Ил алдында изге бурыс

Ил алдында изге бурыс
Бәлиғ булған һәр ир-егеткә Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәү мөһим һәм абруйлы. Билдәле булыуынса, республикала яҙғы саҡырылыш кампанияһы 1 апрелдә башланып 15 июлгә тиклем дауам итә.
Башҡортостан Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең Ҡораллы кѳстәрен республиканан 5 мең самаһы егет тулыландырасаҡ. Был һан хәрби хеҙмәткә йәш кешеләрҙең 73 проценты ғына яраҡлы тигән һүҙ. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуы сәбәпле, ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны ла ил буйынса ҡыҫҡарасаҡ. Әйткәндәй, яҙғы саҡырылышта Белорет ҡала- һы һәм районынан - 100, Бѳрйәндән 30 йәш кеше ил алдындағы бурысын үтәйәсәк. Армияла хеҙмәт итеү ваҡытына бәйле тѳрлѳ имеш-мимештәр ҙә нигеҙһеҙ - егеттәр 2018 йылда ла 1 йыл ғына хеҙмәт итә. Быйылғы саҡырылыштың яңылыҡтары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, буласаҡ ил һаҡсыларына гигиена саралары тупланған махсус сумка - несессерҙар тапшырыла. Шулай уҡ тѳшкѳ аштан һуң һалдаттарға йоҡо һәм ял сәғәте лә ҡаралған.
Бѳгѳн иһә республикабыҙҙың һәр ҡала-районында яҙғы саҡырылышҡа арналған тѳрлѳ байрам саралары үтә. Ошо көндәрҙә медицина колледжында уҙған Призывниктар кѳнѳ лә Ватанды һаҡларға йыйынған егеттәр ѳсѳн бай йѳкмәткеле, матур тамашаға әйләнде. Ғәскәри хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы тәбрикләү ѳсѳн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Васильевич Пинящук, Белорет ҡалаһы һәм районы, Бѳрйән районының хәрби комиссары Вадим Ҡасим улы Сәйәхов, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Игорь Витальевич Смердов, ҡала сиркәүенең руханийы отец Андрей, “Аҡ мәсет” имам-мөхтәсибе Мәүлит хәҙрәт саҡырылғайны. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһы һау- сәләмәт ир-егеттең, мотлаҡ әрме сафында хеҙмәт итеп, һалдат итеген туҙҙырып ҡайтыу зарурлығын әйтте, уларҙы кѳтѳп ҡалған атай-әсәй, туғандар менән йышыраҡ хатлашып, хәбәрләшеп торорға кәрәклеген дә белдерҙе. Шулай уҡ беҙҙең тѳбәк егеттәренең, ҡайҙа һәм ниндәй генә ғәскәрҙә хеҙмәт итмәһен, тик маҡтаулылар рәтендә булыуы, кѳс- таһыллыҡ йәһәтенән һынатмауы ла һыҙыҡ ѳҫтѳнә алынды. Осраҡтан файҙаланып, Вадим Ҡасим улы “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең Мәғлүмәт технологияһы идаралығы инженер-электригы Дмитрий Николаевты оборона-масса эше айлығында күрһәткән ярҙамы, әүҙемлеге өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләп, рәхмәт белдерҙе.
Изге теләк-фатихаларҙан һуң, Призывниктар көнөнә килгән йәш- елкенсәк, ҡунаҡтар йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барған байрам концертын ҡараны.
Үҙ сиратыбыҙҙа, тәүге мөһим һәм еңел булмаған бурыс үтәргә - ғәзиз Ватанын һаҡларға йыйынған бөркөттәрҙең хәрби хеҙмәтен намыҫлы атҡарып, имен-аман тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА әҙерләне.
Оставить комментарий