Артекка бушлай путевка

Артекка бушлай путевка
Рәсәй почтаһы Артекка бушлай путевка алырға теләүселәргә ижади конкурс иғлан итә.
“Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге һәм Рәсәй почтаһы балалар ѳсѳн бер юлы ѳс ижади конкурсҡа старт бирә. Еңеүселәргә Артектың 2018 йылдағы сменаларына путевка бирелә.
Түбәндәге конкурстарҙа 11 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала:
“Почта, мин Артекка барырға теләйем” хаттар, иншалар конкурсы. Ҡулъяҙма ижади эштәрҙе 16 апрелдән 18 июнгә тиклем Рәсәй почтаһының үҙәк офисына ебәрергә. Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Варшавское шоссе урамы, 37-се йорт, ФГУП “Почта России”. Индексы: 131000. Конверттың тышына “на конкурс “Почта, я хочу в “Артек” тип яҙырға.
“ПостОпочте” ижади эштәр конкурсы. 16 апрелдән 18 июнгә тиклем асыҡ профилдә Вконтакте, Facebook, Twitter, Instagram, Youtube социаль селтәрҙәренә ҡуйылған ижади эштәр ҡарауға ҡабул ителә. Эштәргә мотлаҡ #постопочте хэштегы беркетелгән булырға тейеш. Улар “О Почте с любовью”, “РOSTер”, “ПочтоВидение” номинацияларында баһалана.
- “О Почте с любовью” текст эштәр номинацияһы. Почтаның тормоштағы роле, конкурсант ҡулланған почта хеҙмәте, әйберҙәре, почта бәйләнеше бүлектәренә барғанда аралашҡан йәки шәхсән белгән Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре тураһында яҙылған эштәр. Форматы һәм стилистикаһы конкурсант ҡарамағында.
- “РOSTер” иллюстрациялы эштәр номинацияһы. Почта тураһында, уның йәмғиәттәге һәм үҫеп килгән быуын тормошондағы роле тураһында биҙәлгән плакаттар. Форматын һәм стилистикаһын конкурсант үҙе билдәләй. Эштең фотоһүрәте социаль селтәргә ҡуйыла.
- “ПочтоВидение” видео-һѳйѳү стилендәге номинация. Видеоға конкурсанттың почта темаһына аудиторияға киң билдәле йырҙы башҡарыуы тѳшѳрѳлә. Ҡатнашыусы үҙ вер- сияһын һәм биҙәлешен бирә ала.
“Бер почта - бер ил!” конкурсы. Был яңы конкурс 16 апрелдән 10 декабргә тиклем дауам итә. Һәр ай һайын Артекка 5-тән алып 9-ға тиклем бушлай путевка отторола. Конкурсҡа почта хеҙмәтенең Рәсәй тормошондағы ролен яҡтыртҡан ижади фотоэштәр ҡабул ителә. Эштәр репортаж, реклама, декоратив характерҙа була ала. Форматы һәм стилистикаһы конкурсант ҡарамағында. Бер йәки бер нисә фото асыҡ профилдә Вконтакте, Facebook, Twitter, Instagram, Youtube социаль селтәрҙәренә ҡуйыла. Эштәргә мотлаҡ #однапочтаоднастрана хэш- тегы беркетелгән булырға тейеш.
Еңеүселәр Артекка килгәс, Рәсәй почтаһының үҫеп килгән быуында почта һѳнәренә билдәлелек арттырыуға йүнәлтелгән “Күк тѳҫлѳ ишек” исемле яңы, ҙур проектында ҡатнашасаҡ. Рәсәй почтаһы Артек нигеҙендә беренсе тапҡыр илдәге берҙән-бер балалар почтаһын ойошторасаҡ. Унда Артектың 9 лагеры араһында почта аша аралашып була.
Конкурс тураһында положениелар “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенең www.artek.org сайтына ҡуйылған.
Оставить комментарий