Туған телен һаҡлау - һәр милләт бурысы

Тел, милләт төшөнсәһе элек-электән барыһының да күңеленә яҡын булған иң етди һәм мѳһим мәсьәләләрҙең береһе һанала. ЮНЕСКО биргән мәғлүмәттәр буйынса, бѳгѳн донъяла 7 меңгә яҡын тел иҫәпләнә. Әммә, ҡайһы бер тел вәкилдәренең битарафһыҙлығы, әллә инде ғәмһеҙлеге арҡаһындамылыр, бѳгѳн шуларҙың ни бары дүрттән бер ѳлөшѳ генә файҙаланыла һәм тел булараҡ йәшәй. Ошо сәбәп арҡаһында 600 тел юҡҡа сығып, һәр ике аҙна һайын 1 тел йәшәүҙән туҡтай. Ни тиклем генә аяныслы булмаһын, 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле лә юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр исемлегенә индерелде.
Иле-ере ѳсѳн йәнен дә, тәнен дә аямаған башҡорт халҡының ҡаһарман яугир булыуын хатта сит милләт вәкилдәре лә яҡшы белә. Тик бөгөн ошо саялыҡтың да, ҡыйыулыҡтың да тарихта тороп ҡалыуы ғына ҡыҙғаныс. Шуның ѳсѳн дә башҡалар араһында үҙ урыныңды юғалтмай милләт булып йәшәү ѳсѳн туған телеңде һаҡлау зарурлығы үҙен башҡорт тип һанаған һәр кешенең изге бурысы.
Әйе, һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең тѳрлѳ ѳлкәләрендә лә бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ошо тотороҡһоҙлоҡ тел мәсьәләһенә лә ҡағылмай ҡалманы. Ҡайһы берәүҙәр һуңғы йылдарҙа тел мәсьәләһе буйынса артыҡ күп һѳйләйһегеҙ, булмаған ерҙә проблема сығараһығыҙ тип тә әйтер, бәлки. Әммә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, был һүҙҙәрҙә лә ниндәйҙер кимәлдә дѳрѳҫлѳк күренә, сѳнки милләттәштәребеҙҙең ҡайһы берҙәре телде һаҡлап ҡына киләсәк төҙөп булыуын белмәй һәм үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба. Нәҡ ошо аңһыҙлығыбыҙ менән башҡалар тирмәненә һыу ҡойоп, яттар арбаһына ултырырға тырышабыҙ. Ә улар иһә ошо битарафһыҙлығыбыҙҙы кѳтѳп кенә тора тиерһең, беҙҙең албырғауҙан файҙаланып, дилбегәне үҙ мәнфәғәтенә алырға тырыша. Шул арҡала үҙ төйәгебеҙҙә, үҙ телебеҙҙе уҡыуҙан мәхрүм булыу сигенә барып еткәнбеҙ ҙә инде. Белемле, фекерләй белгән кешеләребеҙ күп булһа ла, туған телен һаҡлаған халыҡтың ғына ҡәҙерле булыуын аңларға теләмәйбеҙ. Башҡортса уҡыһа, киләсәктә үҙ урынын таба алмаҫ тип, балаһын русса уҡытырға тырышҡан ата-әсәләр ҙә күбәйҙе. Ундайҙар туған теленән баш тартыу өсөн үҙен башҡа милләт вәкиле итеп күрһәтергә лә тартынмай. Ә бит тарих менән ҡыҙыҡһынғандар, башҡорттарҙың көнкүрешен, мәҙәниәтен, йәшәйешен өйрәнеүсе рус ғалимдарының башҡорт балаларын зирәк, отҡор, аҡыллы тип билдәләүен дә белә. Бөгөн башҡорт теленең баһаһын арттырыу, ошо телдә һөйләшеүҙе модаға индереү өсөн белемле, киң фекерле йәштәребеҙҙең, хөкүмәт, дәүләт кимәлендә танылған шәхестәребеҙҙең күп булыуы мотлаҡ. Тик мәктәп эскәмйәһендә үк балаһын теленән мәхрүм итергә тырышҡан ҡайһы бер ата-әсәләр арҡаһында был маҡсатты тормошҡа ашырыу ғына ҡыйынға тура килә. Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем балаһына яҡшы киләсәк теләп, яҡты өмөттәр бағлай. Тик башҡортса белмәгәндән, уны һанға һуҡмағандан ғына белемдең артып китмәүен, киреһенсә, телеңде, мәҙәниәтеңде белмәй тороп, сит телдә эш ҡыйратып булмауын күптәр танырға теләмәй. Киләсәкте һәр ваҡытта ла алдан дөрөҫ төҫмөрләй белгән тапҡыр һүҙле ата-бабаларыбыҙ бушҡа ғына, ете төрлө фәнде һәм ете телде үҙләштер, тимәгән. Ә бит белемле, абруйлы, халыҡ араһында хөрмәт яулаған билдәле кешеләребеҙҙең башҡортса һөйләшеүе һәр саҡта ла ғорурлыҡ уята. Русса ла, башҡортса ла иркен аралашҡан депутатыбыҙ Зөһрә Рәхмәтуллина, шулай уҡ бер нисә йыл депутатлыҡ йөгөн тартҡан Сәлиә Мырҙабаева, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтең радио, телевидение аша таҙа итеп башҡортса һөйләшеүе лә телдең баһаһын бермә- бер арттыра. Халҡыңды һанламайҙар, телеңде тыңламайҙар икән, үҙеңдең генә юғарыға үрләүеңдән, алдынғылар рәтендә булыуыңдан фәтүә булмауын барыһы ла аңлап, иң тәүҙә халҡын, һуңынан үҙен күтәрһен ине лә бит...
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 44-се һанында (1.06.18) уҡығыҙ.

Оставить комментарий