Сермәндәр "Елмерҙәкте" алҡышланы

Сермәндәр "Елмерҙәкте" алҡышланы
Үткән аҙнала, Инйәрҙең “Елмерҙәк” Башҡорт халыҡ театры, Сермән мәҙәниәт йортонда, театр һөйөүселәрҙе өр яңы спектакль премьераһы менән шатландырҙы.
Халыҡ театры Сермән тамашасыһын үҙенең күп көс һалып тыуҙырған мәшәҡәтле эшенең һөҙөмтәһе менән таныштырып ҡына ҡалманы, бәлки, изге тупраҡҡа ышаныслы аяҡ терәп тә өлгөрмәгән бәләкәй Моталлаптың, трагизм менән һуғарылған яҙмышын уларҙың йөрәгенә еткереп, тәрән кисерештәр менән тулҡынланырға ла мәжбүр итте.
Мин тамашасы булараҡ, театр коллективының Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесын тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеп һис тә отолмауын күреп шатландым. Киреһенсә, был спектаклде кеше тормошонда булған һәм әлеге көндә лә осраштырғылап торған аяныслы ысынбарлыҡҡа таянған, тәрән йөкмәткеле сәхнә әҫәре итеп ҡабул иттем. Минең фекерҙе залда мыш-мыш килеп, һытылып сығырҙай булып тулған күҙ йәштәрен йәшереп ултырған башҡаларҙың да икеләнеүһеҙ йөпләренә ышанам.
Йәмғиәтебеҙҙә тамырланған боҙоҡ ҡәйнә менән килен, эскесе ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре йоғонтоһонан, йәш ҡыҙҙарҙы ҡара болот араһынан күренеп ҡалған ҡояш нуры кеүек ваҡытлы хистәрҙән алданыуҙан һәм шул сәбәптәр арҡаһында сабый балаларҙың йәтимлеккә дусар ителеүенән иҫкәртә был спектакль. Бик үк оҙонға һуҙылмаған тамашаның нигеҙе, тормоштағы ысынбарлыҡтарҙан сығып, һәр кемдең нескә күңелен һиҫкәндерерлек, уйландырырлыҡ итеп һалынған.
Бер кем дә тотонмаған проза әҫәрен сәхнәләштереү өсөн, ҡуйыусыға күпме баш ватырға, йоҡоһоҙ төндәр уҙғарырға кәрәк икәнлеген, әҙерҙе ҡабул итеп өйрәнгән ябай тамашасы аңламайҙыр ҙа, бәлки. Был, бер хәрефен дә үҙгәртергә ярамаған, сәхнәләрҙән төшмәй тапалып, театр дәреслегенә әйләнеп бөткән классик әҫәр түгел. Нисек булһа ла, театрҙың режиссеры, Сәғилә Мырҙағәлина ауырлыҡтар менән иҫәпләшеп, ҡурҡып тормаған, һәр режиссерҙың да ҡулынан килмәҫтәй тос ҡына сәхнә әҫәре тыуҙырған, тип әйтер инем. Ул, “Кәкүк”тең авторы Әлиә Саматова менән бергәләп, бөгөнгө көндә лә көн ҡаҙағынан төшмәгән социаль проблеманы күтәргән. Һөҙөмтәлә бик тә фәһемле, халыҡсан сәхнә әҫәре барлыҡҡа килгән. Береһенең - режиссер, икенсеһенең - прозаик булараҡ махсус белемдәре булмаһа ла, һәр икеһенең дә үҙ урынында икәнлеге ышаныслы. Ысындан да, шулай икәнлеген, тамашаның тәрән йөкмәткеһе кире ҡаҡҡыһыҙ итеп раҫлай. Был ике талант эйәһенең спектакль геройҙарын сәхнәгә сығарыу өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, актерлыҡ һәләтен еккән егермеләгән һәүәҫкәр актерҙы берҙәм коллективҡа туплай алыуҙарына ла һоҡланмай мөмкин түгел. Актерҙарҙың яртыһы уҡыусы балалар икәнлеген дә иҫтән сығармайыҡ. Хәҙерге ваҡытта үҙен сәхнәлә күрергә теләгән һәүәҫкәрҙәрҙең үҙаңын үҫтереп, энтузиазм тойғоларына таянып ҡына йәмәғәт башланғысындағы коллектив төҙөп булыуын һәр кем аңлайҙыр.
Спектаклдең ҡоролошона ла һүҙ тейҙерерлек түгеллеген билдәләп үтергә кәрәк. Әҫәрҙәге төп геройҙар: оло Сәғирә - автор үҙе, оло Моталлап - Мөхәмәтдин Абдулкәримовтың бала сағында кисергән тормош михнәттәрен, ғазаптарын хәтерләүҙән торған ҡыҫҡа монологтарҙан бер бөтөн сәхнә әҫәре тыуған. Һәр бер монологтан һуң сәхнә шул ваҡиғаларҙы йәнләндереүгә күсә барып, бәләкәй Моталлап менән уның әсәһе - Сәғирәнең үткән яҙмышына алып ҡайтыусы эпизодтар менән тулыландырыла. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа монологтарға үрелгән ҡыҫҡа эпизодтар бөтөн сылбырға әүерелә барып, спектаклдең башынан аҙағынаса, тамашасының иғтибарын ситкә ебәрмәй көсөргәнештә тота. Ҡыҫҡа йөкмәткеле монологтарҙы тамашасы алдына йәнләндереп сығарыу, Халыҡ театры сәхнәһендә уңышлы ҡулланылған яңы алым, тип әйтер инем. Һәр хәлдә үҙем утыҙ-ҡырҡ йыл сәхнәлә уйнаһам да, бындай сюжетҡа ҡоролған спектаклдә уйнағанымды хәтерләмәйем.
Иң мөһиме - Инйәрҙәр быйыл, халыҡ күңеленә хуш килгән бик шәп тамаша әҙерләгән. Ошо спектаклдең премьераһын ҡуйып, баш ҡаланан килгән талапсан комиссия алдында, Халыҡ театры исемен тағы бер тапҡыр иҫбатлауға ла өлгәшкән улар. Уңыштан илһам алып ҡанатланған коллектив, Инйәр мәҙәниәт һарайында “Кәкүк” спектаклен тағы ла өс тапҡыр аншлаг менән ҡуйғас, Сермән тамашасыһына тәҡдим итергә ҡарар ҡыла.
Бына кемдәр улар, Сермәндәрҙә йылы тойғолар тыуҙырып, аяғүрә баҫып алҡышлауҙарға лайыҡ булыусылар: йәш Сәғирә - Лена Алсынбаева, кескәй Моталлап - Нәфис Сәғитуллин, Сайра - Тәслимә Ғәрифуллина, Ғәфур - Айбулат Оморҙаҡов, Бирғәле - Наил Ғәлиуллин, Кәримә - Әлиә Ғәйнетдинова, Йыһангир - Рәмил Йыһаншин һәм Фәттәх, Нәҡип, Саҙрый, Нәзифә ролдәрендә уйнаусылар менән бергә башҡа ролдәрҙе башҡарыусыларҙың бөтәһе лә лайыҡ ине был алҡышлауға.
Быйыл көҙ көнө Балтас районында уҙасаҡ үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестивалендә ошо спектакль менән ҡатнашырға саҡырыу ҙа алып өлгөргән улар. Киләсәктә “Елмерҙәк” Халыҡ театрының Елмерҙәк артындағы тамашасыларҙың да күңелен яуларҙарына ышаныс белдерәм.
Мансур ҺИҘИӘТОВ,
“Ирәмәл” Халыҡ театры актеры.

Оставить комментарий