Быуындар ярышы дауам итә

Быуындар ярышы дауам итә
Ҡалала “Белорецкий рабочий” гәзите призына һәм Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған еңел атлетика эстафетаһы үтте. 66-сы тапҡыр үткән традицион спорт сараһын муниципаль район хакимиәте һәм “Белорецкий рабочий” гәзите ойошторҙо. Ярышта 52 команданан 688 спортсы ҡатнашты. Командаларҙың 17-һе - ҡала, 6-һы - ауыл мәктәптәренән, 11-е - махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан , 14-е - производство һәм 4-е йәмәғәт ойошмаларынан ине.
Традиция буйынса эстафетаны ярышта ҡатнашыусылар парады асты. Сараның тантаналы өлөшөндә спортсыларға сәләмләү телмәре менән район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, “Белорецкий рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Людмила Денисова, спорт ветераны Сергей Залавин мөрәжәғәт итте. Владислав Геннадьевич сарала ҡатнашыусыларҙы яҙғы спорт байрамы менән ҡотлап, тыныс күк йөҙө, һаулыҡ, яҡшы һөҙөмтәләр теләне.
- Эстафета - һәр берегеҙҙең команда өсөн һөҙөмтәләргә тырышҡан ярыш төрө. Ҡатнашырға теләүселәр һанына ҡарап, районыбыҙҙа спорттың үҫешен күҙәтәбеҙ. Юҡҡа ғынамы ни, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса район спорт мәктәбе республикала иң яҡшыларҙан һанала. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уңайлыҡтар булдырырға тырышырбыҙ, - тине ул.
“Бөгөнгө старт менән спортты ғына түгел, ә районыбыҙҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ. Эстафета - хеҙмәт, студент, мәктәп коллективтарын берләштерә. Был ярыш халҡыбыҙҙың йолаларын, белореттарҙың быуындар бәйләнешен нығытҡан ваҡыт эстафетаһына әйләнде. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тап төшөрмәй, яҡшы башланғыстарҙа, спортта, йәмәғәт тормошонда бер команда булып, алға барайыҡ”, - тине Людмила Денисова.
Стартҡа тәүгеләрҙән булып производство коллективтары баҫты. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһынан I урындарҙы Белорет металлургия комбинаты командаһы яуланы. II урындар - спорт мәктәбендә (ҡатын- ҡыҙҙар) һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең “Динамо” командаһында (ир-егеттәр). III баҫҡысҡа БМК-ның 2-се (ир-егеттәр), үҙәк район клиник дауаханаһы (ҡатын-ҡыҙҙар) командалары күтәрелде. Йәмәғәт берләшмәләре араһынан “Движение” фитнес-клубы ир-егеттәре һәм ҡатын- ҡыҙҙары беренселекте береһенә лә бирмәне. Икенсе урындар - “Вместе” ирекмәндәр хәрәкәте ҡатын-ҡыҙҙары һәм "Хәрби разведчиктар туғанлығы" ир-егеттәре командаларында.
Ҡала мәктәптәре араһынан I урынды 20-се мәктәп алһа, II һәм III урындарҙы 14-се, 17-се гимназия командалары бүлеште. Ауыл мәктәптәренән Тимер юл, Сермән һәм Инйәрҙең 1-се мәктәбе спортсылары пьедесталда. Махсус һәм юғары уҡыу йорттары араһынан I һәм III урындарҙы педагогия колледжы, II урынды металлургия колледжы студенттары яуланы. “Дебют” номинацияһында “Вместе” ирекмәндәр хәрәкәте ҡатын- ҡыҙҙары, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында “PREBENA” командаһы билдәләнде. Беренсе этаптар еңеүселәре - Лина Мәхмүтова, Олег Марусин, Егор Репин, Айгиз Ҡаһарманов, Рәсих Йәнгировтарға Дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ, беренсе урын яулаған, еңеүсе-команда остаздары муниципаль район хакимиәтенең Грамоталары, сертификаттар, "Белорецкий рабочий" гәзите әҙерләгән бүләктәр менән билдәләнде.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.





Оставить комментарий