Балаларға шатлыҡ өләштеләр

Балаларға шатлыҡ өләштеләр
Ҡалала Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә тѳрлѳ саралар үтте.
Тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы “Йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу” планына ярашлы эшләй. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә “Ғаилә сәйәхәте: бѳтә ғаилә менән музейға” исемле Асыҡ ишектәр кѳнѳ тип иғлан ителде. Был сарала күптәр ғаиләләре, балалары менән булды. Тѳркѳм менән килгәндәрҙе, “Иҙел башы йондоҙҙары” хор һәм вокаль ансамблдәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙы экскурсоводтар музей экспонаттары менән таныштырҙы, балаларҙы байрам менән ҡотланы.
***

Ҡаланың Үҙәк баҙарында был кѳндѳ “Баласаҡ байра- мы”н “Аструм” балалар клубы (етәксеһе Виктория Вячеславовна Борисова) ойошторҙо. Кескәйҙәр йәнһүрәт геройы Фиксик менән тѳрлѳ уйындар уйнап күңел асты.
***

Ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ѳсѳн реабилитация үҙәге лә байрам кѳнѳндә шат тауыштарға күмелде. Балалар Үрмәксе һәм Күбәләк менән бергәләп шарҙы аяҡтарына ҡыҫып йүгерҙе, ата-әсәләрҙең ҡулдары хасил иткән тѳрлѳ киңлектәге һәм бейеклектәге “тере ҡапҡалар” аша үтте, йыр йырланы, бейене. Бай- рам һуңында уларға “Урал пружина заводы”ның генераль директоры Денис Са- лауат улы Лоҡмановтан татлы бүләктәр тапшырылды.
***

Тимер юл ауылы китапханаһында кескәй китап һѳйѳүселәр ѳсѳн “Йәйгә китап менән” исемле байрам сараһы ойошторолдо. Китапханасы Лүзә Азаматова балаларҙы байрам менән ҡотлап, каникулды күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәреүҙәрен теләне, йәйге ялда китап менән дуҫ булырға кәрәклеген әйтте. Кескәйҙәр тѳрлѳ конкурстарҙа, ҡатнашты, йомаҡтар систе, ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр уйлап сығарып фантазия ѳҫтѳндә эшләне.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотолары.

***

Точисский скверында “Мөғжизәле ил” тип аталған байрам уҙғарылды. Сараны Йәштәрҙең ял итеү үҙәге ойошторҙо. Байрам көндө ябай ғына сквер ысын мәғәнәһендәге әкиәт иленә әйләнде. Бәләкәй генә ҡыҙыҡай ҡапыл ғына ҡарт әбейгә әйләнә. Кире баласаҡҡа ҡайтыу өсөн уға бик күп ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Уға Көлбикә, доктор Айболит һәм алып барыусы ярҙамға килә. Әкиәт ҡала Мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Кѳн боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, ойоштороусылар күңелле байрам мөхите булдырып, балаларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә матур кәйеф өҫтәй алды. Байрам барышында бөтә балаларға ла йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең татлы приздары таратылды.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий