Кителмәһен бала күңеле

Кителмәһен бала күңеле
...Беренсегә әсә булыу бәхетен татып, өр-яңы халәтемдән әйтеп аңлатҡыһыҙ оло кинәнес табып, бала табыу йортонда ятам... Күкрәк һѳтѳн супылдатып имеп, уймаҡтай ғына ирендәрен ослайтып йоҡоға талған бәпәйемде ҡулымда бәүелтә-бәүелтә, ҡатын-ҡыҙ ғүмерендәге иң яуаплы, олуғ ваҡиға - кескәй генә йән эйәһен яҡты донъяға яралтыу икәнлегенә тѳшѳнѳүҙән был минуттар тағы ла танһығыраҡ, ҡәҙерлерәк һымаҡ. Шул арала йәнәш палаталағы бәләкәстең әленән-әле ярһып илауын ишетеп, күңел болоҡһоп ҡуя. Нишләп кенә көйһөҙләнгән була икән был сабый? Әсәһенең һѳтѳ тѳшмәгәнме, әллә берәй ере ауыртамы? Йомро йѳҙлѳ, зәңгәр күҙле һылыу ҡатындың балаһына артыҡ иғтибар бирмәүе, бәпәйен ҡулға алып бармауы ла ғәжәп...
Бер нисә кѳндән башымда ҡайнаған һорауҙарға үҙенән- үҙе яуап табылды - әсә кеше сабыйынан баш тартып, бала табыу йортонда ҡалдырған! Бына һиңә изге бурыс, әсә менән бала араһындағы мәңгелек мөхәббәт!.. Ғәзиз кешеһенә кәрәкмәгән бәләкәсте уйлап, теп-теүәл донъям кителде, бәхетем бүҫкәргәндәй тойолдо. Сәйер, пактан-пак сабыйҙарға тыуырға ярҙам иткән шәфҡәтле йортта әсәлектең бөйөклөгөнә лә, меҫкенлегенә лә берҙәй шаһит булдым түгелме? Инде байтаҡ йылдар уҙһа ла, күңелдәге төйөр әле булһа таралмаған... Үҙемә тынғылыҡ бирмәгән һорауҙарға яуап табырға тырышып микән, бер кѳн Белорет махсуслаштырылған бала йортона ыңғайланым...

Ҡала ситендәге ике ҡатлы йортҡа яҡынлаған һайын, йѳрәк тибешем йышая барғандай. Бина алдындағы таҙа, иркен майҙансыҡта бер аҙ тапанып торғандан һуң, әкрен генә ишек тотҡаһына үреләм.
- Һаумыһығыҙ!
- Һаубыҙ, балам, үт әйҙә, үт! - Оло йәштәге инәй сәләмемә ихлас яуапланы.
- Баш табип үҙендә микән?
- Бында ул, ҡыҙым, көтөп ултырып тор.
- Һеҙ бында эшләйһегеҙме? Бирелгән һорауға әбекәй баш сай- ҡаны ла, сеңләп илап та ебәрҙе: - Ейәнсәремә килдем. Ҡыҙым ауырып үлеп киткәс, кейәүем бөтөнләй эскелеккә бирелде. Һөҙөмтәһе бына инде - бәпәй генәм етемдәр йортонда...
Һүҙһеҙ ҡалдым. Олоғайған көнөндә шундай бәхетһеҙлек кисергән ҡарт кешене йәлләп, йәнем үртәлде. Был тирәлә үҙемдең файҙаһыҙ булыуымды тойоп, күстәнәс тулы муҡсаһын алдында тотҡан килеш, бер нөктәгә төбәлеп ҡатып ҡалған инәй янынан китергә ашыҡтым. Икенсе ҡатҡа күтәрелгән арауыҡ диуарҙары балалар ҡулы менән төшөрөлгән сағыу рәсемдәр, бындағы тормошто сағылдырған фотоһүрәттәр менән биҙәлгән. Шуларҙың береһендә тешһеҙ ауыҙын ихлас йырып, кескәй генә малай, һипкел баҫҡан танауын сирылдырып, эскерһеҙ йылмайған ал таҫмалы ҡыҙыҡай тора. Ғәжәп һөйкөмлөләр, матурҙар... Ниндәй сәбәптәр менән килеп эләктегеҙ икән был урынға, балаҡайҙар? Кемдәрҙең тупылдатып һөйөлмәгән, иркә-наҙға күмелмәгән ғәзиздәре һеҙ?.. Ниндәй киләсәк көтә үҙегеҙҙе?.. Миңә табан атлап килгән һиммәтле ир-уҙаманды шәйләп, уйҙар ебе өҙөлдө...
Махсуслаштырылған бала йортоноң баш табибы Мөдәрис Сәйетмырҙа улы ЙЫҺАНШИНды (һүрәттә) тәүгә генә күрһәм дә, уның тәүәккәл вә талапсан хужа, ҙур, татыу “ғаиләнең” хәстәрлекле, яуаплы башлығы икәнлеген шунда уҡ тойомланым. Һәр хәрәкәтендә, һөйләгән һүҙендә оло йөрәкле атайҙарға ғына хас тәрән аҡыл, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ ярылып ята. Юҡҡамы ни, утыҙ йылдан ашыу реаниматолог хеҙмәтен атҡарған тәжрибәле табиптың һуңғы өс йылы әсәй-атай һөйөүенә мохтаж сабыйҙар араһында үтә. Мин иһә, Мөдәрис Сәйетмырҙа улының ҡәҙерле ваҡытын сарыф итмәҫкә тырышып, уны шунда уҡ һорауҙарға күмәм.
► Белорет махсуслаштырылған бала йорто тураһында бер аҙ һѳйләп үтһәгеҙ ине...
- Махсуслаштырылған бала йорттары Башҡортостанда ѳсәү - Ѳфѳлә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта. Беҙгә сабыйҙар республиканың көньяҡ райондарынан, шулай уҡ Бөрйән, Учалы яҡтарынан килә. Хатта Нефтекама ҡалаһынан да бар. Беҙҙең учреждениела үҙәк нервы системаһы зарарланған тыумыштан инвалид балалар, әсә-атаһы баш тартҡан йәки ғаиләнең ауыр социаль хәле арҡаһында бында килеп юлыҡҡан биш йәшкә тиклемге сабыйҙар тәрбиәләнә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа мѳмкинлектәре сикләнгәндәр һаны һиҙелерлек кәмене, уның ҡарауы, ата-әсәһе насар ғәҙәттәрҙе үҙ иткән, ауыр шарттарҙа йәшәгән бәләкәстәр бихисап. Улар, ғәҙәттә, ваҡытлыса тѳпләнә беҙҙә.
Нәркәс Сөләймәнованың әңгәмәһен тулыраҡ гәзиттең 44-се һанында (1.06.18) уҡығыҙ.





Оставить комментарий