Юбилей хөрмәтенә

Юбилей хөрмәтенә
Йыл һайын 28 май, Тыуған илебеҙ сиген һаҡлаусылар көнөн Абҙаҡ ауылында йәшәгән, хәрби бурыстарын төрлө ваҡытта намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәр матур итеп үткәрергә ғәҙәтләнгәндәр.
Халыҡ ауыл уртаһында урынлашҡан обелиск янына элекке хәрбиҙәрҙе тәбрикләр өсөн йыйылды. Мәҙәниәт йорто директоры Вәсилә Хәзиева байрамды асыҡ итеп иғлан иткәс, ауыл хәкимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев һүҙ алды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, Башҡортостан һәм Рәсәй гимндары яңғыраны. Һуңынан ауыл старостаһы Маҙһар Йомағолов элекке һалдаттарға ҡот лау һүҙҙәре еткерҙе. Рәфҡәт Нәжмитдинов, Сәлиә Мәхмүтова, Гүзәл Цыпленковалар ҙа ил сиге һаҡсыларын байрам менән ҡотлап, уларға һаулыҡ, бәхет теләнеләр. Байрамды ойошторуҙа тос өлөш индергән Ғәбделмәжит Зарипов ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ауылдаштарына Грамота һәм миҙалдар тапшырҙы.
Тырыш, эшсән, ярҙамсыл Ғәбделмәжит Бүләкбай улын ауылда хөрмәт итмәгән ке- ше юҡтыр. Олоғайған әсәһенә, һөйөклѳ ҡатынына, балаларына, туғандарына ҙур терәк, ауылдаштарының ғорурлығы булған Ғәбделмәжит Бүләкбай улын сарала ҡатнашыусылар рәхмәт әйтеп, бүләкләп китергә онотманылар.
Стеланы асыу хоҡуғы ил сиге һаҡсыларының иң йәше Эдик Ғилманов менән иң олоһо Хәким Шәкировҡа бирелде. Стелаға һәм обелискка сәскәләр һалғас, байрам концерты ҡаранылар, иҫтәлек ѳсѳн күмәкләп фотоға төштѳләр, бер-береһен ҡотланылар.
Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Абҙаҡ ауылы.

Оставить комментарий