Хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап булырмы?

Хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап булырмы?
Һуңғы айҙа «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станциялары водителдәрҙе көн һайын тиерлек үҙгәреп торған, яғыулыҡҡа ҡағылышлы яңылыҡтары менән ҡаршы ала.
Яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы 23 майға ҡараған төндә күҙәтелде. Был юлы хаҡтарҙың күтәрелеүе йола буйынса 30 тингә һәм шәмбегә түгел, ә аҙна уртаһына тура килде. “Башнефть” компанияһы заправкаларында һәр литрға 30 тин өҫтәлде. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған АИ-92 бензины 39 һум 70 тин тора. Май башында ғына был марка 1 һум 80 тингә арзаныраҡ ине. Ҡалған маркаларға килгәндә, АИ-95 “Атум” өсөн хәҙер водителдәр 42 һум 60 тин, АИ-92 “Атум” менән ҡулланыусылар 40 һум 30 тин түләргә мәжбүр. Дизель яғыулығының хаҡы 42 һум 90 тин. Йыл башынан алып яғыулыҡҡа хаҡтар 9 тапҡыр өҫтәлде. Республиканың “Башнефть” яғыулыҡ станцияларында бер ай эсендә генә 5 тапҡыр хаҡтар артты. Ай башынан алып хаҡ 1,5-2 һумға ҡыйбатланды. Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары Ксения Юдаева яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуын халыҡ-ара баҙарҙа нефттең ҡиммәтләнеүе менән аңлатты. Рәйес урынбаҫары белдереүенсә, халыҡ-ара хаҡтар һәм акциздар автомобиль яғыулығының күтәрелеүенә килтерҙе. Шулай уҡ Монополияға ҡаршы хеҙмәт, бензин хаҡы инфляция кимәлен арттырырға тейеш түгел, ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле кире картина күҙәтәбеҙ. Яғыулыҡҡа хаҡтар тағы ла артырмы, уныһы әлегә билдәһеҙ.
Аналитиктар фекеренсә, хаҡтың артыуы бының менән генә сикләнмәйәсәк әле. 95 маркалы бензинға хаҡ 50 һумға ла барып етеүе ихтимал. Быйыл июлдә яғыулыҡҡа булған акциздың тағы ла күтәрелеүе көтөлә. Шулай итеп, быйылғы йылда ил ҡаҙнаһы өҫтәмә рәүештә 40 млрд. һумға тулыланыр тип күҙаллана. Аҡса Ҡырым, Алыҫ Көнсығыш һәм башҡа ҡалаларҙың инфраструктура объекттарын финанслауға йүнәлтелә. Бензинға хаҡ күтәрелеүҙең сиге етерме, әллә халыҡтың түҙемлеге бөтөрмө? Яғыулыҡҡа хаҡ артыуына иҫәпһеҙ- хисапһыҙ ялыуҙар килә. Тәү сиратта ябай халыҡ зарлана. Зарланырлыҡ та шул. Хәйер, зарланыуҙан ғына ары китә алмайбыҙ. Хаҡ артыуға ҡарамаҫтан, автозаправкалау станцияларында сират кәмемәй. Ҙур мегаполистарҙа эшкә лә, мәктәп-балалар баҡсаларына ла тимер атһыҙ йөрөп булмай, әлбиттә. Бензинға хаҡтың күтәрелеүе кеҫәгә ныҡ һуҡһа ла, йөрөргә мәжбүрбеҙ. Яғыулыҡҡа хаҡтар бындай тиҙлек менән артһа, автоһәүәҫкәрҙәрҙең күпселеге газға ла күсеүе ихтимал. Эксперттар фекеренсә, хаҡты ауыҙлыҡлауҙың бер генә юлы бар. Акциздарҙы кәметеү һәм Рәсәй баҙарына оҙатылған яғыулыҡ күләмен арттырыу. Монополияға ҡаршы хеҙмәт тә был тәҡдим менән риза. Әле бензин биржаһында һатыуҙарҙы арттырыу тураһында һүҙ бара. Хаҡтарҙың күтәрелеүенә акциздарҙан башҡа ла сәбәптәр бар, әлбиттә. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр. Иранға ҡаршы санкциялар индерелгәндән һуң ил баҙарында нефткә ихтыяж да артты. Бөгөн Рәсәйгә нефтте ил баҙарына сығарыуға ҡарағанда, ситкә сығарыу отошлораҡ. Икенсенән, ихтыяждың артыуы үҙе үк хаҡтар артыуына сәбәпсе. Сағыштырыу өсөн, 2010 йылда 1000 һумға 44 литр бензин һатып алып булһа, 2018 йылда шул уҡ суммаға бары тик 25 литр яғыулыҡ киләсәк. Айырма ҙур. Дизель яғыулығы ла һуңғы 13 йылда өс тапҡырға тиерлек ҡиммәтләнгән. Миҙгел факторы ла хаҡтарҙың артыуына сәбәпсе. Яғыулыҡҡа хаҡтар баҫыу эштәре башланыу менән дә күтәрелә. Ауыл хужалыҡтарында сәсеү, бесән эштәре башланғас, бензинға ихтыяж артты тигән сәбәп менән хаҡ арта. Былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән ауыл халҡына тағы билен биштән быуырға тура килә.
Халыҡтан ялыуҙар күп булыуы сәбәпле, Монополияға ҡаршы хеҙмәттең республика идаралығында пландан тыш ултырыш үтте. Унда нефть компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Нефтяниктарҙы тикшергәндән, тейешле һығымталар яһалыр, тип көтөлә. Билдәле булыуынса, Рәсәй хөкүмәте тәүге тапҡыр акциздар хаҡын кәметергә булды. Вице-премьер Виктор Казак әйтеүенсә, Хөкүмәт дизель яғыулыҡҡа 2000 һум (тоннаһына), ә бензинға 3000 һумға акциздарҙы түбәнәйтә. Был баҙарҙа хәлде көйләйәсәк тип көтөлә. Ә әлегә автоһәүәҫкәрҙәр нефть компаниялары менән үҙҙәренсә көрәш алып бара. Интернет селтәрҙәре, ял көндәре яғыулыҡ һатып алмаҫҡа, тигән иғландар менән тулған. Бының файҙаһы булырмы-юҡмы, уныһы әлегә билдәһеҙ.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.

Оставить комментарий