Үҙгәрештәр кем файҙаһына булыр?

Үҙгәрештәр кем файҙаһына булыр?
Тормошобоҙҙа әленән-әле яңы закондар сығып, тѳрлѳ үҙгәрештәр индерелеп кенә тора. Бындай яңылыҡтар бер ѳлкәне лә урап үтмәй тиергә була. Ауыл хужалығы ла халыҡты туйындырыусы, тѳрлѳ сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүсе мѳһим тармаҡ булараҡ, һәр саҡта ла етди күҙәтеү аҫтында. Ил иҡтисадында хәл иткес роль уйнауы менән дә был тармаҡ етәкселәрҙең, депу- таттарҙың, белгестәрҙең иғтибар үҙәгенән юғалмай.
Ҡабул ителгән яңы ҡағиҙәләрҙең барыһы ла кәрәкле, уңайлымы һуң, улар ниндәй һөҙөмтәләр бирә? Бигерәк тә, тишек-тошоғон ямау, балаларын уҡытыу ѳсѳн иртәнән-кискә тиклем кѳс түгеп, мал аҫраған ауыл кешеһе ѳсѳн ниндәй файҙаһы бар уларҙың? Яңыраҡ ҡына малды махсус урындарҙа салдырыуҙың мотлаҡ булыуы бар ауыл халҡын аптыратҡайны, һуңғараҡ “Меркурий” федераль дәүләт системаһына күсергә тигән яңы талап та, күптәрҙе һағайып ҡалырға мәжбүр итте. Халыҡ был үҙгәрештәргә күнегеп тә өлгөрмәне, әле килеп хужалыҡтағы бөтә малды тамғалау, идентификациялау көн ҡаҙағындағы мәсьәләгә әйләнде. Хәҙер Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2019 йылдың аҙағына тиклем республикалағы барлыҡ мал-тыуар иҫәпкә алынырға һәм идентификацияланырға тейеш. Яңы закондарҙың барыһы ла тәү сиратта ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе, күсереп йөрөтөүсе һәм эшкәртеүселәргә ҡағыла. Бөгөн был ҡануниәтте тормошҡа ашырыу өсөн 18 йүнәлештә эш алып барыла. Ауыл хужалығындағы малдарҙы хәреф һәм һандар ярҙамында идентификациялау, был мәғлүмәттәрҙе берҙәм федераль реестрға индереү - ошо эштәрҙең береһе. Беҙҙең район да был эштән ситтә ҡалманы, әлеге ваҡытта тулы ҡеүәткә шәхси хужалыҡтарҙағы малды тамғалау эштәре бара. Малды тамғалау алдынан, иң башта планға ярашлы дауалау-профилактик саралар алып барыла. Бруцеллез, лейкоз вирусына тикшереү өсөн ҡан алына һәм туберкулез, нодуляр дерматитҡа ҡаршы вакцина яһала. Ошо сараларҙан һуң ғына малдың ҡолағына тамға ҡуйыла. Биркалар һәр мал өсөн айырым һәм 16 кодлы. Унда мал аҫралған ил, төбәк, район, ауыл советы һәм малдың үҙенең коды күрһәтелә. Элек быҙау һәм бәрәстәр иҫәпкә алынмаһа, хәҙер иһә яңы талаптар буйынса улар ҙа, хатта хужалыҡтағы сусҡалар ҙа мотлаҡ тамғаланырға тейеш. Әлеге ваҡытҡа тиклем районда бик күп һыйыр малына тамға ҡуйылған. Бындай хеҙмәтте районда эшләгән 17 ветеринар подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Йыл аҙағына тиклем эш тамамланырға тейеш, тип планлаштырылған. Вакцинация буйынса айырым уңайлы ведомстволар булдырылған һәм унда код, мал хужаһының тамғаға яҙылған исем-шәрифе күрһәтелгән. Шулай уҡ ошо тамғалар буйынса малдың ҡасан тыуыуы, ҡайҙан килтерелеүе, ниндәй прививкалар яһалыуы тураһында ла тиҙ арала мәғлүмәт алырға була. Райондың ветеринар хеҙмәттәре көтөү миҙгеленә тиклем малды мөмкин тиклем күберәк тамғалап ҡалыу өсөн тырыша. Был иһә хужаһыҙ малдарҙың көтөүлектәрҙе, баҫыуҙы тапауына ла юл ҡуймаясаҡ һәм тиҙ арала ҡарауһыҙ малдың эйәһен асыҡларға ла ярҙам итәсәк. Бынан тыш, бирка тағыу малдың, уның хужаларының һәм башҡа ғаилә ағзаларының һаулығы өсөн дә мөһим, был процедура төрлө йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау, уларҙы таратмау өсөн дә файҙалы, тип белдерә белгестәр. Хәҙер яңы үҙгәрештәр буйынса, ҡайҙандыр мал һатып алып, һуңынан уның ауырыу йәки башҡа ниндәйҙер бер проблемаһы булыуы асыҡланһа, түләнгән аҡсаны кире ҡайтарып алыуҙа ла ҡаршылыҡтар булмаясаҡ. Шулай ҙа был үҙгәрештәрҙә малдың ҡайҙа булыуы һәм ҡайҙа күсерелеүе һәр ваҡытта ла күҙәтеү аҫтында булыуы иң мөһиме тип һанала.

БУЯУ, ТАҪМАЛАРҒА АЛМАШҠА - ЧИПТАР ҺӘМ БИРКАЛАР

Элегерәк үҙенекен ситтәрҙеке менән бутамаҫ ѳсѳн ауыл халҡы малына үҙенсә инәү, тамға һала торғайны. Был йәһәттән ҡайһы берәүҙәрҙең ғүмер буйы файҙаланған айырым тамғаһы ла булды. Хәҙер, эре һәм ваҡ малды элекке кеүек буяу, таҫма менән тамғалау, йә булмаһа ҡолағына инәү һалыу үткән быуатта тороп ҡалды. Бѳгѳн иһә, йорт хайуандарын хужалары ғына түгел, теләгән һәр кеше танып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Законға ярашлы, быйылдан башлап, бѳтә мал өсөн дә чиптар һәм тамғалар файҙаланыласаҡ. Элегерәк һәр кем малын үҙ теләге буйынса тамғалаһа, быйылғы апрелдән был эш мәжбүри башҡарыла. Ғәҙәт- тәгесә, бар яңылыҡты ла тәүҙә шикләнеп ҡабул итеүсәндәр. Шуға күрә, малды тамғалау эшенә лә тѳрлѳ фекер белдереүселәр бар. Кемдер быны тыныс ҡабул итһә, икенселәре иһә мал ҡарап, осон-осҡа ялғарға тырышҡан ауыл халҡына сираттағы аяҡ салыу тип һанай.

АШАҒАН БЕЛМӘЙ, ТУРАҒАН БЕЛӘ

Бөгөн республика халҡының 40 процент самаһы ауылда йәшәй. Ҡала халҡы ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ярҙамына өмөтләнә алһа, ауылдыҡылар иһә бары тик үҙ көсөнә генә таянырға мәжбүр. Бушҡа ғына ауыл хужалығы ябай халыҡтың йәшәү нигеҙе тип әйтмәгәндәр шул. Шәхси хужалығы бәләкәйерәк, ярлыраҡ булғандарға аҙыҡ-түлек өсөн дә кеҫәһенән күберәк аҡса сығарырға тура килә. Яҡшыға өмөт иткән ябай ауыл халҡы етешһеҙ тормошон баш күтәрмәй эшләп, үҙаллы еңергә тырыша ла инде. Тик үкенескә ҡаршы, ҡоро өмөт, тырышлыҡ ҡына әллә ни һөҙөмтә бирмәй, сөнки был тармаҡтың дөйөм үҫешенән, бер урында ғына тормауынан күп нәмә тора. Бер туҡтауһыҙ индерелгән яңы закондар арҡаһында ауыл хужалығында эшләгән ҡайһы берәүҙәр көткән ниәттәренең аҡланыуына өмөтөн өҙөп, был тармаҡҡа ҡул һелтәргә лә мәжбүр була. Шул арҡала ауыл хужалығын айырым бизнес төрө, килем алыу сығанағы тип түгел, ә башҡаларға бил бөгөү тип һанаған ҡараш уяна. Үҙ көсө менән башҡаларҙы туйындырырға теләмәгәндәр иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә бәхетен һынап ҡарау өсөн яңы эш башлай. Ауыл хужалығында бер көн дә эшләп ҡарамаған белгестәр, депутаттар кабинетта ғына ултырып закон сығармаһын ине лә бит... Уның нисегерәк тормошҡа ашыуын ауылға килеп үҙ күҙе менән күрһен, мал аҫрау өсөн йыл әйләнәһенә эштән бушамай, йәйен бесән әҙерләп, ҡышын һарайҙан сыҡмай быҙауҙы тана, тананы һыйыр итеп ҡараһын ине, ти ауыл халҡы. Малды тамғалау эшенең дә файҙалы, уңайлы булыуын белгестәр матур һәм ышаныслы итеп аңлата. Тик барыһы ла был хәбәр менән килешергә генә ашыҡмай.
Нимә генә тиһәк тә яңы ҡарар ҡабул ителде һәм ул көсөнә инде, барыбыҙ ҙа уға буйһонорға, уны үтәргә тейешбеҙ. Әгәр белгестәр малдарҙы тамғалау, идентификациялауҙың ѳҫтѳнлѳгѳ, файҙаһы бар ти икән, бының шулай булыуын теләйек. Уның ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтеүен, был эштең файҙалымы, файҙаһыҙмы булыуын ваҡыт күрһәтер. Көндәлек килемен мал аҫрап алған ябай ауыл халҡына был йәһәттән уңыштар ғына теләргә ҡала.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВАның тулы материалын гәзиттең 37-се һанында (11.05.18) уҡығыҙ.


Оставить комментарий