Өмөттәр бағлайбыҙ

Өмөттәр бағлайбыҙ
Белореттар алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты

3 июндә район-ҡала халҡы һайлау участкаларында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Ә 9 сентябрҙә ошо йәкшәмбелә күпселек тауыш йыйған кандидаттар төбәк парламентына депутатлыҡҡа дәғүә итәсәк.
Муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина:
- Алдан һайлауҙар йәки праймериздар беҙҙә 2016 йылдан бирле үткәрелә. Быйылғыһынан айырмалы рәүештә улар ябыҡ була торғайны. Хәҙер һәр кем, ниндәй партияла тороуына һәм ниндәй сәйәси ҡарашта булыуына ҡарамай, асыҡ тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Был демократиябыҙҙың үҫеше һәм халыҡ араһынан лайыҡлы кандидатты һайлауҙың дөрөҫ юлы тип иҫәпләйем.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов:
- Бөгөн Белорет районы халҡы бөтә республика менән бергә төбәк парламентына кандидаттарҙы һайлау буйынса алдан тауыш биреү процедураһын үтте. Көҙөн беҙ республика төбәктәренең, шул иҫәптән районыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡларлыҡ кандидаттарҙы һайлаясаҡбыҙ. Был һәр кандидат өсөн мөһим бурыс, бының өсөн ыслап та лайыҡлы кеше булырға кәрәк. Бөгөн белореттар һайлаған бөтә кандидаттар ҙа белемле, намыҫлы, ҡабатлап әйтәм, лайыҡлы булыр тип ышанам.
Оставить комментарий