Матур традиция дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре төрлө балалар йорттары менән тығыҙ бәйләнеш тота. Улар йыл һайын Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан кескәй дуҫтары менән осраша.
Әле лә улар үҙҙәренең матур традицияһына тоғро ҡалды һәм Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуға килде. Был балалар йорто быйыл 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре был сараны “Етем һәм ата- әсәһе ҡарауынан мәхрүм булған балаларға ярҙам” мәрхәмәтлек ак- цияһына ярашлы ойоштора.
Ҡунаҡтар учреждение буйлап экскурсия яһаны, балалар йәшәгән бүлмәләр буйлап йөрөнө, уларҙың буш ваҡыттарындағы шөғөлө, туҡланыуы, йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһынды. Балалар ҙа буш ҡалманы, ҡунаҡтарға байрам концерты күрһәттеләр, йыр- бейеүҙәре, көр кәйефе менән ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙеләр.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән тәүге тапҡыр осрашты. Улар үҙ иҫәбенә һәр балаға уйынсыҡ, спорт инвентарҙары бүләк итте. Осрашыу дуҫтарса күңелле мөхиттә үтте. Сара һуңында балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә төҫлө уттар шоуы күрһәтелде.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий