Милли рух уятҡан дәрес

Милли рух уятҡан дәрес
Береш ауылы балалар баҡсаһында, балаларҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем үҙенсәлектәре менән таныштырыу, башҡорт тарихына ихтирам уятыу, кескәйҙәрҙең телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү маҡсатында, “Ѳләсәйем һандығы” исемле асыҡ дәрес үтте.
Унда Ғәбдѳк, Йѳйәк һәм Берештамаҡ ауылы балалар баҡсаларынан тәрбиәселәр ҡунаҡҡа килде. Тәрбиәсе Эльвира Исҡакова балаларға һәм килгән ҡунаҡтарға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем - күлдәк, камзул, елән, һаҡал һәм биҙәнеү әйберҙәре тураһында һѳй- ләп китте. Матур башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар “Батмус” бейеүен бейегәндән һуң, дәрестең практик ѳлѳшѳ башланды. Унда кескәйҙәр тѳркѳмѳ тѳҫлѳ ҡағыҙҙан “Һаҡал” аппликацияһы эшләһә, ѳлкәнерәктәр тәңкәләрҙе әҙер һаҡалдарға текте.
Фәһемле лә, күңелле лә үткән асыҡ дәрес ҡунаҡтарға ла, балаларға ла берҙәй оҡшаны.
Эльвира ИСҠАКОВА,
Береш ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Оставить комментарий