Ағинәйҙәрҙең аҡ эштәре

Ағинәйҙәрҙең аҡ эштәре
Башҡортостандың күп райондарында һәм ауылдарында “Ағинәйҙәр” ойошмалары эшләп килә. Исеменән үк күренеүенсә, улар халыҡҡа бары яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, матурлыҡ килтерә торған изге эштәр менән шөғөлләнә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Межгорье ҡалаһында йәшәгән, төрлө сараларҙа актив ҡатнашҡан һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ағинәйҙәр ойошмаларын күтәреү маҡсатында, “Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын булдырҙы. Улар Башҡортостан Республикаһы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы положениеһына ярашлы эш алып бара.

Шулай былтыр апрель айында уҡ “Көҙйылға” ағинәйҙәре Инйәрҙәге Һөт байрамында ҡатнашты.
“Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең планлы эшен Мәрйәм шишмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереүҙән башланы. Ә иң ҙур сараларҙың береһе “Алтын ҡуллы әсәйҙәр” күргәҙмәһе булды. Бында милли кейемдәр, сигеү, бәйләү, тегеү һәм башҡа ҡул эштәре тәҡдим ителде, аш-һыуҙың рецептары ла таратылды. Тәҡдимдәр һәм теләктәр китабында ойоштороусылар адресына тик рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәр яҙылған ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, гәзит-журналдарҙағы төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашалар. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәгәс, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәбиғәт, ҡоштар, йәнлектәр проблемаһына ла битараф түгел. Ҡоштарға ярҙам итеү сараларына уҡыусыларҙы йәлеп итәләр. “Башҡортостан ҡоштары” тигән класс сәғәттәре лә үткәрҙеләр.
Март айында “Көҙйылға” ойошмаһы ағзалары Белореттағы социаль приютҡа барып, балаларҙы кейем, канцелярия тауарҙары, китаптар һәм тәмлекәстәр менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ һәр йәш төркөмөнә уйын программаһы әҙерләнгәйне. Кескәйҙәр әкиәттәр, ә өлкән класс уҡыусылары фольклор менән танышты.
“Көҙйылға” ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы Ф.А. Хажина етәкселегендә Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәгән башҡорттарҙың милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса эш алып бара. Ул үҙе һәм ейәнсәрҙәре өсөн теккән милли кейемдәр өлгөһөнөң серҙәре менән ихлас уртаҡлаша, башҡаларҙы ла өйрәтә.
“Өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел” тигән әйтемде иҫтә тотоп, ойошманың ҡатын-ҡыҙҙары бер- береһенән милли аш-һыу әҙерләү, тегеү, бәйләү, сигеү һәм башҡа ҡул эштәренә, баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәнә, тәжрибә уртаҡлаша.
Ғаилә йылы уңайынан “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһында уҙған Башҡорт ғаиләһе көнө матур, сағыу, фәһемле һәм күңелле байрамға әүерелде. Йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр, уйындар - бөтәһе лә ғаиләгә арналды. Балалар мандолина көйҙәрен яратты, хатта бейеп тә алдылар.
Ҡала халҡын ѳлгөлө йәш ғаиләләр менән таныштырыу йәһәтенән урындағы баҫмала Мөхәмәҙиевтар, Ҡауыевтар ғаиләләре тураһында мәҡәләләр баҫылып сыҡты.
Әлеге көндә ойошмабыҙҙа 21 кеше иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөтәһе лә актив һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара: ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда ҡайнап, райондың ағинәйҙәре менән тығыҙ аралашып йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. “Беҙ милли һәм рухи байлыҡтарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ һәм тәжрибәбеҙҙе, һәләтебеҙҙе, белемебеҙҙе йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ!” тигән девиз менән йәшәй “Көҙйылға” ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары.
Альбина МӘСӘЛИМОВА.
Межгорье ҡалаһы.




Оставить комментарий