«Илһам» конкурсынан илһам алып

«Илһам» конкурсынан илһам алып
Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты университеттың Һәләтле балалар үҙәге менән берлектә йыл һайын VIIIXI класс уҡыусылары өсөн “Илһам” конкурсын үткәрә.
Дистанцион рәүештә ике этапты үтеп, еңеүселәр рәтенә эләгеп, мин дә баш ҡалаға өс көнгә саҡырыу алдым. Конкурс ике йүнәлештә - тележурналистика һәм ижади эштәр буйынса уҙғарылды. Республика кимәлендәге бәйгегә төрлө райондарҙан һәләтле, тырыш балалар йыйылған ине. Беҙ бер-беребеҙ менән тиҙ арала танышып, дуҫлашып та өлгөрҙөк. Беренсе көндә университет етәкселәре менән таныштыҡ, уҡыу йортонда экскурсияла булдыҡ. Шулай уҡ “Тулҡын” берләшмәһенә барҙыҡ, конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Икенсе көндө яҙыусы Таңсулпан Ғарипова һәм яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин менән осрашыу үтте. Таңсулпан Ғарипова беҙгә маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәклеген аңлатһа, Мѳнир Ҡунафин повесть яҙыу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Беҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында нисек итеп яңылыҡтар программаһын сығарыуҙы ҡараныҡ, дикторҙарҙың эше менән таныштыҡ. Шул уҡ көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Әбейүшкә @тущка. ru” исемле спектаклде ҡараныҡ. Был комедия барыбыҙға ла оҡшаны. Һуңғы көндө шағирә Лариса Абдуллина менән осрашыуҙа Салауат Юлаев, туған тел, милләтебеҙ, башҡорт мәҙәниәте тураһында әңгәмәләштек, Өфөнөң матур урындарында экскурсияла булдыҡ. БДПУ-ның башҡорт филологияһы деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова конкурста еңеүселәрҙе, призерҙарҙы ҡотланы, үҙҙәренә уҡырға килергә саҡырҙы.
Конкурста ҡатнашырға әйҙәгән, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусым Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваға сикһеҙ рәхмәт әйткем килә. “Илһам” конкурсында ҡатнашыуыма сикһеҙ шатланып, фәһемле мәғлүмәттәр алып, яңы дуҫтар табып, илһам алып ҡайттым. Илһамлы, йәштәргә ҡанат ҡуйыусы ижади конкурс хәтирәләре күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА,
Шығай мәктәбенең XI класс уҡыусыһы.
Оставить комментарий