"Һынауҙарға һынманыҡ, Еңеүгә ышаныс көс бирҙе"

"Һынауҙарға һынманыҡ, Еңеүгә ышаныс көс бирҙе"
Миллиондарса халыҡты зар илатҡан Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүен хәбәр иткән иҫтәлекле Еңеү көнө - 1945 йылдың 9 Майы - йылдан-йыл алыҫлаша, тарих биттәрендә ҡала бара. Һуғыш һәм тыл батырҙары сафы ла һирәгәйә. Иҫәндәре шул нужалы йылдарҙы бөгөнгөләй кеүек хәтерләп, йәш быуынға үҙҙәре кисергәндәрҙе һөйләп, илгә именлек теләп, әлеге тормоштарына һөйөнөп йәшәй. Һуғыш яугирҙары…Тыл хеҙмәте батырҙары… Иңдәрендә бер үк ауырлыҡ. Яуҙағылар дошман менән күҙгә - күҙ ҡарашып, Тыуған иле өсөн үҙен аямай һуғышһа, тылдағы “погонһыҙ һалдаттар”- ҡарттарынан алып бала-сағаға тиклем Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡара таңдан төнгәсә баҫыуҙарҙа, завод-фабрикаларҙа тир түгә. Һуғыш осоро балалары. “Беҙҙең балалыҡ булды микән ул? Ашарға ризығы, кейергә кейеме наҡыҫ. Ҡасан ғына яҙ килеп, йыуа-ҡуҙғалаҡ, емеш-еләк ашап туйыныр инек, тип өмөтләндек”. Оло быуындың күпселеге хәтирәләрен шулай тип башлаусан.

Рысыҡай ауылының тыл хеҙмәте ветераны Сәйфетдин Мортаза улы ӘҮБӘКИРОВ ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Әңгәмәбеҙ - хөрмәтле аҡһаҡал менән.
► Сәйфетдин ағай, бына 73-сө тапҡыр Еңеү байрамын ҡаршылайһығыҙ. Егелеп эшләрлек егет ҡорона ингән, бына-бына армия сафына алынырлыҡ мәлегеҙ булған. Шул шатлыҡлы көн, моғайын, әле лә күҙ алдығыҙҙан китмәйҙер.
- Оноторлоҡмо ни. 9 май һайын күҙ алдымдан үткәрәм, унда ҡат
нашыусыларҙы барлайым. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғанбыҙ шул. Бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрем, апай, инәй, ағай-ҡустылар арабыҙҙа юҡ. Еңеү көнө Үләнтауҙан күҙемде алмайым. Шул көндәге шатлыҡлы ваҡиғалар, кинолағы кеүек, күҙ алдымдан үтә.
Яҙғы ҡыҙыу сәсеү мәле, ер һөрә инек. Беҙгә табан бер һыбайлы сабып килә. Ҡулында - ҡыҙыл флаг. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир Фәхрислам ағай икән. “Һуғыш бөткән! Һуғыш бөткән! Аттарығыҙҙы туғарығыҙ ҙа Үләнтауға менегеҙ!” - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра икенсе яҡҡа сабып китте. Беҙ, малайҙар, тиҙ генә аттарҙы туғарҙыҡ та тауға йүгерҙек. Унда байрам башланған. Ҡыҙыл флаг елберҙәй. Ҡай арала ҡаҙандар аҫҡандар, самауырҙар ҡайнай. Әсәй-инәйҙәр бутҡа бешерә, апайҙар табын йәйә. Кемдең ниндәй ризығы бар - һәммәһе лә ашъяулыҡтарға күскән. Бала саға йүгерекләй, йәш-елкенсәк сырҡылдаша. Барыһының да йөҙөндә нур уйнай. Ҡурай тарталар, ҡумыҙ сиртәләр. “Ҡара ҡағыҙ” алып өлгөргәндәр генә, их, беҙҙекенә ошо көндәрҙе күрергә яҙмағандыр, тип, күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. Икенселәр, өмөт менән тулы ҡараштарын ауыл осона төбәй, әйтерһең, атайҙары, ир- ҙәре, уландары хәҙер үк яуҙан ҡайтып төшөр. Ул көндәге бутҡаның тәмлелеге! Ундайҙы башҡа бер ҡасан да ашағаным булманы! Тәме һаман да онотолмай. Шатландыҡ, көлдөк, уйнаныҡ. Беҙ, йәштәр, фашистарҙан үс алып өлгөрмәгәнебеҙгә үкенешкән булдыҡ. Йәшлек бит, ҡыҙҙар иң матур кейемдәрен кейеп алған. Шундай күңелле лә, һағышлы ла көн булды ул.
► Һуғыш йылы михнәттәрен һеҙ, балалар, ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар үҙ иңегеҙҙә күтәрҙегеҙ.
- Мир күргәнде күрҙек, кисерҙек. Бирешмәнек, киреһенсә, сынығып үҫтек. Һуғыш башланғанда 13 йәштә инем. Атайым тәүҙә Хөсәйендә, унан Аҙнағолда колхоз рәйесе булды. Герман һуғыш асҡанда Аҡташта лесник ине. Кәнсәгә саҡыртып, һуғыш башланғанын әйткәндәр. Фермаға, магазинға, иген келәтенә һаҡ ҡуйҙылар.
Атайым генерал Шайморатовтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан. Атайыбыҙҙы көтөп ала алманыҡ. Батыр кавалерист Харьков ҡалаһында һәләк булған. Ҡыйыуҙар затынан ине ул. Атайымдың әсәһе Гөлзаһира данлыҡлы Муса Мортазиндың туғаны булған. Мортазин килеп тә киткеләгән.
► Шул осор үҫмерҙәре кеүек, һеҙ ҙә фронтҡа ынтылып маташҡанһығыҙҙыр әле.
- Дошманды дөмөктөрөү уйы менән яндыҡ беҙ ҙә. Военкоматҡа ла барырға һөйләшкәйнек. “Ниндәй һуғыш ти ул малай-шалайға, ана һеҙгә танк", - тип, тракторҙы күрһәтә колхоз рәйесе Хажиәхмәт ағай. - Фронтҡа икмәк кәрәк!" Зарифа, Сафия апайҙар тракторға ултырҙы, беҙ - ярҙамсылар. Ер һөрҙөк, тырматтыҡ. Көйәҙелә әрҙәнә ҡырҡтыҡ. Уҡыу туҡтап ҡалды. Сермәнгә Магниттан ат менән яғыулыҡ ташыныҡ. Юлда ла йоҡлаған саҡтар булды. Картуфҡа алмаштырырға тип Верхнеуралға тәгәрмәстәр тейәп бара инек.
6 ай ФЗО-ла уҡыным, шунан 3 йыл сым һуҙыусы булып эшләнем. Мурманск өлкәһендә 4 йыл хеҙмәт иттем. Ҡабаттан заводта эшләргә уй бар ине. Өйләнгәс, ауылға ҡайтырға тура килде. Коммунист булараҡ, партия ҡайҙа ҡуша, шунда эшләп тик йөрөлдө.
Ферма мөдире, келәт мөдире, бесән мәлендә звено етәксеһе - барыһын да эшләнем. “Һалдат” ҡушаматы ла таҡтылар. Бесән өҫтө. Район етәкселәре килгән дә, был кем звеноһы, тип һорайҙар икән Зөлфәр ағайҙан. Ул минең исемде онотҡан. Һалдат звеноһы, тигән. Һаман да һалдат кейемен сисмәгәнмендер.
► Әле лә һалдаттарса, өҙә баҫып йөрөйһөгөҙ. Һәр саҡ ҡупшы, эшләпә, галстукта.
- Аллаға шөкөр, Зөбәйлә апайығыҙ менән 60 йылдан ашыу татыу ғүмер иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2 йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте. Берҙән-бер малайыбыҙҙың ике балаһының 7 бүлә-бүләсәре, 2 тыуа-тыуасарын күреп һөйөнөп ултырам. Ошо матур көндәрҙе күреүемә шатмын.
► Еңеү байрамы, юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ейәндәр, туған-тыумаса шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын артабан да. Хеҙмәт ветераны Сәйфетдин Мортаза улы әле лә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Аҡһаҡал мәктәп уҡыусылары алдында йыш осрашыуҙарҙа була. Гәзит-журналдар уҡый. “Күҙлегем юҡ, кеймәйем”, - ти ул. Ветерандың йәштәргә яҙып-һөйләп ҡалдырырлыҡ иҫтәлектәре күп. Бүләләре уңышына һөйөнөп ултыра. Рәлиф сәнғәт училищеһын бөткән, ҡурайсы, Рәиф матур йырлай. Ғөмүмән, ул балаларҙың ике яҡ олатайҙары ла ҡурайсы, гармунсылар. Заманында Венера өләсәйҙәре ауыл сәхнәһенән төшмәне.
Ветеран ана шулай туғандарына, ейәндәренә аҡыллы кәңәштәрен биреп, уларға терәк- таяныс булып йәшәй. Еңеү байрамы ауылдың һуғыш яугирҙарына ҡуйылған стела янында үтәсәк. Сәйфетдин Мортаза улы, йылдағыса, байрам уртаһында буласаҡ. Хәсрәтле бала-саҡ йыраҡта, томан артында ҡалһа ла, ғүмер үткән һайын ҡәҙерле хәтирә булып һаҡлана.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.


Оставить комментарий