Ир яҡшыһы - илгә ярай

Ир яҡшыһы - илгә ярай
Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын да ҡаршы алабыҙ. Йылдан-йыл һуғыш һәм тыл ветерандарының сафы ла һирәгәйә бара. Ул ғына ла түгел, редакцияға ошо иҫтәлекле датаға арнап ебәрелгән хаттар ҙа әҙәйгәндән - әҙәйә. Беҙ үҙебеҙгә Еңеү яулап, һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың исемен бер ваҡытта ла оно- торға тейеш түгелбеҙ. Ул һәр ғаиләнең быуындан-быуынға күсеп килгән иң ҡәҙерле аманаты булып ҡалырға тейеш.
Ошондай ҡәҙерле һәм изге аманатты Сермәндә йәшәгән Мәрзиә Кәлимулла ҡыҙы һәм Булат Абдрахман улы Мөхәмәтовтар ғаиләһендә лә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайҙар һәм киләһе быуынға тапшыралар.

Белорет һәм Ғафури райондары сигендә урынлашҡан Һуйыр ауылында 1910 йылда Абдрахман Мөхәмәт улы Мөхәмәтов яҡты донъяға тыуа. Бөтә ауыл егеттәре кеүек үк шуҡ, теремек малай үҙенән өлкәндәр менән ярышып утын-бесәнен дә әҙерләй, һунарға ла йөрөй, һалға ла төшә. Эшкә сапсан егет ата-әсәһенә, туғандарына ныҡлы терәк булып йәшәгәндә һуғыш башлана. 1942 йылда Абдрахман Мөхәмәтов та тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан һаҡларға фронтҡа китә.
Һуғыш юлдарын минометсы булып үткән яугирҙың бары бер нисә генә орден һәм миҙалы һаҡланған, ә Сталин һүрәте менән главнокомандующий исеменән бирелгән Рәхмәт хаттары күп кенә. Бына улар: “Витебск ҡалаһын обороналаған өсөн”, “Инстербург ҡалаһын алған өсөн”, “Кенигсберг ҡалаһын алған өсөн”. “Кенигсбергты алған өсөн”, “1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм “Иң яҡшы минометсы”, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана. Күреүебеҙсә, ҡаһарман яугир Япония һуғышында ла ҡатнаша һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Ҡурҡыу белмәҫ батыр яугирҙың наградалары үҙе үк Абдрахман Мөхәмәтовтың кем икәнлеге тураһында һөйләй.
Яу яландарынан күпме михнәттәр күреп, 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайтырға насип булған өлкән сержантҡа тыныс тормошта оҙағыраҡ йәшәү мөмкинлеге теймәй, һуғышта алған яралар үҙенекен итә. Һуғыштан һуң Толпарҙа, Һуйырҙа Егәҙе сельпоһы хеҙмәткәре булып эшләп ала. Әммә өс егеткә ғүмер биреп ҡалдырған батыр яугирҙың исеме әле лә йәшәй, уның һүнмәҫ рухы балаларында, ейәндәрендә дауам итә.
Атаһы мәрхүм булғанда 7 йәшлек кенә Булат Абдрахман улы әллә ниҙәр хәтерләмәй ҙә, әммә ул бөгөнгө көнгә тиклем атаһының орден-миҙалдарын, Рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай һәм сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерә.
- Мин атайым менән шул тиклем ғорурланам. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләйем. Ете быуынға тиклем шәжәрәбеҙҙе төҙөнөк. Еңеү көнө беҙҙең өсөн иң изге, иң оло байрам һанала. Кескәй генә төпкөл ауылдан илебеҙҙең намыҫын яҡлап, яу яландары аша үтеп, фашисты үҙ өңөндә дөмөктөргән шундай батыр яугир сығыуына нисек һоҡланмайһың һәм ғорурланмайһың…
Әйткәндәй, күп һанлы яу юлдарын үткән яугирҙың улы Булат Мөхәмәтов төҙөгән юлдарҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Байкал - Амур, Белорет - Шишмә һәм башҡа юлдарҙа уның эҙҙәре һәм күңел йылыһы ҡалған. Тормош иптәше Мәрзиә Кәлимулла ҡыҙы менән 5 балаға ғүмер бирә улар. Быуындар бәйләнешен, ғаилә ҡиммәттәрен алға ҡуйған, ҡәҙерләп һаҡлаған Мөхәмәтовтарҙың илебеҙ, еребеҙ һәм телебеҙ ҡалҡаны булырына шик юҡ, сөнки улар - батыр яугирҙың тоҡомдары.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Абдрахман Мөхәмәт улы Мөхәмәтов һәм уның наградалары.
Оставить комментарий