Герой иҫтәлегенә сираттағы эстафета

Герой иҫтәлегенә сираттағы эстафета
9 май - илебеҙҙең һәр гражданы өсөн күптән инде изге байрамға әйләнде. Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү - барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм ейән- ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған.
Шығай ауылында ла Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған байрам са- ралары үтте. Шығайҙар байрамды ҙур күтәренкелек менән ҡаршы алды. 8 май күп тармаҡлы ауыл клубына олоһоноң да, кесеһенең дә ашығыуы бында мөһим сараның уҙыуына ишара ине. Ысынлап та, майҙан күркәм биҙәлгән, байраҡтар елберҙәй, йәштәр һәр кемгә Георгий таҫмаһы тарата.

Байрам тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, хакимиәттең финанс идаралығы начальнигы Әминә Зиятдинова, Белорет ҡалаһы һәм районы, Бөрйән районы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, район-ҡалабыҙҙа иҫән ҡалған 24 ветерандың береһе, Шығай аҡһаҡалы Мәһәҙей Әбсәләмов, тыл ветерандары ҡатнашты. Ҡунаҡтар йыйылыусыларҙы Еңеү байрамы менән ҡотлап телмәр тотҡандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға ҡуйылған обелискҡа, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған стелаға, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов ҡәберенә веноктар һалды. Еңеү көнө алдынан Шығай ауылында 26-сы тапҡыр район еңел атлетика эстафетаһы ла үтте. 18 команданы туплаған спорт сараһы Шаһи Яма- летдинов иҫтәлегенә бағышланды. Стартҡа тәүгеләрҙән булып дөйөм белем биреү мәктәптәре баҫты. 4 мәктәп - Олойылға, Үткәл, Исмаҡай, Ҡаһарман һәм Үҙән балалар йорто командалары ярышты. 10 этапта ла олойылғалар (һүрәттә) алдынғылыҡты бирмәне һәм команда спортсыһы Ксюша Баклан финишҡа тәүгеләрҙән булып килде. Спортсылар лайыҡлы рәүештә I урынды алды. Ҡаһарман мәктәбе - II, Үҙән балалар йорто командаһы III урындарҙа. Урта мәктәптәр араһында ярыш һәр ваҡыт көсөргәнешле бара, сөнки көслө командалар йыйылған. Тимер юл, Туҡан, Сермән, Үҙәнбаш, Ҡағы, Шығай, Инйәрҙең 1-се мәктәптәре был юлы ярышҡа ныҡлы әҙерләнгәне күренеп тора. Ә ярыш һөҙөмтәләре буйынса Тимер юл ауылы мәктәбенең беренсе командаһы, Сермән мәктәбенең беренсе командаһы, Инйәрҙең 1-се мәктәбе спортсылары еңеүселәр рәтендә. Махсус уҡыу йорттары араһында барған ярыш һөҙөмтәләре лә түбәндәгесә: педагогия колледжының беренсе командаһы - I, металлургия колледжы - II, педагогия колледжының икенсе командаһы III урындарҙа. Ҡала ҡунаҡтары - лицей-интернат командаһы ла лайыҡлы сығыш яһаны. Тәүге этап еңеүселәре - Үҙәндән Никита Рябов, Сермәндән Айгиз Ҡаһарманов, металлургия колледжынан Рәсих Йән гировтар командаларын еңеүселәр рәтенә индерҙе.
Эльвира ХӘМЗИНА.

Оставить комментарий