Әйҙә, һеҙ ҙә өмәгә!

Әйҙә, һеҙ ҙә өмәгә!
Республика Хѳкүмәте дәүләт ойошмаларына, муниципалитеттарға, бѳтә тѳр ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берләшмәләренә беркетелгән биләмәләрҙә экологик ѳмәләр үткәрергә ҡушты. Ҡала һәм районда ошоға ярашлы биләмәләрҙең санитар- экологик хәлен яҡшыртыу маҡсатынан яҙғы экологик ѳмәләр башланды. Күп кенә предприятие, учреждение һәм территориаль идаралыҡтар, уҡыу йорттары, һатыу итеү үҙәктәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе шартына килтереп сүп-сарҙан таҙарта башланы.
Ошо кѳндәрҙә Белорет мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре филиал директоры Гѳлнара Фаил ҡыҙы Мѳхәмәтғәлина етәкселегендә мәғлүмәт үҙәге бинаһының тирә-яғын тырматып, һепереп, ҡыйҙарҙы полиэтилен пакеттарға тултырып ҡуйҙы. Һауа торошоноң насар булыуына ҡарамаҫтан, ѳмә ойошҡан рәүештә үтте, барыһы ла тырышып эшләне.
Шулай уҡ медицина колледжы студенттары ла ѳсѳнсѳ (һүрәттә) кѳн ихлас һәм дәррәү яҙғы экологик ѳмәлә ҡатнаша. Уларға Киров урамынан Ленин урамына тиклем арауыҡтағы юл ситен таҙалау бүлеп бирелгән. “Медсестра эше” бүлегенең I курсында белем алған студенттар, уҡытыусылары Николай Викторович Щербаков менән үҙҙәренә ҡушылған изге эште ҙур ихласлыҡ менән башҡарғандары күренде. Ҡала урамдарында төҙөкләндереү эштәре бара. Мәҫәлән, Октябрҙең 50 йыллығы урамында юл ситендәге бордюрҙар алыштырыла.
Экологик ѳмәләрҙе үткәреү 12 майға тиклем ҡаралған. Был осор эсендә Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы объекттарҙың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нормаларына ярашлы булыу- булмауын тикшерә. Талаптарға тура килмәгән осраҡта, административ штраф һалыу ҡаралған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр сүп- сарҙарҙы махсус урналарға ташларға, ер-һыуға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәклеге тураһында белмәй. “Ҡайҙа ҡый ташламайҙар - шунда таҙа”, тигән әйтемде һәр кем иҫендә тотһон ине.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий