Иңдәрендә - кеше һаулығы

Иңдәрендә - кеше һаулығы
12 май донъя йәмәғәтселеге Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнөн билдәләй. Шәфҡәт туташы - медицина өлкәһенә ҡараған күп һанлы һөнәрҙәрҙең береһе һәм ул һәр табиптың уң ҡулы, ярҙамсыһы. Пациенттың сәләмәтлеге лә шәфҡәт туташының уға ҡарата иғтибарлы булыуына, эшенә яуаплы ҡарауына бәйле. Шәфҡәт туташтары үҙ бурысын сирҙе дауалауҙа ғына түгел, ауырыуҙарҙы тыңлай белеү, уларҙың күңел торошон хәстәрләүҙә лә күрә. Улар сирлеләрҙе дарыу һәм уколдар менән генә түгел, яғымлы һүҙ һәм йылы ҡараш менән дә дауалай, сөнки был һөнәрҙе ошо күркәм сифаттарҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Ҡаланың 2-се поликлиникаһының хирургия бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы, юғары категориялы белгес Әнисә Рәжәп ҡыҙы Хәмитова 17 хеҙмәттәше менән етәкселек итә. Сирлегә тәғәйенләнгән һәр дарыуҙың ваҡытында ҡабул ителеүенән башлап аҡ халаттарҙың бөхтәлегенә тиклем барыһына ла шәфҡәт туташы яуап бирә. Талаптар ҙа ҡәтғи, яуаплылыҡ та юғары. Шәфҡәт туташы һәләте булмыштан, ти Әнисә Рәжәп ҡыҙы.
Медицина өлкәһендә эшләү осороноң 18 йылын хирургия бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итеүгә биргән Әнисә Хәмитова. Яратҡан эш - ярты бәхет, тигәндәй, 35 йыл ғүмерен аҡ халатта үткәргән шәфҡәт туташы ул.
Әнисә Рәжәп ҡыҙы күрше Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында тыуып үҫкән. 1983 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә буйынса Учалы ҡалаһында, һуңынан тыуған районында хирургия бүлектәрендә эшләп ала. Ә 1996 йылда иһә ғаилә хәле буйынса яҙмыш елдәре уны Белорет ҡалаһына килтерә. Шәфҡәт туташы хеҙмәт юлын травма бүлегендә дауам итә. Үҙ хеҙмәтенең оҫтаһы булған Әнисә Рәжәп ҡыҙы бына хәҙер ике тиҫтә йылға яҡын өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында. 2-се поликлиниканың хирургия бүлексәһенә көндөҙгө стационар, хирургия, травматология, урология кабинеттары ҡарай, бында еңел операциялар ҙа эшләнә. Бынан тыш, хирургия бүлексәһенә дауахананың онкология үҙәге лә инә. Паллиатив ярҙам күрһәтеү кабинеты ла эшләй. Яңы хеҙмәт - йөрөй алмаған, ауыр хәлдәге сирлеләрҙең йорттарына барып медицина ярҙамы күрһәтә. Бүлексә баш табибының уң ҡулы Әнисә Рәжәп ҡыҙы бар белемен, эш тәжрибәһен ҡулланып үҙенә тәғәйенләнгән яуаплы ла, ҡатмарлы ла бурысын атҡара. Район-ҡалабыҙҙа 54 өлкән шәфҡәт туташы иҫәпләнә. Әнисә Рәжәп ҡыҙы кеүектәр “Санэпид именлеге” секторында ла хеҙмәт итә һәм уларҙың да үҙ бурыстары бар. Өлкән шәфҡәт туташтары дауахана- поликлиникаларҙың санитар торошон, дезинфекцион режимды, эште контролдә тота. Бына ошондай йөкләмәләр күтәрә юғары категориялы белгес Әнисә Рәжәп ҡыҙы Хәмитова.
35 йыл осоронда ул күпме маҡтау һүҙҙәре ишетеп, төрлө Почет грамоталарына лайыҡ булған медицина хеҙмәткәре. Кешеләргә кәрәклеген тойоп, шунан илһам алып эшләй. Әнисә Рәжәп ҡыҙы эшенән генә түгел, яҙмышынан да уңған. Тормош иптәше, отставкалағы мировой судья Илдар Иншар улы менән ике ҡыҙға ғүмер биреп, икеһен дә юғары белемле иткәндәр. Оло ҡыҙҙары Ләйсән атаһы юлынан киткән, юрист. Юстицияның дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес. Айгөлдәре иһә Өфө авиация университетының финанс бүлегендә белем алған. Банкта уңышлы эшләп йөрөүҙән тыш, магистратурала уҡыуын дауам итә. Хәмитовтар хәҙер Кәрим менән Искәндәргә яратҡан өләсәй-олатай ҙа. Яуаплы ла, маҡтаулы ла һөнәр эйәләре Гиппократ антына тоғро ҡалып сәләмәтлек һағында тора.
Яҙмыштарын эштәге уңыштарға өлгәшеү генә түгел, пациенттарҙың хәленә инә белеү, хәстәрлек талап иткән ҡатмарлы һөнәрҙе һайлаған Әнисә Рәжәп ҡыҙы һәм уның хеҙмәттәштәре 12 май һөнәри байрамын билдәләй. Июндә үтәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән бергә, 55 йәшлек юбилейын да билдәләй ул. Ғүмер байрамы ла һөнәри байрамы менән һәр ваҡыт үрелеп бара.
Эйе, кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап алып ҡалыусы, шатлыҡ һәм өмөт бүләк итеүселәрҙе беҙ ҙә байрамдары менән ҡотлайбыҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА.

Оставить комментарий