Һуғыш урлаған бала саҡ

Һуғыш урлаған бала саҡ
Һуғыш… Нимә һуң ул һуғыш? Һуғыш ул - ҡот осҡос фажиғә. Ата-әсә ҡосағынан бик иртә айырылған, бер һыныҡ икмәккә тилмергән балалар, аслыҡтан шешенеп үлгән балалары өсөн зар илаған әсәләр, яу ҡырында ятып ҡалған атайҙар, яңы ғына балалыҡтан сығып, тыуған иленең азатлығы өсөн сит ерҙәрҙә ятып ҡалған йәп-йәш егеттәр, тол ҡалған ҡатындар, бөрөләнеп тә сәскә атырға өлгөрмәгән мөхәббәт - мәңгегә яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән ҡыҙҙар, концлагерҙарҙа ҡот-осҡос язаланған тотҡондар һәм көндө төнгә ялғап эшләгән, арыуҙан, аслыҡтан ҡоро һөйәккә һәм тирегә ҡалған бала-саға, ҡатын- ҡыҙ, ҡарт-ҡоро. Күпме емерелгән яҙмыштар, өҙөлгән хыялдар, урланған бала саҡ. Бына нимә ул һуғыш.
Беҙҙең бәләкәй генә Рысыҡай ауылынан 36 ир-егет һуғышҡа китеп, шуларҙың 14-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты. Алған яраларынан ҡайтыусыларҙың күбеһе был яҡты донъянан бик иртә китте. Хәҙер ауылда бер генә һуғыш ветераны ла юҡ. Тыл ветерандарының сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн йәнен дә, тәнен дә йәлләмәгән, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән тыл ветерандары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалып бара. Һуғыш ваҡытында күргән тыл михнәттәре тураһында бына нимә һөйләй Әүбәкиров Сәйфетдин ағай.
- Һуғыш башланғанда миңә 13 йәш ине. Мин алтынсы класты тамамлап, имтихандарға әҙерләнеп йөрөй инем. Телефон аша Шығай ауылына һуғыш башланыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Беҙҙең ауыл Шығай сельсоветына ҡарай ине. Шығайҙан бер һыбайлы сабып килеп, һуғыш башланыуы тураһындағы хәбәрҙе еткерҙе. Төнгөлөккә магазинға, складҡа, фермаға һаҡ ҡуйып бөттөләр. Йәштәр урам буйлап патрулдә йөрөйҙәр.
Һуғышҡа ауылдан иң беренсе Ситдиҡов Абдрахман ағай китте. 1912 йылғы ине. Ул фин һуғышында булып отпускыға ҡайтҡайны. Бер генә көн ауылда булып ҡалды, икенсе көнө китеп тә барҙы һәм кире әйләнеп ҡайта алманы. 1941 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғалды. Уның бер туған ағаһы Ситдиҡов Ғүмәр апа ла 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалды.
Атайым Мортаҙа Әүбәкировҡа, Мосауир Әсәҙуллинға, Кинйәбай Ғәйфуллинға, Хабрахман Мансуровҡа бер көндә повестка килде. Беҙ әсәйем менән атайымды оҙата киттек. Белоретта, быуа аръяғында тимер юл станцияһы урынлашҡайны. Китеүселәр шунда йыйылған. Эй, кешенең күплеге! Станция туп-тулы. Кеме илай, кеме йырлай...
Атайымды оҙатыуға 1 ай үткәс, хәрби формала атайым үҙе ҡайтып төштө. Өҫтөндә аҡ полушубка, башында шапка, аяғында быйма. Кемдәр кавалерияға эләккән, уларҙы кире ҡайтарып торғандар икән. Нишләптер, Хабрахман апа ла кире ҡайтты, башҡаса китмәне һуғышҡа.
Беҙҙең Рысыҡай ауылы үҙе айырым “Урал” колхозы булып торҙо. Азаматов Хажиәхмәт ағай колхоздың рәйесе, Мөхәмәтдинов Зәйнетдин ағай бригадир, Талип ағайым хисапсы ине. Атайымды үҙенең урынына яңынан ферма мөдире итеп ҡуйҙылар. 1942 йылда атайымды кире һуғышҡа алдылар. Мине бәләкәй командир итеп ҡуйҙылар, Харьковҡа етеп барабыҙ, тигән бер генә хаты килде. 1943 йылдың апрелендә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ алдыҡ.
Ауылдан ирҙәрҙе, егеттәрҙе яйлап һуғышҡа алып бөттөләр. Бөтә ауырлыҡ үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар иңенә төштө.
Уҡытыусы Суфиярова Мотаһара апай мине имтихан бирергә саҡыра, яҡшы уҡыйһың бит, кил, етенсе класҡа күсерәм, ти. Кәнсәгә барҙым. Хажиәхмәт ағай ебәрмәй, уҡырға йөрөмәйһең, давай ер тырмат, ти. Шулай итеп, ары уҡып булманы.
Бер ваҡыт мин, Мөбәрәк, Суфиян, Байназар яланда ат менән ер һөрәбеҙ. Аяҡта - сабата, ер - еүеш, аяҡтар лысма һыу. Арҡан юҡ, һалабаштан ишеп постромка (мисәү бауы) эшләп алғанбыҙ. Бер ҙә йүнләп һөрөп булмай, постромка өҙөлә лә сыға, өҙөлә лә сыға (һалабашты һыуҙа ебетеп ишергә кәрәк булған, белмәгәнбеҙ). Зәйнетдин ағай Хажиәхмәт ағайға, малайҙар ер һөрмәйҙәр, тип әйткән. Хажиәхмәт ағай: “Мин һеҙҙе кире ҡайтмаҫлыҡ ергә ебәрәм”, - ти. Сәғәҙәт апа: “Хажиәхмәт, балаларҙы әрәм итмә инде, ебәрмә”, - тип беҙҙе яҡлаша. Үҫмер генә малайҙар ер ҙә һөрҙөк, тырматтыҡ та, бесән дә әҙерләштек, фермала ла эшләнек. Аттар арыҡ, йонсоу, менеп ултырып йөрөп булмай, етәкләп йөрөп эшләйбеҙ. Өйгә ҡайтмайбыҙ ҙа, ҡырҙа йоҡлап, шунда ашап йөрөйбөҙ. Мусин Аҫылғужа апа аттарҙы көтә, әбейе ашарға бешерә. Ҡатын-ҡыҙ көндөҙ көлтә бәйләй, беҙ башҡа эштә, ә төндә көлтә ташыйбыҙ, 2-3 сәғәт кенә йоҡлайбыҙ, йоҡо туймай. Иген һуғабыҙ. Беҙ малайҙар ат ҡыуабыҙ, Һәнеүәт апайҙың, Шаһабал ағайҙың әсәйҙәре барабанда, Асылбаев Исхаҡ апа, Дауытов Сәфәр апа эҫкерт һалалар.
Рысыҡай ауылынан Нәзирә ХАФИЗОВАның тулы материалын гәзиттең 36-сы һанында (4 май) уҡығыҙ.

Оставить комментарий