Ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ!

Ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ!
Милли донор көнө 2007 йылдан алып билдәләнә. Ошо көнгә арналған саралар илдә тәүге тапҡыр донор ҡаны ҡулланылған ваҡытҡа - 20 апрелгә тура килә. Нәҡ шул көндө, 186 йыл элек Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уңышлы ҡан ебәрелгән. Эште йәш Петербург акушеры Андрей Вольф башҡарған. Бала тапҡанда күп ҡан юғалтҡан ҡатыны өсөн тормош иптәше донор була. Милли донор көнө, тәү сиратта, бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ҡанын бушлай тапшырған донорҙарға, был фән өлкәһендә эшләгән врачтарға арналған.
Иҫтәлекле көн сиктәрендә, илдең күп кенә ҡалаларында ошо сараға мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында, республикала “Мин - донор” тигән акциялар үтте. Белорет ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәрҙәре лә иртәнге 8-ҙән ҡан тапшырырға теләүселәрҙе ҡабул итте.
- Секунд һайын донъяла төрлө кешеләргә ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡан ебәреү талап ителә. Ҡан һәм уның продукттарын ебәреү йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡара. Йылдан-йыл фән йылдам үҫешә һәм донор ҡаны алыу алымдары камиллаша. Ҡан төркөмдәре асыҡланған, ҡушылмаларын һәм уларҙы ҡулланыуҙың, донор ҡанын алыу технологияһының заманса ысулдары файҙаланыла. Һау-сәләмәт кеше генә донор була ала. Рәсәйҙә донорҙар һанын арттырыу мәсьәләһе һаман да алғы планда ҡала, сөнки илдең барлыҡ төбәктәре лә донор ҡанына ҡытлыҡ кисерә. Уның халыҡ һаулығын һаҡлауҙа әһәмиәте үтә ҙур, айырыуса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ауыр хәлгә тарыусыларға ҡан кәрәк. Ундай осраҡтарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты донор ҡаны запасы булыу-булмауға ла бәйле. Белорет ҡан биреү станцияһында ла, 2017 йылғы күрһәткестәр буйынса, 1281 донор ҡан тапшырған. Өс йыл менән сағыштырғанда, тәүге тапҡыр ҡан тапшырыусылар һаны кәмей. 2015 йылда 586 кеше тәүге тапҡыр ҡан бирһә, былтыр 265 донорға аҙыраҡ булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡан биреү станцияһы даими донорҙар менән тығыҙ эшләй һәм дөйөм ҡан биреү һаны ла, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, арта бара, - тине Белорет ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәүеф Акрам улы Ҡәләмов.
2017 йылда Белорет ҡан биреү станцияһына беркетелгән үҙәк район клиник, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы район-ҡала дауаханаларына, Сибай ҡан биреү станцияһына, 142-се медсанчасы һәм сифатты контролдә тотоу бүлектәренә бөтәһе 2650 доза (779 650 мл) эритрокомпоненттар, 1845 доза (420 540 мл) туңдырылған плазма тапшырылған. Белорет ҡан биреү станцияһында 463 “Рәсәйҙең Маҡтаулы доноры” иҫәпләнә. Шуларҙың 234-е район-ҡаланан, ә ҡалғандары Учалы, Бөрйән, Межгорье ҡала-районына тура килә. Учреждениела үҙ эшенең оҫталары, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың күптәре үҙ ҡанын тапшырып, әллә күпме кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалған да инде. Улар араһында “Рәсәйҙең Маҡтаулы донорҙары” ла, изге эшкә яңы тотонғандары ла бар. Елена Рябова, Вера Колесникова, Галина Дмитриева, Зөлфиә Әҙелмырҙина лайыҡлы донор исемен йөрөтә. Ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәре Гөлназ Ғилманова (һүрәттә) эшкә килгәс тә ҡанын тапшырырға йөрьәт иткәненә үкенмәй. Донорҙар көнөндә ул 15-се тапҡыр ҡанын биреп, рәхмәтле булды. “Бында эшкә килгәнсе лә ҡанымды биреп ҡараған инем. Изге эш менән шөғөлләнеү миңә оҡшай. Беренсенән, бер тапҡыр ҡанымды биреү менән ике кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалам. “Һеҙ кеше ғүмерен ҡотҡарҙығыҙ!” тигән смс-хәбәрҙәр килһә, күңелгә рәхәт. Икенсенән, процедуранан һуң үҙем дә осоп тигәндәй йөрөйөм, ҡан баҫымым да нормала. Артабан да ҡан биреүемде дауам итәсәкмен, һаулыҡ ҡына булһын. Тормош иптәшем, улым да бер нисә тапҡыр ҡанын бирҙе. Туғандарыбыҙ араһында ла ундайҙар бар”, - тине Гөлназ Зәйнулла ҡыҙы. Ғөмүмән, был көндө 30-лап кеше акцияға ҡушылды һәм ҡанын тап- шырҙы. Араларында тәүге тапҡыр килеүселәр ҙә бар ине. Белорет ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ донорҙарға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләне. “Әйҙәгеҙ, артабан да бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ һәм ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ”, - тине улар.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий