Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Еңеү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо иҫтәлекле көн алдынан район хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тол ҡатындар, тыл хеҙмәткәрҙәре һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең проблемаларына ҡағылышлы сетерекле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн тематик ҡабул итеү ойошторолдо.
Рәсми сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, район һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Нина Николаевна Сафонова, Пенсия фонды баш белгесе Елена Владимировна Скобликова, “Социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” директоры Эльвира Рауил ҡыҙы Ғайсина, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибының урынбаҫары Вадим Юрьевич Начаров ҡатнашты.
Хәсрәттәре йөҙҙәренә сыҡҡан ярҙамға мохтаждар өсәү ине был көндө. Пенсияға ҡушып түләнгән социаль өҫтәлмәнең ҡапыл бөтөрөлөүенең сәбәбен асыҡларға Бөрйәндән килгән Фәриҙә Сәйетбаталова, янғын сығып, ғүмер буйы йыйған мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаҡҡан 88 йәшлек хеҙмәт ветераны Тамара Ломовцева; Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бирелгән фатирҙы ата-әсәһе вафатынан һуң, үҙ исеменә теркәй алмай йөрөгән, шулай уҡ Белорет районында спорттың үҫеше тураһында ихлас борсолған III төркөм инвалиды, хеҙмәт ветераны Петр Никитин, бер-бер артлы инеп, йән көйөнөсөнә әүерелгән проблемаларын ентекләп бәйән итте. Оло кешеләрҙең ҡалтыранған тауыштары, бөрсөк күҙ йәштәре түңәрәк өҫтәл артына йыйылыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Ярҙам һорап килгәндәрҙең һәр ҡайһыһын ихтирам менән тыңлап, һорауҙарына төплө яуап биреп, яҡын киләсәктә ололарҙы борсоған мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүенә өмөт бирҙе етәкселәр.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.

Оставить комментарий