Йәш янғын һүндереүселәр һынатмай

Һуңғы йылдарҙа янғындарҙың йыш күренешкә әйләнеүе, тотош ауыл- ҡасабаларҙың, урман майҙандарының янып юҡҡа сығыуы, ут ҡорбандары һанының йылдам үҫеүе һәммәһен дә борсоуға һала.
Күпселек осраҡта был ҡаза хатта ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә белмәү, үтәмәү, балаларға өйрәтмәү, шулай уҡ ғәмһеҙлек, битарафлыҡ арҡаһында тыуа.
Үрҙә билдәләнгән күңелһеҙ хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, төбәгебеҙҙең бихисап уҡыу йорттары йәш быуынға был йәһәттән ғилем эстәү, тәрбиә биреү буйынса әүҙем эштәр алып бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Егәҙе мәктәбе уҡыусылары IV Бөтә Рәсәй “Йәш янғын һүндереүселәрҙең иң шәп дружинаһы” смотр- конкурсының Республика этабында ҡатнашып, Белорет ҡалаһында урынлашҡан 28-се янғын хәүефһеҙлеге отрядының 44-се янғын һүндереү часында янғын хәүефһеҙлеге буйынса үҙ оҫталыҡтарын шымартып, камиллаштырып ҡайтты. Әйткәндәй, конкурс Хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылы һәм шулай уҡ Ирекмәндәр йылы сиктәрендә уҙғарылды.
Конкурс шарттарына ярашлы, йәш-елкенсәк өс өлөштән торған һынау үтте. Беренсе этапта визит карточкаһы һәм команда менән таныштырыу ҡаралһа, икенсе өлөштә иһә ярышта ҡатнашыусылар янғын һағы үҫеше тарихына, Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү ойошмаһына, медицинаға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ҡағылышлы бихисап һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңғы этапта командалар янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса эстафетала көс- ҡеүәтен, таһыллығын һынаны. Бында конкурсанттарға янғын һүндереүсенең махсус кейемен кейеү, шартлы “ҡыҙыл әтәс”те һүндереү һ.б. ҡатмарлы һынауҙар ҡуйылды.
Янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән йәмғиәттең аңын үҫтереү, йәш быуындың был өлкәлә гражданлыҡ бурыстарын аңғартыу, шулай уҡ янғындарҙы булдырмау, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә төшөндөрөү, уттан янаған хәтәр тураһында ғилемде камиллаштырыу, шул иҫәптән “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы көрәштә ыңғай тәжрибәләр менән уртаҡлашыуҙы маҡсат иткән был сара, һис шикһеҙ, “Йәш янғын һүндереүсе” балалар һәм үҫмерҙәр йәмғиәте хәрәкәтенең үҫешенә, киң ҡолас йәйеүенә булышлыҡ итәсәк.
Илдар ӘБҮБӘКИРОВ,
Белорет район-ара надзор эшмәкәрлегенең һәм профилактик эш бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе.
Оставить комментарий