Үҙенсәлекле «сәйәхәт»

Кескәйҙәрҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө төйәгебеҙҙә быйыл да сараларға ғәжәп бай булды.
Етди һәм хәүефле һөнәр эйәләре - полиция хеҙмәткәрҙәре лә был йәмле көндә ситтә ҡалманы: ауыр эштәренән бер аҙға булһа ла арынып, Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең өр-яңы бинаһына балаларын ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Тамаша залына йыйылған төрлө йәштәге бала-сағаны тәбрикләп, Бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлексә начальнигы Рәсих Әсләм улы Рәхимов тәүгеләрҙән булып һүҙ тотто. Иңдәрендә йондоҙҙары йылтыраған ағайҙың һәр һорауын иғтибар менән тыңлап, барыһы ла дәррәү яуап бирҙе. Ыҫпай форма кейгән Светлана Вәлиева, Динара Дәүләтбаева, Әлиә Шәғәлина апайҙары үткәргән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҡағылышлы викторина, тест, йомаҡ формаһындағы ҡыҙыҡлы уйындарҙа ла отҡорлоҡ-зирәклектәрен күрһәтергә өлгөрҙө йәш ҡунаҡтар. Уйындар һуңында һәммәһе лә иҫтәлекле бүләктәр, тәм-том алып ҡыуанды.
Артабан ҡыҙҙар-малайҙар таҙа, яҡты бина буйлап үҙенсәлекле “сәйәхәткә” сыҡты. Бары тик зәңгәр экрандар аша ғына күреп белгән эксперт-криминалистар бүлеге айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты уларҙа. Полиция майоры, өлкән эксперт Вадим Бәҙретдинов менән шартлы “енәйәтсенең” бармаҡ эҙҙәре буйлап шәхесен асыҡланылар, фоторобот эшләү серҙәренә төшөндөләр, криминалистика ғилеменә ҡараған төрлө инструменттар менән таныштылар.
Тәртип һағында тороусылар физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә ифрат көслө, ныҡ, таһыллы булырға тейеш. Атай-әсәйҙәре шөғөлләнгән спорт залына ла инеп сыҡты балалар. Хеҙмәт һәм хәрби әҙерлек буйынса инспектор вазифаһын атҡарған Әмир Хоҙайғолов үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса көрәш алымдарын күрһәткәс, ҡайһы бер малайҙар, үҙҙәре менән көрәшеүен һорап, бәһлеүән кәүҙәле ағайҙары алдына тып итеп килеп тә баҫты.
Полиция бүлеген ғәҙәти булмағанса күңелле ауаздарға күмеп, спорт залынан туп- тура музейға юлланды ҡунаҡтар. Унда уларҙы музей хеҙмәткәре Александр Викторович Борисков ҡаршыланы. Стендтарға беркетелгән фотоһүрәттәрҙән һәр кем яҡын кешеһен эҙләне, ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы ҡарап кинәнде.
Артабан экскурсия бина алдындағы майҙанда дауам ҡылды. Шау-гөр килеп тышҡа атлыҡҡан бала-саға, кинолог хеҙмәте инспекторы Алексей Володин янындағы овчарканы күреп, бер аҙ баҙап ҡалды. Шул ике арала шартлы енәйәтсене һә тигәнсе тотоп, үҙ эшенең оҫтаһы икәнен күрһәтеп тә өлгөрҙө тоғро эт.
Үҙенсәлекле байрамдың иң татлы өлөшө иһә аҙаҡҡа ҡалдырылғайны. Тәьҫоратта- ры былай ҙа баштан ашҡан ҡыҙ-малайҙар үҙҙәре яратып ҡараған полиция хеҙмәткәр- ҙәре тураһындағы шәп кинофильмдың уртаһында ҡайнағандай булды. Урамда ниҙер бүлешә алмай зыҡ ҡупҡан ике “тәртип боҙоусы” янына геүләп килеп сыҡҡан патруль-пост хеҙмәте автомобиле, унан етеҙ генә һикереп төшөп, “һуғыш суҡмарҙарын” тотоп алып киткән полиция хеҙмәткәрҙәре, һис шикһеҙ, һәр кескәй йөрәкте был һөнәр эйәләренең хеҙмәте ни тиклем яуаплы һәм хәүефле булыуы тураһында йәнә бер инандырғандыр.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүгә генә ойошторолған әленге сара үҙенең бай йөкмәткеһе, ойошҡанлығы, фәһемлеге, мауыҡтырғыс булыуы менән балаларҙың күңеленә ятты. Күргән-кисергәндәрҙе мәңгеләштереп, фотоға төшкәндән һуң, ике сәғәткә һуҙылған сәйәхәтте тамамлап, йәш ҡунаҡтар ҡайтыр яҡҡа юл тотто...
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий