Рулгә ултырыр алдынан - уйла

Бөрйән районы кешеһенә руль артына икенсе тапҡыр эскән килеш ултырған өсөн 200 мең һум штраф һалынды.
Белореттың мировой судьяһы енәйәт эше буйынса 24 йәшлек А.-ға хөкөм сығарҙы. Ул РФ Енәйәт Кодексының 264.1- се статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды. Судта асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе 2017 йылдың ноябрендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Ул вазифауи кешенең иҫерек хәлдә булыуға медицина тикшереүен үтергә тигән законлы талабын үтәмәүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе бер нисә тапҡыр шул уҡ статья буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылған була һәм мәжбүри эшкә йәлеп ителеп, 200 мең һум күләмендә штраф һалына. Шуға ҡарамаҫтан, ул ҡабат эскән килеш руль артына ултыра һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә эләгә. Ғәйепләнеүсе ғәйебен тулыһынса тана. Суд уға 200 мең һум штраф һалып, транспорт менән идара итеү хоҡуғынан 3 йылға мәхрүм итә.
Белорет район-ара прокуратураһы.
Оставить комментарий