Китаптар - ғаилә дуҫы

Балалар әҙәбиәтенә, ғаилә менән бергә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, балалар яҙыусылары тураһында мәғлүмәттәр биреү, яңы китаптарға байҡау яһау маҡсатында Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханала "Китаптар - беҙҙең һәйбәт ғаилә дуҫтары!" тигән әҙәби-әкиәт сәғәте үтте.
Унда ирекмәндәр, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты.

Сараны китап тураһында йомаҡ сисеү менән асып ебәрҙек, матур итеп өйҙә нисек ата-әсәләре, олатай-ѳләсәйҙәре менән китап уҡыуҙары тураһында әңгәмәләштек, билдәле рус һәм башҡорт яҙыусыларын иҫкә төшөрҙөк. Почта ташыусы "Печкин"дың хатын уҡып, хаталы әкиәт исемдәрен төҙәттек, презентациялар, ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙек, әкиәт донъяһына сәйәхәт иттек. Ике китаптың нисек үҙенең уҡыусылары менән "йәшәү"ҙәре әҙәби уҡыу аша һүрәтләнде: бер китап яҡшы уҡыусыға, икенсеһе насарына эләгә. Китаптар осрашып, бер-береһенә шатлыҡ-ҡайғыларын "һөйләне". Бынан һуң, балалар китапты һәр ваҡыт һаҡлап, таҙа тоторға кәрәк, тигән һығымта яһаны. Сара аҙағында ата-әсәләргә ғаиләлә китап уҡыу буйынса һорау теҙмәһе таратып, китапханала сентябрь аҙағына тиклем иғлан ителгән "Иң яҡшы китап уҡыусы ғаилә" конкурсында ҡатнашырға саҡырҙыҡ.
Ата-әсәләр балалар менән бергә уҡырға кәрәклеген, уҡыу һәм уйлау, фекер йөрөтөүҙе үҫтереү өҫтөндә ныҡлы эшләргә кәрәклегенә баҫым яһаны, китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп таралышты.
Ф. ШАКИРОВА,
Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.

Оставить комментарий