Һәр сабыйҙың бала сағы үтһен бәхет-шатлыҡта...

Һәр сабыйҙың бала сағы үтһен бәхет-шатлыҡта...
Ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ѳсѳн реабилитация үҙәгендә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳнә арналған “Ғаилә квесты” уйыны үтте. Унда Бѳрйән, Әбйәлил, Архангел, Белорет районы һәм ҡалаһынан 13 ғаилә ҡатнашты.
Командаларға этаптар буйлап бирелгән эштәрҙе тиҙлектә, етеҙлектә үтәү бурысы ҡуйылды. “Нѳктә”ләр аша үтеү ѳсѳн самолет осороу, шарҙар ташыу, пират, клоун ҡушҡан эштәрҙе атҡарырға тура килде. Этаптарҙы үткәндә хәрефтәр бирелде һәм уйын аҙағында командалар йыйылған ижектәрҙән “Үҙ-ара аңлашыу” һүҙен йыйҙы.
Баһалама ағзалары фекер алышҡан арала байрам сараһына килеүселәр ҡыҙыҡлы уйындар уйнаны.
“Ғаилә квесты”нда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе тип табылды, уларға “Металлург” кинотеатрынан киноға саҡырыу билеты, “Золотой рассвет”тан йогаға йѳрѳү абонементы, Вера Празднованан һабын ҡыуыҡтары байрамына ташлама, “Аструм” балалар клубына, “Пончик” кафеһына саҡырыу ҡағыҙҙары, “Фаворит” магазинынан бүләк сертификаты тапшырылды.
Реабилитация үҙәгенең даими бағыусыһы, “Аструм” балалар клубы етәксеһе Виктория Вячеславовна Борисова сығыш яһап, үҙәктә шѳғѳлләнгән балаларҙың клубта һәр ваҡыт бушлай уйнай алыуҙарын белдерҙе. Директор Елена Владимировна Булавко уйында ҡатнашҡан ғаиләләргә, бағыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, артабан да ошондай байрамдарҙа актив ҡатнашырға, һәр ваҡыт берҙәм булырға саҡырҙы.
Бүләктәр, татлы күстәнәстәр алып ҡыуанған һәр балаға, ата-әсәгә был байрам сараһы дәрт, йәшәү кѳсѳ ѳҫтәгәндер.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий