Матур ғаилә ауыл күрке

Матур ғаилә ауыл күрке
Тормош бит ул аҡҡан һыу кеүек, аға ла, аға: бала саҡ, йәшлек, унан инде ҡартлығы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Яҙасаҡ геройҙарым Шығай ауылында йәшәгән Нурбикә менән Инсаф КАНАФИНДАР һәм уларҙың матур тормошо тураһында.
Канафиндарҙың бергә йә- шәүҙәренә лә 45 йыл булып киткән. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерҙе аҙ тип әйтеп булмай. Күптәргә өлгө булып, бынамын итеп гөрләтеп донъя көткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған Канафиндар нисек итеп танышып киткәндәр һуң?
Яҙмыш йәштәрҙе 1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға килгәс осраштыра. Математиканан имтихан биргән көндө танышып китә улар. Егет менән ҡыҙ уңышлы һынау тапшырып, бәхетле студент булыуға өлгәшә. Сентябрҙең тәүге көндәрендә үк уларҙы - 30 ҡыҙ, 6 егетте сыуаш ауылына колхозға ебәрәләр. Нәҡ шул ваҡытта Баймаҡ һылыуы Нурбикә үҙенең егәрлелеге, сибәрлеге менән егеттең күңелен арбай ҙа инде. Колхозда саҡта егеттәр һалам эҫкертләй, ә ҡыҙҙар иген елгәрә. Йәштәр бер ай самаһы колхоз эшендә сынығып, дәртле студент тормошонда ҡайнап, дуҫлыҡтарын мөхәббәт хисенә әүерелдереп, яңынан уҡырға ҡайта. Егет менән ҡыҙҙың ауылда башланған һөйөүе дауам итә, улар киноға йөрөй, бар буш ваҡытын бергә үткәрә. 1970 йылда Инсаф ағайҙы армияға алалар һәм уны Мәскәү өлкәһенә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Айырылып тороу ике аралағы хистәргә тағы ла нығыраҡ ялҡын өҫтәй. Ике яҡтан да мөхәббәт хаттары яуа. Ҡышҡы каникул мәлендә Нурбикә апай Мәскәүгә Ленин мавзолейын күрергә барыуы тураһында хәбәр итә. Ваҡыт еткәс, ул апайынан аҡса алып тороп, һөйгән егете янына юллана. Инсаф ағай Нурбикә апайҙы Мәскәү, Ҡыҙыл майҙан, үҙенең һалдат тормошо менән таныштыра. 3 көн бергә булғандан һуң, ике аралағы тойғоларҙы тағы ла нығыраҡ ышаныслыраҡ итеп ҡыҙ кире ҡайтып китә. Тарих ҡабатлана тигәндәй, ҡасандыр, 1943 йылда Инсаф ағайҙың әсәһе лә һуғышҡа әҙерләнгән егете янына барып, бер аҙна буйы уның эргәһендә булып ҡайтҡан була.
Инсаф Хәсән улы, 1972 йылдың декабрендә армиянан ҡайтҡас, Шығай мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Улар Нурбикә Әнүәр ҡыҙы IV курсты тамамлар алдынан гөрләтеп туй яһай. Шулай итеп, ике йәш белгес ауыл мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона. 1974 йылда Нурбикә Әнүәр ҡыҙы математика, хеҙмәт дәрестәрен уҡыта. Йәш ҡыҙҙарҙы хеҙмәткә, аш-һыу, бәйләм-сигеү, тегеү серҙәренә өйрәтеү уға бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Ҡасандыр ул уҡытҡан, бөгөн үҙҙәре өләсәй булған ҡыҙҙар уға әле үҙ рәхмәтен белдереүҙән туҡтамай. Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы 38 йыл математика фәненән уҡытып, 2012 йылда хаҡлы ялға сыға. Ә Инсаф ағай иһә 41 йыл ғүмерен балаларға арнап, 2013 йылда пенсияға китә. Шулай ҙа ул буш ятмай, Шығай ауыл Советы буйынса Росгосстрах бүлегендә агент булып эшләүен дауам итә, “Урал” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә. Быйыл ул Аҙналы ауылында Канафиндарҙың Шәжәрә байрамын да ойоштора. Бының өсөн әллә күпме архив юлын тапарға тура килә уға. Һөҙөмтәлә ул туғандарының, 5 олатаһының шәжәрәһен төҙөүгә ирешә. Бәхетле пар дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА, Шығай урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы.
Тулы материалды гәзиттең 36-сы һанында (4 май) уҡығыҙ.

Оставить комментарий