. Манышты ҡунаҡтары Тимерғәле Янғурсин гармун һуҙһа, тормош иптәше Фәүзиәнең йөрәктәргә үтеп инерлек тауышы береһен дә битараф ҡалдырманы.
Сигелгән таҫтамалдарҙан “Сәс үреү” уйыны күңелһеҙләнеп ултырырға ирек бирмәне. Межгорьенан килгән Хәмиә ханымдың, Сәғилә Мырҙағәлинаның, Фаягөл Сәйғәфәрованың йырҙары күңелдәргә хуш килде. Ә кисәнең йәме - Мөхәмәтдин Абдулкәримов моңло итеп йырлап, өҙҙөрә баҫып бейеп, гармун телдәрен тибрәтеп, ҡунаҡтарҙың күңелдәрен күтәреп, дәртләндереп ебәрҙе. Йәш ҡурайсы Айбулат Оморҙаҡов та тамашаны йәмләндерҙе.
Икенсе көндә Фаягөл Сәйғәфәрованың йортонда буҙа ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Әдибә Ғәтиәтуллина, Рәфиға Ғәлиуллина буҙа ҡойоу серҙәрен өйрәтте. Шунда уҡ ҡорбан ашы ашап, намаҙ уҡып таралышты ағинәйҙәр.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.

Оставить комментарий