Мѳхәббәттең ваҡыты сиклеме?..

Мѳхәббәттең ваҡыты сиклеме?..
...Уларҙың мөхәббәтенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Оялсан ҡарашлы, наҙлы тауышлы, нәҙекәй билле гүзәл ҡыҙ, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу йөрәкле, көс-ғәйрәте ташып торған тәүәккәл егет. Береһе зәңгәр күҙҙәрҙең ымһындырғыс нурына, икенсеһе сөм ҡара ҡараштарҙың сихри көсөнә буйһоноп, сәғәҙәтле мәлдәрҙең һәр минутынан кинәнес табыр ине... Ҡаланың иң ҡиммәтле ресторандарының береһендә, йөҙгә яҡын ҡунаҡ саҡырып, гѳрләтеп туй уҙғарҙылар. Атай-әсәйҙәрҙең ярҙамы менән фатирлы ла булды йәштәр. Әммә ѳс йыл үттеме, юҡмы, таныштарҙың айырылышып ҡуйыуҙарын ишетеп, дөрөҫөн әйткәндә, шаңҡып ҡалдым. Ике йәштәр тирәһендәге сабыйы менән саф һауа һуларға сыҡҡан йәш ҡатынды осратҡас, уңайһыҙ булһа ла, ҡапыл-ҡара айырылышыуҙарының сәбәбе менән ҡыҙыҡһындым. “Туйҙан һуң алыштырып ҡуйҙылармы ни, иғтибар ҙа, ярҙам да юҡ. Иптәштәре менән сығып китһә, донъяһын онота, эсә. Бала тыуғас үҙгәрерме тиһәм, киреһенсә, аҙҙы - ғауға ҡуптара, хатта ҡул да күтәргәне булды”, - ти ауыр көрһөнөп йөҙҙәре һурылып, күҙ төптәре ҡарайып киткән һылыу. Итәғәтле, етди, эш рәтен белгән ирҙең ғаилә тормошона яраҡһыҙ булып сығыуы ла сикһеҙ ғәжәпләндерҙе. Матур ғына башланып киткән мөхәббәт тарихының бәхетһеҙ ахыры, әлбиттә, аяныс күренеш. Нишләйһең, тормош, тиер кемдер. Әммә һуңғы йылдарҙа ғаилә булып ойошҡан парҙарҙың һөйөү туҫтаҡтары нәфрәт менән тулыуы, бер-береһенең холоҡ- фиғелдәрен, ҡылыҡтарын ҡабул итмәүе, ахыр сиктә тәҡәт итә алмай айырылышып ҡуйыуы йышайҙы. Нимә был, мөхәббәт тигән мәңгелек төшөнсәне лә ҡыҫырыҡлаймы беҙҙең заман? Илаһи вә изге тойғоноң да бәҫе, ҡәҙере киттеме ни? Никах, айырылышыуҙар буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәрен генә алайыҡ. Йылдың тәүге айында Башҡортостанда 1319 никах теркәлгән - был 2017 йылдың ғинуарына ҡарағанда 43-кә аҙыраҡ; 1305 ғаилә тарҡалған - был иһә үткән йылға ҡарағанда 91-гә күберәк. Ғөмүмән, 2018 йылдың ғинуарында Башҡортостан теркәлгән һәм тарҡалған никахтар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡайны. Ҡыуанырғамы, көйөнөргәме был осраҡта - яурын ғына һикертергә тура килә. Икенсе урында - күршебеҙ Татарстан, өсөнсө урында - Түбәнге Новгород өлкәһе. Дѳйѳм алғанда, йыл башында Волга буйы федераль округында йәмғеһе 9288 никах теркәлһә, һәм был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 295-кә кәмерәк булһа, 9310 пар, киреһенсә, никахтарын тарҡатып өлгөргән - был инде 2017 йылдың ғинуарына ҡарағанда 332-гә күберәк. Күренеүенсә, никахтар һаны айырылышыуҙар һаны менән типә-тиң тиерлек. Тимәк, республикабыҙҙа яңы, бәхетле ғаиләләр һаны артҡан, тип ҡыуаныуҙан артыҡ фәтүә юҡ, сөнки шул уҡ мәлдә икенсе ғаилә ҡатмарлы айырылышыу процесын кисерә.
Был йәһәттән беҙҙең районда хәлдәр нисегерәк икән? Үрҙә телгә алынған сетерекле мәсьәлә буйынса Белорет районы һәм ҡалаһы загс бүлеге начальнигы ХЛЫНОВА Инна Сергеевнаға мөрәжәғәт иттек.
- Инна Сергеевна, ҡауышыу- айырылышыуҙар менән беҙҙә хәлдәр нисегерәк?
- Бигүк шәп, тип әйтмәҫ инем. Никах тарҡатырға теләгәндәрҙең йылдан-йыл ишәйеүе борсоуға һала. Мәҫәлән, 2017 йылда 734 никах теркәлһә, 424-е иһә тарҡалған. 2018 йылдың ғинуар-март айҙары эсендә 122 йәш ғаилә яралһа, 85-е иһә айырылышырға ҡарар ҡылған.
- Сәбәптәре ниҙә һуң айырылышыуҙарҙың?
- Күп парҙар никахтарының тарҡалыу сәбәптәрен аңлатып тороуҙы кәрәк тип тапмай, шулай ҙа, тәжрибә күрһәтеүенсә, ғәҙәттә, финанс ҡатмарлыҡтар, эскелек, ир кешенең ҡатынына ҡул күтәреүе, хыянат, холоҡ-фиғелдәрҙең тап килмәүе ир менән ҡатын араһындағы мө- нәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара.
- Айырылышҡанға тиклем нисә йыл йәшәп ҡала парҙар?
- 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 22 пар 1 йыл эсендә бер-береһенән ялҡып өлгөргән; 177 пар 1-5 йыл эсендә айырым йәшәргә ҡарар иткән; 105 пар йәмғеһе 6-10 йыл бергә торғандан һуң айырылһа, 41-е 11-15 йыл эсендә бер- береһе менән йәшәүҙән төңөлгән. 79 ғаилә иһә 15 йылдан күберәк бергә донъя кѳтѳп, айырылырға ҡарар ҡылған. 2018 йылда - 5 йыл йәшәп тарҡалған никахтар һаны - 35; 6-10 йыл йәшәп ҡалғандар һаны - 20; 11-15 йыл йәшәгәндәр - 9; 15 йылдан күберәк йәшәгәндәр араһындағы айырылыу осрағы 16-ға тулды.
- Айырылышырға килгәндәрҙе уйҙарынан кире ҡайтарыу, ғаиләләрен һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәйҙер эштәр алып барыламы?
- Әлбиттә, был йәһәттән үҙебеҙсә һөйләшеүҙәр алып барырға тырышабыҙ. Хатта беренсе ҡатта психолог бүлмәһе лә асҡайныҡ бер мәл. Әммә уға мөрәжәғәт итеүселәр булманы тиерлек. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең халыҡ психолог, психиатрҙарҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Уларҙың ярҙамын кире ҡаға. Ғаиләләге конфликттар, аңлашылмаусанлыҡтар үҙ мәлендә хәл ителһә, профессионалдар ҡулына тапшырылһа, кем белә, бәлки, айырылышыуҙар һаны ла кәмер ине. Бөгөнгө көндә беҙ “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡыйын хәлдә ҡалған ғаиләләр, ярҙамға мохтаж яңғыҙ әсәләр шул үҙәккә барып, психологик, педагогик, юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар унда.
- Инна Сергеевна, айырылышҡандан һуң никах яңыртҡандар бармы?
- Бар, әлбиттә, ундай парҙар. Әммә бындай никахтарҙан ҡыуанырғамы, иларғамы - яуап бирергә ҡыйынһына- быҙ. Күпселек осраҡта, икенсе тапҡыр яҙылышҡандар бер-береһеҙ йәшәй алмағандан түгел, ә финанс хәлде көйләү, йәғни ниндәйҙер субсидия юллау, социаль түләүҙе алыр өсөн мөнәсәбәттәрен ҡабаттан рәсмиләштерә.
- Сит ил граждандары менән өйләнешеү, шул иҫәптән айырылышыу осраҡтары булдымы?
- Күп түгел, шулай ҙа бар. Мәҫәлән, 2017 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклемге арауыҡта 1 Ҡаҙағстан, 1 Үзбәкстан, 1 Украина, 4 Тажикстан вәкиле менән никах теркәлгән. 2 айырылышыу осрағы билдәле. Быйылғы йылдың ғинуар-март айҙарында иһә 2 Тажикстан кешеһе менән беҙҙең граждандар ѳсѳн Мендельсондың “Туй маршы”н яңғыраттыҡ.
- Инна Сергеевна, төплө яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Ғаиләлә ир менән ҡатын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙан, ҡупҡан янъялдан, тәү сиратта, балалар ғазап сигә. Әсәй менән атайҙың бер кѳн килеп айырым тормош башлауы, мѳнәсәбәттәренең юҡҡа сығыуы кескәй йѳрәктәргә уңалмаҫ яра һала. Мировой суд мәғлүмәттәре буйынса, мәҫәлән, 2017 йылда ғына Белорет ҡалаһы һәм районында балалары булған 193 ғаилә никахын тарҡатҡан; 2018 йылда иһә 13 айырылышыу осрағы теркәлгән.
Нәркәс Сөләймәнованың тулы материалын гәзиттең 36-сы һанында (4 май) уҡығыҙ.

Оставить комментарий