Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе

Күмәк кѳс һәм тырышлыҡ һѳҙѳмтәһе
Ирекмәндәр йылы сиктәрендә уларҙың эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡсатында һәм муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең “Экологик айлыҡтар үткәреү” ҡарарына ярашлы Егәҙе ауылы хакимиәтендә “Таҙа ауыл - һәр кемдең эше” исемле экологик акция үткәрелде.
Һәр кем үҙе йәшәгән йорт тирәһен, ойошмалар үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе ҡыйҙан таҙартҡандан һуң, бер нисә кѳндән бѳтә Егәҙе ѳмәһе ойошторолдо. Һауа торошоноң яҡшы булыуы ѳмәлә ҡатнашҡан 60-тан ашыу кешегә дәрт һәм кѳс бирҙе. Ѳмәселәр дүрт тѳркѳмгә бүленеп, уларҙың һәр береһенә бурыстар, территориялар бирелде. Егәҙе ауылы хакимиәте депутаттары Зѳлфирә Сабирйән ҡыҙы Самароковская, Рауил Солтан улы Ғилманов, Ришат Хәйҙәр улы Мѳхәмәтвәлиев һәм ауыл старостаһы Тимербулат Абдрахман улы Сафуанов тѳркѳм етәкселәре итеп тәғәйенләнде.
Ѳмә барышында ауылға ингән бѳтә юл буйҙары, ауыл урамдары сүп-сарҙан таҙартылды. Алты иҫке ѳйҙѳң кипкән ҡыуаҡ, серегән ағас, ҡойма, ҡапҡалары алып ташланды, юл буйында тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡарашта булған кешеләр тарафынан булдырылған ѳс сүплек юҡҡа сығарылды. Раян Сәғәҙәтов, Айбулат Янбаев, Илгиз Сәлмәнов, Рауил Вәлиев, Фәтих, Радик Яныбаевтар сүп-сарҙы ташып бик ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ ауылдың ҡатын- ҡыҙҙар һәм йәштәр советы ағзалары ла дәррәү эшләне. Ауылды тѳҙѳкләндереү сараларында ветерандар советы Николай Васильевич Сальников етәкселегендә һәр ваҡыт актив ҡатнаша.
Экологик айлыҡ сиктәрендә зыяраттарҙы таҙартыу һәм кәртәләү, тағын ике сүплекте бѳтѳрѳү, ташландыҡ ѳйҙәрҙе тәртиптә тотоу кеүек эштәр планға алынған.
Ѳмәлә ҡатнашҡан, ауылдың таҙа һәм матур булыуына вайымһыҙ булмаған ауыл халҡына ҙур рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең эштән ауыл күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Бары тик беҙҙең уртаҡ тырышлыҡ һѳҙѳмтәһендә генә ауыл таҙа һәм йәмле булырын бер кем дә онотмаһын ине. Таҙалыҡ яҡлы кешеләр бик үк күп түгел, шулай ҙа киләһе ѳмәләрҙә ҡатнашыусыларҙың күберәк булырына ышанғы килә.
Ринат ЯНЫБАЕВ,
Егәҙе ауылы хакимиәте башлығы.
Оставить комментарий