Осҡон сәсте сәхнәләрҙә йәнә "Еҙ үксә"

Осҡон сәсте сәхнәләрҙә йәнә "Еҙ үксә"
Халҡыбыҙҙың бай тарихын, миллилеген, кѳнкүрешен, хатта кәйефен, хыялдарын, ҡайғы-хәсрәттәрен вә шатлығын сағылдырған бейеү сәнғәтенә битарафтар һирәктер арабыҙҙа. Яңы ғына тәпәй баҫҡан кѳләкәс сабыйҙан алып, инде олпат йәшкә еткән оло быуын вәкилдәренә тиклем, дәртле бейеү кѳйѳн ишетеү менән, бар ауыртыу-һыҙланыуҙарын, көйһөҙләнеүҙәрен онотоп тыпырлап тѳшѳп тә китә. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа сәнғәттең был тѳрѳнә ҡарата иғтибар бермә-бер артты. Был йәһәттән беҙҙең районда ла байтаҡ саралар ойошторола. Ошо кѳндәрҙә Шығай “Ѳлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгендә дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған Башҡортостандың халыҡ артисы, һәләтле хореограф, данлыҡлы яҡташыбыҙ Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” район бейеү конкурсының финалы ғына ла быға асыҡ миҫал. Бейеү сәнғәтен үҫтереү, камиллаштырыу, пропагандалау маҡсатын күҙ уңында тотҡан әленге ярыш быйыл да бихисап бейеүсене бергә тупланы.
Конкурсанттарҙы на- рыҡлау ѳсѳн мәртәбәле баһалама комиссияһына сәнғәт донъяһында ҡаҙаныштары, тынғыһыҙ вә фиҙаҡәр эшмәкәрлеге арҡылы танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бейеүҙәре менән бар донъяны таң ҡалдырған Риф Фәтих улы Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова, Сермән музыка мәктәбенең хореограф-педагогтары Зинира Харис ҡыҙы Дәүләтова һәм Елена Николаевна Әғзәмова билдәләнде.
...Эй, ѳйѳрѳлә сәхнәлә ап-аҡ күбәләк-ҡыҙҙар. Хәрәкәттәренең еңеллеге, кәүҙәләренең һығылмалылығы, йѳҙҙәренең нурлылығы солғанышында, гүйә, шау сәскәле йәшел сәхрәлә кескәй һылыуҡайҙар түгел, ә елп-елп ҡанат ҡаҡ- ҡан нәфис күбәләктәр әйләнә... Һис шикһеҙ, ун дүрт йәшкә тиклемге коллективтар араһында беренсе булып сығыш яһаған Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Ләйсән” бейеү түңәрәгенең (етәксеһе Дилбәр Рәхмәтова) “Күбәләк” бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Шулай уҡ Йѳйәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ынйы” бейеү коллективы (етәксеһе Айгѳл Закирова) башҡарыуында “Ѳҙҙѳрә лә баҫа ҡыҙҙар”, Рысыҡай ауыл клубының “Йондоҙсоҡ” ансамбленең (етәксеһе Земфира Мәхмүтова) “Шаян ҡыҙҙар” бейеүҙәре күңелдәрҙе елкендерерлек дәртле кѳйѳ, сулпы-әсмәүҙәрен сыңлатып сәхнәне дер һелкеткән бәләкәс ҡыҙҙарҙың кѳй ритмын тойоп, бер үк кенә баҫыуы тамаша залын дәррәү алҡыштарға күмде.
Манышты ауылынан Зарипова Сәүиә һәм Сафуанова Элина башҡарған шаян бейеү ҙә (етәксеһе Гѳлфиә Шәйхетдинова) байрам кәйефен бермә-бер күтәрҙе. Районыбыҙҙың ѳмѳтлѳ бейеү коллективтарының береһе - Үткәл ауылы мәҙәниәт йортоноң “Сулпылар” бейеү ансамбленең (етәксеһе Гүзәл Шәғәлина) парлы “Зарифаһы”, “Дуҫлығы” иһә киләсәген бейеү сәнғәте менән бәйләр һәләтле егет-ҡыҙҙарҙың барлығына ишара ғына. Ҡаһарман ауылы мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле солистары Уралиә Мусина һәм Элина Ирғәлина башҡарыуында (етәксеһе Әлиә Иҙрисова) “Әхирәттәр”, Абҙаҡ мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” бейеү коллективының (етәксеһе Лира Хәйруллина) “Тимербайҙың улдары” бейеүҙәре лә һәммәһенең күңеленә хуш килгәндер. 14 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге бейеү коллективтары араһында Мәхмүт ауылынан “Ирәмәл ынйылары” бейеү коллективының үҙенсәлекле “Тула баҫыу”, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубынан Арсен Нәжметдинов менән Айгиз Исламовтың һоҡланғыс “Бөрйән егеттәре” (етәксеһе Айгөл Мағазова), Сосновка мәҙәниәт йорто “Арташ” бейеү ансамленең шаян “Һауынсылар” (етәксеһе Илнара Ғилманова) бе- йеүҙәренән кемдең генә күңеле елкенмәне икән һуң! 25 йәштән өлкән сығыш яһаусыларҙан Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ағиҙел” бейеү дуэтының “Күбәләг”ен дә (етәксеһе Ольга Евстигнеева) бик йылы ҡабул ҡылды тамашасы. 14 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар араһынан Шығай ауылының “Ләйсән” бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе һылыуҙар - Гүзәлиә Сәйфуллинаның “Өләсәйем һандығы”, конкурстың иң кескәй ҡатнашыусыһы, 5 кенә йәшлек Зи- нира Хажинаның “Гөл үҫтереүсе ҡыҙ” бейеүҙәре бай йөкмәткеһе, орсоҡтай зыр әйләнгән һөйкөмлө ҡыҙыҡайҙарҙың оҫта баҫыуы менән таң ҡалдырҙы. Ә бына Береш ауыл клубының данын яҡлап килгән Азалия Байдәүләтованың сығышы иһә тотош бер тамашаға әйләнде, тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Һәләтле ҡыҙҙың “Ғәйбәтсе” бейеүе (етәксеһе Эльвира Ғәйнетдинова) уның иҫ китмәле актерлыҡ оҫталығын да асып һалды. Инйәр район мәҙәниәт йортонан Яманғолова Диананың “Хан ҡыҙы” (етәксеһе Гөлнара Москова), Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң “Сулпылар” бейеү ансамбле солисы Ислам Сабаевтың “Генерал Игзаков” бейеүҙәре (етәксеһе Гүзәл Шәғәлина), Шығай һылыуы Гөлми- наз Хафизованың самауыр-сынаяҡтар менән оҫта тыпырлатыуы (етәксеһе Лира Хәйруллина) мәҙәниәт усағын дәррәү һәм оҙайлы алҡыштарға күмде. 14 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар араһынан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Азалия Мырҙабаеваның “Оҙон сәс”е (етәксеһе Дилбәр Рәхмәтова), Аҙналы ауылы мәҙәниәт йортонан Ғәлимова Әлиәнең “Яҙғы урман” лирик бейеүе (етәксеһе Гөлшан Ғәйфуллина), Сосновка ауылынан Илнара Ғилманованың “Хан ҡыҙы”, Ҡаһарман ауылы һылыуы Динә Шәрипованың “Талир тәңкә”һе (етәксеһе Әлиә Иҙрисова) һәммәһен дә әсир итте. Әйткәндәй, сығыш яһаусы сибәркәйҙәрҙең башҡорт ҡыҙҙарына хас тыйнаҡ вә һөйкөмлө йылмайыуы, ғәжәп ҡылыр нәзәкәтлеге, нәфислеге, буй-һындарының камиллығы, кейгән милли костюмдарының зауыҡлығы, килешле булыуы менән хайран ҡалдырҙы. 25 йәштән өлкән берҙән- бер яңғыҙ сығыш яһаусы - Рысыҡай ауыл мәҙәниәт йортонан Нәфисә Ғимранованың “Мөғлифә” бейеүе лә был күркәм байрамдың мәртәбәһен арттырҙы.
Осҡон сәсте сәхнәләрҙә йәнә "Еҙ үксә"Баһалама ағзаларының етди һәм көсөргәнешле фекер алышыуынан һуң, ниһайәт, түҙемһеҙлек менән көтөп алынған ярыш нәтижәләрен иғлан итер мәл дә етте. Шулай итеп, Манышты ауыл клубынан Сәүиә Зарипова һәм Элина Сафуа нованың шаян дуэты - “Сәнғәт ара- лашыуы барлыҡҡа килтереүсе мөхит тыуҙырыу”, Рысыҡай мәҙәниәт йортоноң “Йондоҙсоҡтар”ы - “Тамашасы һөйөүе”, Шығай ауылынан “Ләйсән” бейеү ансамбле - “Бейеү сәнғәтендә ижади баш- ланғыс”, Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ағиҙел” дуэты - “Бейеү сәнғәтенә ынтылыш”, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Зинира Хажина - “Иң кескәй ҡатнашыусы”, Рысыҡай ауыл клубынан Нәфисә Ғимранова - “Иң өлкән ҡатнашыу- сы”, Аҙналы ауылынан Арина Сө- ләймәнова - “Өмөт”, Ғәбдөк ауылы- нан Азалия Әхмәтйәнова “Урындағы халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияларында дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. 14 йәшкә тиклемге яңғыҙ ҡатнашыусылар араһынан III дәрәжәле диплом менән Инйәрҙән - Диана Яман- ғолова, Шығайҙан - Гүзәлиә Сәйфуллина билдәләнһә, II урынға Береш ауылынан Азалия Байдәүләтова һәм Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Гөлминаз Хафизова сыҡты. I дәрәжәләге дипломға Үткәл ауылынан Ислам Сабаев лайыҡ булды. 14 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында III урынға Аҙналы ауылынан Әлиә Ғәлимова, II урынға - Шығай гүзәле Азалия Мырҙабаева, I урынға Ҡаһармандан Динә Шәрипова сыҡты. 14 йәшкәсә балаларҙы туплаған бейеү ансамблдәре араһында III урынға - Йөйәк ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ынйы”лары, II дәрәжәле дипломға - Ҡаһармандан “Дуҫлыҡ” дуэты, I дәрәжәләгеһенә - Абҙаҡ ауылынан “Шатлыҡ” бейеү ансамбле лайыҡлы тип табылды. 14-25 йәшлек бейеүселәрҙән торған ансамблдәрҙән III урынға Мәхмүттән “Ирәмәл ын- йылары” сыҡһа, I урынды Сосновка ауылының “Арташ” бейеү ансамбле һәм Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Йәшлек” дуэты бүлеште. Яңғыҙ бейеүселәр араһынан Сосновка мәҙәниәт йорто ҡатнашыусыһы Илнара Ғилманова Гран- при яулаһа, ансамблдәрҙән иң юға- ры баһаға Үткәл ауыл клубының “Сулпылар”ы лайыҡ булды. Ике турҙа ҡатнашыусы барлыҡ конкурсанттар, призлы урын яулаусы дипломанттар маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде. Бейеү буйынса үҙ көсөн һынарға йөрьәт иткән һәммә сығыш яһаусыларҙың уңышына, оҫталығына эскерһеҙ һөйөнөп, был сәнғәт төрөнә ғашиҡ йәндәрҙең күплегенә хайран ҡалып, бар эш-көшөн ташлап Өфө һынлы ерҙән елдереп килеп еткән Риф Фәтих улы Ғәбитовтың, районыбыҙҙың мәҙәниәте, һәләтле кешеләре өсөн янып-көйөп йәшәгән Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмованың ҡотлау вә дәртләндереү һүҙҙәре, ихлас теләктәре байрамға килеүселәрҙең күңеленә һары майҙай яғылып, алдағы йылдарға планлаштырылған “Еҙ үксә” район бейеү конкурсында йәнә лә ҡатнашырға илһамландырғандыр, әйтәгүр. Ғөмүмән, бихисап быуаттар аша үҙ йөҙөн юғалтмай бөгөнгәсә килеп еткән башҡортомдоң данлыҡлы бейеү сәнғәтенең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуы, үҫеш юлын туҡтатмай һаман камиллаша барыуы, халыҡ һөйөүен яулауы, һис шикһеҙ, мәслихәт эш. “Еҙ үксә” аталмышлы бейеү конкурсында быға тағы бер ҡат инандыҡ та инде.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий